Фершампенуаз (Силәбе өлкәһе)
Фершампенуаз — Силәбе өлкәһендәге Нуғайбәк районы ауылы. Фершампенуаз ауыл биләмәһенең административ үҙәге
Фершампенуаз | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1842 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Фер-Шампенуаз[d][1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Нагайбәк районы һәм Фершампенуазское сельское поселение[d][2] |
Административ-территориаль берәмек | Фершампенуазское сельское поселение[d][2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
3224 кеше (1959)[3], 3496 кеше (1970)[4], 3938 кеше (1979)[5], 4349 кеше (1989)[6], 4435 кеше (2002)[7], 4368 кеше (2010)[8], 4048 кеше (2021)[9] |
Почта индексы | 457650 |
Фершампенуаз Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Яйыҡтың һул ҡушылдығы Ғөмбәй йылғаһын буйында, дала зонаһында, Магнитогорск ҡалаһынан 60 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, Силәбенән 210 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәНуғайбәктәр Ырымбур казак ғәскәре сафында Францияның Фер-Шампенуаз (fr:Fère-Champenoise коммунаһы исеме менән аталған) ҡалаһы янында яу тотҡан. 1814 йылдың 25 мартында казак ғәскәрҙәре бында еңеүгә өлгәшкән. Ырымбур губернаторы һәм хәрби тораҡ пункттар департаменты «Яңы төҙөлгән тораҡ пункттарға исем биреү тураһында» ҡарары менән рәсәй ғәскәре еңеүҙәре хөрмәтенә тарихта ҡалыр исемдәр бирелгән. Силәбе өлкәһе көньяғында урынлашҡан, рәсәй ғәскәре еңеүе иҫтәлегенә аталған башҡа ауылдар (Чесма, Берлин,Париж, Париж, Порт- Артур, Лейпциг, Варна, Бреды, Арси, Кассель) менән бер рәттән нуғайбәк ауылына Фершампенуаз атамаһы бирелгән.
Нуғайбәктәрҙең был тарафҡа килеп сығыуы 1730—1740 йылдарҙа Рәсәй империяһының колонизация сәйәсәте менән бәйле, ул ваҡытта Урал дала һыҙатында Ырымбур оборона линияһы төҙөлә һәм 1735—1741 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары баҫтырыла. «Нығытмалы колонизация» механизмы - яуланған сиктәрҙе нығытыу һәм казактар күсереп килтереү һәм нығытмаларҙа урынлаштырыу[10].
1736 йылда ойошторолған нығытмаға бынан 150-нән артыҡ йыл элек нуғайбәктәр Кама аръяғы оборона һыҙығынан хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһына күсерелгән.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[11] | 2010[12] |
4435 | ↘4368 |
Ауылдың күренекле кешеләре
үҙгәртергә- Сметанников Леонид Анатольевич (1943 тыуған), опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- Попцова, Раиса Ивановна (1900—1973), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.lemonde.fr/m-le-mag/article/2022/04/30/oubliee-par-moscou-fidele-a-poutine-fere-champenoise-le-fatalisme-a-la-russe_6124240_4500055.html
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населенных пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ В. Д. Пузанов: В. Н. Татищев и борьба за коммуникации Оренбургской экспедиции на Урале в 1735—1736 гг(недоступная ссылка)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.