Филимонов Леонид Иванович
Филимонов Леонид Иванович (22 июль 1935 йыл, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Вишнёвка ауылы) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.
Филимонов Леонид Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 22 июль 1935 |
Тыуған урыны | Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 февраль 2022 (86 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Федерация Советы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Филимонов Леонид Иванович Викимилектә |
Белеме
үҙгәртергә- 1959 йыл — Өфө нефть институтын нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса тау инженеры һөнәре буйынса тамамлай.
- Халыҡ-ара инженер академияһы һәм тау фәндәре академияһы академигы.
Биографияһы
үҙгәртергә- 1959—1979 — «Сахалиннефть» берекмәһе— быраулаусы, быраулау мастеры, производство-техник бүлеге начальнигы, быраулау эштәре идаралығы начальнигы, баш инженер.
- 1979—1984 — «Томскнефть» производство берекмәһенең быраулау эштәре идаралығы начальнигы.
- 1984—1987 — «Нижневартовскнефтегаз» етештереү берекмәһенең генераль директоры.
- 1987—1988 — СССР газ сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары.
- 1988—1989 — СССР нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары.
- 1989—1991 — СССР нефть һәм газ сәнәғәте министры.
- 1990—1991 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы дәүләт яғыулыҡ-энергетика комитеты рәйесе урынбаҫары.
- 1991—1994 — «Томскнефть» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры
- 1994—1998 — «Көнсығыш нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең президенты.
- 1993—1996 йылдарҙа РФ Федерация Советы ағзаһы .
- 1998—1999 — «Томскнефть» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.
- 1998 йылдан «ЮКОС ЭП (Ехрlоration & Рrоduction)» компанияһының беренсе вице-президенты.
- 1997—2001 йылда Томск өлкә думаһының депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- СССР Дәүләт премияһы (1986) — Көнбайыш-Себер нефть һәм газ комплексының тәбиғәт ресурстарын вахта ысулы менән эшкәртеү һәм индереү системаһын үҙләштергәне өсөн.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник./Сост. В. И. Ивкин. Москва, 1999. — ISBN 5-8243-0014-3