Филиппов Василий Макарович

Филиппов Василий Макарович (14 ғинуар 1921 йыл — 6 октябрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия полкының батарея командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Филиппов Василий Макарович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Кондопожский район[d]
Вафат булған көнө 5 октябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Польша
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Макарович Филиппов 1921 йылдың 14 ғинуарында Карелия хеҙмәт коммунаһының Пижуйла ауылында (хәҙерге Карелия Республикаһының Кондопога районына инә) карел крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Вохтозеро ауылының башланғыс мәктәбендә, һуңынан Спасс Губаһы мәктәбендә уҡый. Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң Вохтозеро колхозында хисапсы булып эшләй.

1939 йылда РККА сафына алына. 1941 йылда артиллерия училищеһында кесе лейтенанттарҙың тиҙләтелгән курстарын тамамлай.

Ленинград, Карелия һәм Воронеж фронттарында, Новороссийск, Һул яр буйы Украинала, Чехословакияла һәм Польшала һуғышҡан.

4-се Украина фронты 299-сы гвардия артиллерия полкының 1-се гвардия уҡсылар дивизияһы 299-сы гвардия артиллерия полкының танкка ҡаршы батарея командиры.

1944 йылдың 14 сентябрендә һөжүм ваҡытында фашистар дивизияһының команда пункты (КП) урынлашҡан ергә үтеп инә. Батареяның уты һәм ҡул көрәшендә батыр офицер дошмандың КП-н тартып ала, шул уҡ ваҡытта унан күп гитлерсыны юҡ итә. Батареяла бары бер пушка (төҙөк булмаған прицел менән) һәм дүрт һалдат булғанда ошо уңышҡа ирешелгән. 4-се Украина фронты ғәскәрҙәре Польша һәм Чехословакия халыҡтарының ерҙәрен азат итәләр.

1944 йылдың сентябрендә артиллерия батареяһын тура төҙәп, Каменне ауылы тирәһендә дошмандың 4 контратакаһын кире ҡаға.

1944 йылдың октябрендә һөжүм иткән мәлдә 5 ут нөктәһен юҡ итеп, уҡсыларҙы дошман дотын штурмлауға алып китә һәм яраларҙан үлә.

Юғары Совет Президиумы Указы менән 1945 йылдың 24 мартында В. М. Филипповҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Балигруд (Польша) ауылында ерләнә.

Ағаһы — Петр, апалары Вера һәм Мария.

Герой тураһында иҫтәлек уның ватанында — Карелияла мәңгеләштерелгән. В. М. Филиппов иҫтәлегенә Вотхтозеро, Спасс Губаһы ауылдарында мемориаль таҡталар ҡуйылған. Кондопога районы Спасс Губаһы ауылы урта мәктәбендә Василий Макарович Филипповҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһында грамота һаҡлана. В. М. Филиппповтың портреты, Карелияның 27 барлыҡ улдары һәм ҡыҙҙары кеүек үк, 1977 йылда Карелия баш ҡалаһы Петрозаводск ҡалаһында Антикайнен һәм Ҡыҙыл урамдары янында асылған монументаль портрет Галереяһында ҡуйылған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Герои земли советской. — Петрозаводск: Карельское книжное издательство, 1968. — С. 325—336. — 367 с. — 20 000 экз.
  • Филиппов В. М. // Героям Ленина — Слава! — Петрозаводск. 1985. с. 292—293.
  • Гринин Н. А. Подвиг артиллериста. — Петрозаводск. 1964. 40 с.