Форт-Лодердейл
Форт-Лодердейл (ингл. Fort Lauderdale [ˌfɔrt ˈlɔːdərdeɪl]) — Майами һәм Уэст-Палм-Бич ҡалалары араһында ятҡан көньяҡ Флориданың көнсығыш яры буйында урынлашҡан курорт ҡалаһы. Халыҡ һаны — 165 521 кеше (2010)[12]. Ҡаланың тарихы беренсе юл һалыусы Уильям Кули исеме менән бәйле.
Ҡалала автомобилдәр һатыу буйынса АҠШ-та ҙур AutoNation компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Ҡала популяр туристик объект була ҡала, 2006 йылда унда 10,35 миллион кеше булған[13]. Форт-Лодердейлды ҡайһы берҙә «Америка Венецияһы» тип атайҙар[14].
Ҡала Майаминан 23 миль (37 км) алыҫлыҡта ята. Форт-Лодердейлда һәм уның тирә яғында 4100-ҙән ашыу ресторан һәм 120 төнгө клубтар бар[13].
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәФорт-Лодердейл исемен Икенсе Семиноль һуғышы барышында Ҡушма Шаттар тарафынан төҙөлгән бер нисә форттан алған. Форттың исеме тәүге фортты төҙөүсе һалдаттар отряды менән командалыҡ иткән майор Уильям Лодердейл хөрмәтенә аталған[15]. Әммә ҡаланың үҫеше конфликттың тамамланыуы менән бәйле форт киткәс, 50 йылдан һуң башлана[15].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәФорт-Лодердейлдың Атлантик океанға туранан-тура яҡынлығы, матур тәбиғәте, һыу аҫты донъяһының төрлөлөгө һәм уңайлы тәбиғи бухталар был ҡаланы яхта спорты менән шөғөлләнеүселәр өсөн популяр урын итә. .
Яхта инфрастуктураһының юғары кимәле бөтә донъяға билдәле яхталарҙың раштыуа парадтарын һәм яхта-катер — Fort Lauderdale International Boat Show күргәҙмәләрен үткәреү өсөн булышлыҡ итә.
Парад тардицияға ярашлы 14 декабрҙә уҙғарыла. Уның тарихы бер нисә тиҫтә йыл иҫәпләнә. 1971 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә, һәм һәр ваҡыт уның үҙ тематикаһы була.
1960 йылдан башлап яхта күргәҙмәһе йыл һайын үткәрелә, һәм был тармаҡта иң күләмле сараларҙың береһе булып тора.
Климаты
үҙгәртергәФорт-Лодердейл климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 33,3 | 34,4 | 34,4 | 35,0 | 36,6 | 36,6 | 37,2 | 37,7 | 37,2 | 36,6 | 32,7 | 32,2 | 37,7 |
Уртаса максимум, °C | 24,3 | 25,2 | 26,3 | 28,0 | 29,8 | 31,3 | 32,1 | 32,3 | 31,5 | 29,8 | 27,2 | 25,1 | 28,6 |
Уртаса температура, °C | 19,5 | 20,5 | 21,7 | 23,5 | 25,8 | 27,5 | 28,2 | 28,4 | 27,8 | 26,1 | 23,2 | 20,7 | 24,4 |
Уртаса минимум, °C | 14,7 | 15,7 | 17,2 | 19,1 | 21,8 | 23,6 | 24,3 | 24,5 | 24,1 | 22,3 | 19,1 | 16,3 | 20,2 |
Абсолют минимум, °C | −2,2 | −2,2 | 0,0 | 4,4 | 9,4 | 13,8 | 17,7 | 18,8 | 16,1 | 6,6 | 1,6 | −1,6 | −2,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 66 | 77 | 90 | 89 | 157 | 248 | 185 | 191 | 240 | 162 | 99 | 61 | 1670 |
Сығанаҡ: NWS |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Нильсен Лесли — америка һәм канада актёры. Форт-Лодердейлда һуңғы йылдарын йәшәгән һәм вафат булған
- Биш Диана — америка телевидениеһын алып барыусы һәм органисыһы. 20-нән ашыу йыл дауамында Форт-Лодердейлда Корал-Ридж пресвитериан сиркәүенең органсыһы булған.
- Биер Стефен — америка фотографы һәм музыканты.
- Мэрилин Мэнсон — америка музыканты, Marilyn Manson рок-төркөмө ойоштороусыһы һәм лидеры.
- Тори Лейт — порноактриса.
- Джастин Барт — америка актёры, режиссёр һәм продюсер. 9 йәшендә уның ғаиләһе Мичиган штатына күсеп килгән.
- Дуэйн «Скала» Джонсон — актёр һәм рестлер.
- Жако Пасториус — күренекле бас-гитарасы.
- Пинки Питтенгер (ингл. Pinky Pittenger) (1899—1977), америка бейсболисты.
- Тери Вайгель — актриса.
- Тиффани Фэллон — фотомодель.
- Надин Сьерра — сопрано.
- Мэри Зофрис — костюмдар буйынса америка рәссамы.
- Стокелей Клевон Гулбурн — ямайка сығышлы америка рэперы
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергә- Астрахань, Рәсәй
- Белу-Оризонтаи (порт.Belo Horizonte), Бразилия (2003)
- Венеция (итал.Venezia), Италия
- Голд-Коста (ингл. Gold Coast), Австралия
- Маргарита (исп. Margarita de Isla), Венесуэла
- Ҡалып:Флаг Гаити Кап-Айтьен (франц. Cap-Haïtien), Гаити
- Кепос (исп.)баш. (исп. Quepos), Коста-Рика
- Ла Роман (исп. La Romana), Доминикан Республикаһы
- Мар-дель-Плата (исп. Mar del Plata), Аргентина
- Медельин (исп. Medellín), Колумбия
- Мугла (төр.Muğla), Төркиә
- Панама (исп. Ciudad de Panamá), Панама
- Римини (итал. Rimini), Италия
- Сан-Себастьян (порт. São Sebastião), Бразилия
- Сефтон (ингл. Sefton), Англия, Бөйөк Британия
- Хайфа (йәһ. חיפה), Израиль
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ https://www.fortlauderdale.gov/government/city-commission/mayor-dean-j-trantalis
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 5,0 5,1 United States Census 2010
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-8gm9z4/Fort-Lauderdale/?zoom=19¢er=26.12336%2C-80.14327&popup=26.12369%2C-80.14327
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 History of Sister Cities. Fort Lauderdale Sister Cities International. A Rich History!
- ↑ Sister Cities.
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Geographic Identifiers: 2010 Demographic Profile Data (G001): Fort Lauderdale, Florida . American FactFinder. Дата обращения: 24 февраль 2016. 2015 йыл 21 май архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Greater Fort Lauderdale Convention and Visitors Bureau (March 2007). Greater Fort Lauderdale 2006 Statistics. Пресс-релиз. 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ About Fot Lauderdale . City of Fort Lauderdale. Архивировано 27 февраль 2012 года.
- ↑ 15,0 15,1 Old Fort Lauderdale Museum-Sneak Preview . Fort Lauderdale Historical Society. Дата обращения: 17 июль 2007. Архивировано 10 август 2007 года. 2007 йыл 4 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайты (инг.)