Форма́ль фәндәр  — формаль системаларҙы өйрәнеүсе фәндәрҙең дөйөм атамаһы. Формаль фәндәр: математика, логика, кибернетика, теоретик информатика, мәғлүмәт (информация) теорияһы, системалар теорияһы, ҡарар ҡабул итеү теорияһы, статистика, лингвистиканың ҡайһы бер аспекттары.

Формаль фәндәр
 
Статуя Аристотеля в Миезе, на территории Нимфеона

Формаль фәндәр фәнни ысулдар барлыҡҡа килгәнсе үк беҙҙең эраға тиклемге 1800 йыл (Вавилон математикаһы), б.э.т. 1600 йыл (Боронғо Мысыр математикаһы) һәм б.э.т. 1000 йылдар (Һиндостан математикаһы) тирәһендә яҙылған математик текстарҙан башлана. Һинд, боронғо грек һәм ғәрәп математиктары математика үҫешенә бик ҙур өлөш индерә, Ҡытай һәм Японияла уларҙан айырым, үҙ математика традициялары формалаша .

Логика, математика кеүек үк, бик боронғо тарихы булған формаль фән тип иҫәпләнә (История логики мәҡәләһен ҡарағыҙ). Боронғо Ҡытай, Боронғо Һиндостан, Боронғо Рим һәм Боронғо Грецияла логик һығымта яһау ысулдарына анализ үҫешә башлай. Хәҙерге логикаға, башлыса, Боронғо Греция традициялары йоғонто яһай, ғәрәп логиктары эштәрендә (мантыҡ- логика) был традициялар ары үҫеш таба (әл-Фараби һәм башҡалар).

 
әл-Фараби Иран почта маркаһында. 1950 й.

Башҡа формаль фәндәр күбеһенсә математикаға бәйле, йәки унан айырылып сыҡҡан. XVII йыл башында ихтималлыҡ теорияһы (теория вероятностей) буйынса тәүге эштәр донъя күрә (статистика). XX быуат уртаһынан башлап, операцияларҙы тикшереү, мәғлүмәт теорияһы, теоретик мәғлүмәт һәм башҡа өлкәләр үҫешә башлай. Теоретик информатика Алан Тьюринг, ҡай саҡ Чарльз Бэббидж, Лейбниц һәм башҡа ғалимдар эшендә күренә башлай. Яңы фәндәр барлыҡҡа килеүе математиканың формаль фәндәрҙең береһе генә икәнен күрһәтә.

Тәбиғи һәм ижтимағи фәндәрҙән айырмалы, формаль фәндәр логика һәм методология яғынан да эмпирик ысулдарға бәйле түгел. Формаль фәндәрҙә тикшерелеүсе объекттарға абстракт ҡараш хаким итә, шуға ҡарамаҫтан уларҙың һөҙөмтәләре ысынбарлыҡты өйрәнеүҙең бөтә өлкәләрендә лә ҡулланыш таба [1].

  1. Классификация наук // Философия: Энциклопедический словарь. — М.: Гардарики. Под редакцией А. А. Ивина. 2004
  • Mario Bunge (1985). Philosophy of Science and Technology. Springer.
  • Mario Bunge (1998). Philosophy of Science. Rev. ed. of: Scientific research. Berlin, New York: Springer-Verlag, 1967.
  • C. West Churchman (1940). Elements of Logic and Formal Science, J.B. Lippincott Co., New York.
  • James Franklin (1994). The formal sciences discover the philosophers' stone. In: Studies in History and Philosophy of Science. Vol. 25, No. 4, pp. 513-533, 1994

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Science-stub