Ферин Михаил Алексеевич

Ферин Михаил Алексеевич (14 декабрь 1907 йыл — 29 июль 1979 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ эшмәкәре, авиация производствоһын ойоштороусы. 19471977 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы директоры.

Ферин Михаил Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 (14) декабрь 1907
Тыуған урыны Торжок, Яңы Торжок өйәҙе[d], Тверь губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 июль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d], XXIII съезд КПСС[d], КПСС-тың XXV съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], XXIV съезд КПСС[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Алексеевич Ферин 1907 йылдың 14 декабрендә Торжок ҡалаһында (хәҙерге Тверь өлкәһе) тыуған. 1935 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын (МИСиС) инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлаған. 1927 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1939 йылда — 26-сы һанлы заводтың баш металлургы (Рыбинск, Ярославль өлкәһе). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул ныҡышмалы рәүештә авиамоторҙар клапанына утҡа сыҙамлы, төҫлө металдарҙы алмаштыра алған яңы иретмә өҫтөндә эшләй һәм уны производствоға индереүгә өлгәшә. Ошо эше өсөн ул 1946 йылда Дәүләт (Сталин) премияһына лайыҡ була. 19471977 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү заводы директоры булып эшләй. 1947 йылда завод поршенлы авиамоторҙар сығара һәм завод тирәләй күп һанлы барактар тора. Утыҙ йыл директор булып эшләү дәүерендә М. А. Ферин моторҙар эшләү заводын танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Өфө моторҙар эшләү заводы (УМЗ) иң яңы реактив двигателдәрен сығара, уларҙың күпселеге истребителдәрҙә ҡуллана (СССР-ҙың истребитель авиацияһының Варшава килешеүе илдәрҙең 70 % тәьмин итә. Бынан тыш, завод йыл һайын «Москвич» еңел автомашиналарына 425 мең мотор сығара. Заводтың үҙ Һарайы һәм Мәҙәниәт йорто, бик ҙур хәстәхана ҡаласығы (13-сө һанлы хәстәхана), ятаҡханалар, ике туҡланыу комбинаты, пионер лагеры, балалар баҡсалары, профилакторий, ял базалары, стадион, бер нисә ашхана һәм миллиондан артыҡ квадрат метрлыҡ һәйбәт йәшәү торлағы була[1].

М. А. Фериндың етәкселегендә АЗЛК-ла «Москвич» ғаиләһе автомобилдәре өсөн юғары механизацияланған һәм автоматлаштырылған двигателдәр индерелә, етештереү күләме 2 тапҡырға арта, авиация һәм ракета двигателдәренең яңы 25 өлгөһө үҙләштерелә.

Башҡорт ерендә М. А. Ферин дәүләт масштабындағы етәксегә тиклем үҫә.

Техник фәндәре кандидаты (1947). 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. СССР-ҙың 3 — 10 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1984). КПСС-тың XXI—XXV съездары делегаты.

1979 йылдың 29 июлендә вафат була. Өфөләге Көньяҡ зыяратта Геройҙар аллеяһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — авиамоторҙар клапандары өсөн яңы, дефицит төҫлө металдарҙы алмаштырыусы, утҡа сыҙамлы иретмә эшләүе һәм производствоға индергәне өсөн
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы (1974) — Ленин комсомолы исемендәге автомобиль заводында (АЗЛК) юғары механизациялланған һәм автоматлаштырылған «Москвич» автомобилдәрен эшләүе һәм индереүе өсөн
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968),
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958),
  • СССР-ҙың почетлы мотор эшләүсеһе (1985).
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)
  • биш Ленин ордены (1945, 1957, 1966, 1971, 1975)
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1957, 1962)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1939)
  • Өфөлә уға һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәл тантаналы шарттарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 85 йыллығын билдәләгәндә асыла. Тантанала предприятие етәкселеге, эшселәр, УМПО ветерандары һәм һәйкәлдең авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов була[2].
  • М. С. Фериндың ҡәберендә бюст ҡуйылған, уның авторы — А. И. Панов, 1-се «б» цехы литейщиктары ҡойоп эшләгән[3]..
  • Өфөнөң Калинин районындағы Инорс торлаҡ районында урамға исем бирелгән (элекке Тульская).
  • Өфөлә 52-се профессиональ училище уның исемен йөрөтә.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 99-100 с. ISBN 5-295-02294-3. Могила Героя Социалистического Труда Ферина М. А. Южное кладбище.
  • Ринат Халиков. Уроки Ферина. К 100-летию легендарного директора Уфимского моторостроительного завода. «Бельские просторы», 2007 — 12, стр.176-184.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ринат Халиков. Уроки Ферина. К 100-летию легендарного директора Уфимского моторостроительного завода. Бельские просторы, 2007 — 12, стр.176-184.
  2. В Уфе открыли памятник Ферину
  3. Ринат Халиков. Уроки Ферина. К 100-летию легендарного директора Уфимского моторостроительного завода. Бельские просторы, 2007 — 12, стр.176-184.

Һылтанмалар

үҙгәртергә