Фердинанд I (Болгария батшаһы)

(Фердинанд I ( Болгария батшаһы) битенән йүнәлтелде)

Фердинанд I (1887 йылға тиклем Леопольд Мария принц Карл Фердинанд Максимилиан Саксен-Кобург-Готский; 26 февраль 1861 — 10 сентябрь 1948) — Болгария кенәзе 1887 йылдың 7 июленә тиклем, һуңынан Болгария батшаһы (Өсөнсө Болгар батшалығын нигеҙләүсе) 22 сентябрь 1908 йылдан 3 октябрь 1918 йылға тиклем Саксен-Кобург-Готский династияһынан[5]. Әсәһе яғынан француз короле Луи-Филипп I ейәне, атаһы яғынан Фердинанд Саксен-Кобург-Заальфельдскийҙың ейәне. Шулай уҡ ботаник, энтомолог һәм филателист булараҡ билдәле.

Фердинанд I
болг. Фердинанд I
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Болгария
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Ferdinand Maximilian Karl Leopold Maria von Sachsen-Coburg und Gotha
Титул Prince of Saxe-Coburg and Gotha-Koháry[d], Duke in Saxony[d] һәм фюрст[d]
Тыуған көнө 26 февраль 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Вена, Австрия империяһы[1]
Вафат булған көнө 10 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][1][3][…] (87 йәш)
Вафат булған урыны Кобург[d], Германия[1]
Ерләнгән урыны Врана[d]
Атаһы Август Саксен-Кобург-Готский[d]
Әсәһе Клементина Орлеанская[d]
Бер туғандары Клотильда Саксен-Кобург-Готская[d], Амалия Саксен-Кобург-Готская[d], Филипп Саксен-Кобург-Готский[d] һәм Август Саксен-Кобург-Готский[d]
Хәләл ефете Мария Луиза Бурбон-Пармская[d], Элеонора Рейсс-Кестрицская[d] һәм Alžbeta Brezáková[d][4]
Балалары Борис III[d], Кирилл, князь Преславский[d], Евдокия Болгарская[d] һәм Надежда Болгарская[d]
Нәҫеле Саксен-Кобург-Кохарийская династия[d] һәм Саксен-Кобург-Гота (Болгария)[d]
Туған тел Немец теле
Һөнәр төрө энтомолог, ботаник, яҙыусы, офицер, хәрби хеҙмәткәр, хаким, орнитолог, зоолог, коллекционер животных
Эшмәкәрлек төрө царь[d]
Биләгән вазифаһы цари Болгарии[d]
Әүҙемлек урыны София[1]
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Монограмма
Хәрби звание генерал-фельдмаршал[d]
Ойошма ағзаһы Венгрия фәндәр академияһы[d] һәм Леопольд Академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Ferdinand I of Bulgaria
 Фердинанд I Викимилектә

Йәш сағында

үҙгәртергә

Австрия гусарский полкында хеҙмәт итә, һуңынан венгрҙар гонведтарына күсә.[6].

1887 йылда Баттенбергский Александр тәхеттән баш тартҡандан һуң, Вальдемар, Дания принцы — Рәсәйҙең ҡаршы эш итеү һөҙөмтәһендә — уңышһыҙ була, болгар халыҡ йыйылышы Д.Тончев тәҡдиме буйынса , С.Стамболов.тәьҫире менән, болгар тәхетенә принц Фердинанды һайлай. Фердинанд шундуҡ ризалыҡ менән яуап бирә «үҙ ғүмерен болгар халыҡы мәнфәғәтенә арнарға, әгәр Юғары Порт һәм державалар һайлауҙы таныһалар». Державалар, һәм, бигерәк тә, Рәсәй, һайлауҙы раҫлауҙан баш тарта. Шуға ҡарамаҫтан, Фердинанд Болгария территорияһына инә һәм болгар халҡына прокламациялар менән мөрәжәғәт итә. Унда былай тип әйтелә: " державаларҙың протесы минең шәхескә ҡаршы йүнәтелмәгән, ә тик һайлау формаһына. Ул илгә килергә хәл итә,державалар үҙҙәренең ҡаршы килеүҙәренән баш тартыуына өмөт белдерә ". 14 августа ул Тырновола конституцияға тоғролоҡ анты бирә[6].

Идаралығы

үҙгәртергә
 
Официальный портрет Фердинанда I

Фердинанд Стефан Стамболовҡа министрлыҡты ойошторорға йөкмәтә. Стамболов 7 йыл буйы Болгарияның һәм кенәздең үҙенең тулы хоҡуҡлы хакимы була, теләмәһә лә, уға даими буйһоноусан һәм хатта асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллауҙарҙы кисерә. Халыҡ алдында Рәсәй менән араны өҙөү өсөн уның яуаплы ғына түгел, әммә Стамболовтың тупаҫлығы һәм залимлығы өсөн дә яуаплылыҡ тота. Шуның өсөн дә Фердинанд үҙенә ҡарата шәхси симпатия уята алмай, һәм үҙе лә шулай уҡ зиннәтлелек менән һоҡлана һәм болгар халҡы, хатта кенәз Александрҙың ябайлығына күнккән юғары ҡатлам өсөн ғәҙәти булмаған этикет нормаларын үтәүҙе ҡәтғи талап иткән[6].

1893 йылда Фердинанд принцесса Мария-Луиза Пармаға өйләнә. Кәләшенең ата- әсәһе инанған католиктар була. Фердинанд конституция статьяларын үҙгәртеүгә ирешергә тейеш була. Тәхет вариҫы, мотлаҡ,православие булырға тейеш, тигән талап ҡуйыла. Стамболов тарафынан үҙгәртеү индерелә, шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси маҡсаттарын күҙ уңында тота.. Фердинанд, күрәһең, Стамболовтан ҡотолорға тырышып ҡарай, уның өсөн ысын мәғәнәһендә түҙеп торорлоҡ булмай башлай, һәм шуның менән бергә Болгарияны көрсөккә килтерә, әммә Австро-Венгр империяһының дипломаик агенты , Фердинандтың берҙән-бер таянысы , Стамболовты алыуға ҡәтғи ҡаршы протест күрһәтә. Ниһайәт, 1894 йылдың майында , Стамболов кенәздең уға күрһәтелгән шәхси хат баҫтыра. Фердинанд сығырынан сыға, Стамболовтың был ҡылығын намыҫһыҙлыҡ,тип баһалап, уны отставкаға ебәрә. Был тәүәккәл аҙым кенәздең шаҡтай популярлығын күтәрә һәм ошо ваҡыттан алып ул үҙаллы була. Болгарияның сәйәси тормошонда үҙ сәйәсәтен алып барыу мөмкинлеген ала[6].

 
Царь Болгарии Фердинанд I в 1916 году

Фердинанд Болгария менән Рәсәйҙе татыулаштырыу өсөн, католик иғәнәһенән һәм ҡатыны менән бәйләнештән баш тарта. 1896 йылда православиеға ул үҙенең улы Бористы ҡуша Элек ул католик инаныстарында булған.. Рәсәй һәм уның артынан башҡа державалар кенәзде таныйҙар, уның менән Драган Цанков һәм Петко Каравелов партиялары дуҫлашалар. Династияға ҡаршы оппозицияла булған юлбашсылар конституция оппозицияһына күсәләр, хатта етәксе партияларҙың башлыҡтары һәм ағзалары була алалар[6].

Фердинанд I Балҡанда Болгария гегемонияһына дәғүә итә.Үҙен Ғосман империяһының европа мираҫына төп дәүғәсе, тип һанай, шул уҡ ваҡытта Герман империяһы ярҙамына таяна. Уның урынына батша титулын ҡабул итә һәм тулы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан великокняжеский төркиә 1908 йылда ул тулыһынса Төркиәнән бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә һәм Бөйөк кенәз титулы урынына батша титулын ҡабул итә (шулай уҡ көнбайыш европа телдәренә «Болгария король» булараҡ тәржемә ителә). Шул уҡ ваҡытта Болгария Бөйөк кенәзлектән Болгар батшалығы тип атала. 1912—1913 йылдарҙағы Беренсе балҡан һуғышы йомғаҡтары буйынса Болгария Төркиәнән Фракия байтаҡ өлөшөн Эдирне менән һәм Македония ҙур өлөшөн Эгей диңгеҙенә сығыу юлы менән ала. Әммә шул уҡ 1913 йылда Македонияны бүлеү бйынса мәсьәләне хәл итә алмау сәбәпле, Фердинанд элекке союздаштарына -Греция һәм Сербияға — ҡаршы һуғыш аса (Икенсе Балҡан һуғышы). Был һуғышта Болгария еңелә, ерҙәренең бер өлөшөн ҡайтарырға мәжбүр була. Шул иҫәптән, Төркиә менән һуғышҡа ҡушылған Эдирне өлкәләрен.

1915 йылда Болгария Беренсе донъя һуғышында Германия яғында һуғыша (был юлы Төркиә менән берлектә), Балҡанда хәлде үҙ файҙаһына үҙгәртергә иҫәп тота[7].

Тәхеттән баш тартыуы һәм эмиграция

үҙгәртергә

Һуғышта еңелгәндән һуң, Фердинанд I улы Борис III файҙаһына тәхеттән баш тарта (1918) һәм илде ташлап китә. Кобургта йәшәп, Фердинанд улы БорисIII үлемен, икенсе улы Кирилл атылыуын, ейәне I Симеон II тәхеттән ҡолатылыуын һәм Болгарияла коммунистар власын урынлашыуын кисерә.

Мауығыуҙары

үҙгәртергә

Фердинанд яҙыусы һәм филателист булған. Варна эргәһендәге Евксиноград һарайы — уның франкофиль әҙәби зауығын дәлилләүсе күрһәткес.

Ағаһы Август менән бергә 1879 йылдың авгусында Бразилия буйлап сәйәхәт итә. Ул үҙен дәртле ботаник һәм энтомолог итеп таныта. Уның коллекцияларын бер өлөшөн Словакияның Света-Антон замогында күрергә мөмкин. Тәхеттән баш тартҡас, Света-Антонда ул оҙаҡ йәшәй.

Рәсәйгә визиты ваҡытында фирма «Фаберже» магазинында булған, мотлаҡ, ярайһы ҙур суммаға тауар һатып алған. Бер килгәнендә ярым шаяртып Карл Фаберже фирмаһы башлығына болгар министры булырға тәҡдим иткән.[8]

Кенәз поездарға ла битараф булмаған һәм бер нисә тапҡыр «Восточный экспресс»ты ҡаршы алған, машинист кабинаһына инеп, беренсе заң бирергә яратҡан.

1893 йылда Мария Луиза Бурбон-.Пармскаяға өйләнә. Был никахта дүрт балаһы тыуа:

  • Борис (1894—1943), Болгар батшаһы ;
  • Кирилл, кенәз Преславский (1895—1945);
  • Евдокия (1898—1985), кейәүгә сыҡмай вафат була;
  • Надежда (1899—1958), ире принц Альберт Вюртемберг. Надежда тыуғандан һуң бер нисә көн үткәс, Мария-Луиза вафат була.

Фердинанд кенәз 1908 йылдың 28 февралендә икенсе тапҡыр өйләнгән: уның ҡатыны Элеонора була (1860—1917), Рейсс Генрих IV-Шлейц-Кестрицский кенәз ҡыҙы. Был никахтан балалары булмай..

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
 
Генерал-баш-инфантериянан, шеф погон реконструкциялау 54-болғар батша ғали йәнәптәренә уның полк пехота полкы Минск
Болгария
  • « Изге Кирилл һәм Мефодийҙың Равноапостольного» ордены
  • ордендары, «Батырлыҡ өсөн» Ҙур тәре
  • «, Изге Александр» 1ст ордены
  • « Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены бөйөк тәре
  • , «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» орденыбөйөк тәре
Рәсәй
  • Изге Андрей Первозванный Ордены (1907)
  • Изге Владимир ордены, 1-се дәрәжә
  • Изге Александр Невский ордены[9]
  • Изге Анна ордены менән 1 ст.
  • Аҡ Бөркөт ордены
  • Изге Станислав ордены ст. 1
Австрия
  • Хәрби Мария Терезия ордены ҙур тәре
  • Хәрби хеҙмәте тәре хәрби отличие айырмаһы менән, 3-сө дәрәжә (1915)
  • Венгр короллегенең Изге Стефан ордены ҙур тәре (1899)
  • Орден Золотого руна (1911)
Германия
  • Пруссия Ҡара Бөркөт ордены
  • Пруссия ордендары Pour le Mérite имән япраҡтары менән (1916)
  • Пруссия Тимер тәре 1 һәм 2 класс
  • Гессен-Дармштадтский орден Филипп Великодушного 1 ст. ҡылыс менән
  • Саксен-Альтенбургский Орден Эрнестин йорто ҙур тәре
  • Баварский Военный орден Максимилиана Иосифа
Башҡа дәүләттәр
  • Италия. Орден Аннунциата (1897)
  • Неаполитан Константиновский орден Святого Георгия (1893)
  • Ғосман Орден Почета[en] (1910)
  • Француз Почетлы Легион ордены бөйөк офицер (1905)
  • Дания Фил ордены (1910)
Хәрби титулдары
  • Маршал Болгария (7 ғинуар 1916)
  • Германияның генерал-фельдмаршалы (18 ғинуар 1916)
  • Австрия фельдмаршалы (20 ғинуар 1916)
  • Төрөк муширы (1896)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118686720 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 König von Bulgarien Ferdinand // http://sdei.senckenberg.de/biographies/information.php?id=21685Немецкий энтомологический институт.
  3. 3,0 3,1 Lundy D. R. Ferdinand I of Bulgaria, Tsar of Bulgaria // The Peerage (ингл.)
  4. (unspecified title)
  5. Агамов А. М. Династии Европы 400—2016: Полная генеалогия владетельных домов. — М.: URSS, 2017. — С. 73. — 1120 с. — ISBN 978-5-9710-3935-8.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Водовозов В. Фердинанд I, князь болгарский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Отношение России к выступлению Болгарии на стороне Германии ярко выражается в названии фильма «Иуда — коронованный предатель Болгарии», вышедшем в российский прокат уже в начале декабря 1915 года.
  8. Кривошей Д. Ю., Скурлов В. В. Изделия фирмы «Фаберже» в коллекциях монархических домов Болгарии, Сербии и Черногории (конец XIX — начало XX вв.) // Клио. — СПб., 2017. — № 9 (129). — С. 161—162.
  9. Визиты славянских Монархов в Россию (1909—1911).

Һылтанмалар

үҙгәртергә