Фомин дачаһы ― төбәк кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Ростов өлкәһенең Миллеровск райондында урынлашҡан. Фоминка утарынан көнбайыштараҡ ята. 1495,4 гектар майҙанды биләй[1]. 1977 йылда барлыҡҡа килгән.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Биләмәнең рельефы — йырын-үҙән.

Төп өлөшө ― төрлө-төрлө үләнле, бүтәгә-ҡылғанлы дала ерендәге яһалма урман. Был 33,3 гектар майҙанды биләп торған имән урманы.

Урман 19051912 йылдарҙа профессор В. Огиевский ысулы буйынса ултыртылған. Бындай урман Донда берҙән-бер генә. Сәтләүектәрҙе сәсеү һоро, ҡоро ҡомло тупраҡҡа оя яһау юлы менән башҡарылған. Урыны ― биш градусҡа тиклем һөҙәк ер. Рельефы йырынлы-һыҙалы.

Икенсе ярусын татар сағаны һәм зелпе алып тора. Аҫҡы яруста, тупраҡ япмаһындағы ҡатламда ҡыяҡлылар, күрән, урман йондоҙҡайы, ландыш осрай.

Был тәбиғәт ҡомартҡыһы сиктәрендә Широкое, Безымянное, Петровка ыҙандары урынлашҡан.

Широкое ыҙанын (252 гектар майҙанда) имән урманы алып тора. Икенсе ярусын эт муйылы, татар сағаны, күгән биләй. Аҫҡы яруста, тупраҡ өҫтөндәге япмала ҡыяҡлылар, урман йондоҙҡайы, ҡайын еләге, бөрмәкәй үҫә.

Урман тибы — күрәнле-ҡыуаҡлыҡлы ҡоро имәнлек. Петровка ыҙанында (майҙаны 80 гектар) имән менән йәсин ултыртылған. Аҫтағы ярус шундай уҡ үләндәрҙән тора.

Был һаҡланыусы биләмәлә үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бай ғына. Был уникаль тәбиғәт комплексы мүк һәм абағаларҙың, орхидея һәм яҙ йондоҙо, тюльпан, иристар, күк умырзая, дельфиниум, сысҡан ҡойроғо, һәм румянка кеүек үҫемлектәрҙең 20-нән ашыу һирәк төрөн үҙ эсенә ала.

Хайуандарҙан мышы, европа боланы, илек, ҡабан, төлкө, һыуһар, ҡуян, үрғуян, кавказ фазаны, һоро ағуна, мнемозин, адмирал, өкө, поликсена, сколия, сколия-гигант һәм башҡа төрҙәр[2] урын алған.

Был яһалма урмандың әһәмиәте бик ҙур. Ул урындағы тәбиғәтте һәм тупраҡты һаҡлаусы ҡалҡан булып тора. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы бер яҡтан тарихи әһәмиәткә эйә булһа, икенсе яҡтан һауыҡтырыу һәләтенә эйә. Халыҡ өсөн эстетик яҡтан зауыҡлы ял урыны булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Администрация Ростовской области. О памятниках природы Ростовской области.
  2. dummy. Фоминская дача — Заповедная Россия (билдәһеҙ). www.zapoved.net. Дата обращения: 5 март 2017. 2016 йыл 23 декабрь архивланған.