Төп менюны асырға

Өсөнсө Болгар батшалығы (болг. Царство България) — 1908 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән алып 1946 йылға монархия институтын бөтөрөүгә тиклем ғәмәлдә булған болгар дәүләте. Конституцион монархия булып тора (1879 йылғы төҙәтмәләре менән Тырнов конституцияһы). Дәүләт башлығы — батша (көнбайыш телдәргә әлеге титул шулай уҡ «король» тип тәржемә ителә), батшалыҡ иткән династия — Саксен-Кобург-Готскийҙар. Батшаның эшкә яраҡһыҙлылығы осрағында коллектив регентлыҡ ҡарала.

Өсөнсө Болгар батшалығы
болг. Царство България
ФлагГерб
Flag of Bulgaria.svgCoat of arms of Bulgaria (1927–1946).svg
Нигеҙләү датаһы 1908
Рәсми тел Болгар теле
Гимн Шуми Марица[d]
Описание девиза Единство даёт силу[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Flag of Bulgaria.svg Өсөнсө Болгар батшалығы
Административ үҙәк София
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Дәүләт башлығы Фердинанд I[d], Борис III[d], Q12292234? һәм Q20497550?
Закондар сығарыу органы Болгария милли йыйылышы[d]
Ҡулланылған тел Болгар теле
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Болгария кенәзлеге[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Народная Республика Болгария[d]
Алыштырған Болгария кенәзлеге[d]
Һуғыш/алыш Беренсе Балҡан һуғышы, Икенсе Балҡан һуғышы, Беренсе донъя һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Халыҡ һаны 7 029 349 кеше (1946)
Валюта болгар левы[d]
Сиктәш Румыния короллеге, Югославия короллеге, Сербияла немец хәрби хакимиәте[d], Демократик Федератив Югославия[d], СФРЮ[d], Греция короллеге[d], Ғосман империяһы һәм Төркиә
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 15 сентябрь 1946
Майҙан 153 459,6 км²
Урынлашыу картаһы
Официальная религия Болгарская православная церковь[d]
Commons-logo.svg Өсөнсө Болгар батшалығы Викимилектә

Балҡандар 1912—1913 йылғы Балҡан һуғыштарынан һуң
1908 йылда Көнсығыш Румелия һәм Болгария кенәзлеге Болгар батшалығына берләшә. 1912 йылға тиклем сик буйҙары ошо хәлдә ҡала.

ТарихыҮҙгәртергә

Батша Фердинанд I эраһыҮҙгәртергә

Ғосман империяһындағы киҫкен кризис менән файҙаланып, болғар кенәзе Фердинанд I Көнсығыш Румелияны аннексиялай һәм 1908 йылдың 22 сентябрҙә үҙен батша итеп иғлан итә (яңы стиль буйынса 5 октябрҙә) . Фердинанд осоронда конституцияға төҙәтмәләр индерелә, улар батша вәкәләттәрен киңәйтә һәм 1879 йылда ҡабул ителгән демократик ҡаҙиҙәләрен сикләй.

Беренсе Балҡан һуғышыҮҙгәртергә

1912—1913 йылдарҙа Беренсе Балҡан һуғышы барышында Болгария Ғосман империяһына ультиматум иғлан итә, унан һуң уның генерал Радко-Дмитриеватың етәкселегендәге армия Константинополгә табан хәрәкәтен башлай, 1913 йылдың 26 мартында Адрианополде яулап ала һәм Ғосман империяһы баш ҡалаһы Константинополгә яҡынлаша. Һуғыш һөҙөмтәһендә Болгария Ғосман империяһынан тулыһынса тиерлек Андрианополь менән Фракияны үҙенә ала (Константинополдән тыш) һәм Эгей диңгеҙенә киң юл асыуға өлгәшә.

Икенсе Балҡан һуғышыҮҙгәртергә

Балҡандарҙа ғосман биләмәләрен бүлешеү Сербияны һәм Грецияны ҡәнәғәтләндермәй, улар ғәскәрҙәрҙе алдан һөйләшелгән урындарға алып барыуҙан баш тарта. Македондар йәшәгән Македония кәртә булып сыға. Беренсе һәм Икенсе Балҡан һуғыштары араһында барыһы бер ай ваҡыт үтә. 1913 йылдың 29 июнендә болгар ғәскәрҙәре Македонияға бәреп инә. Бер үк ваҡытта Болгар ғәскәрҙәре Грецияла баҫып инә (Килкис аҫтындағы һуғыш). Сербияға һәм Грецияға Румыния (Болгарияға Румыния интервенцияһы (1913)) һәм Ғосман империяһы (Болгарияға Төркиә интервенцияһы (1913)) ярҙам итәләр. Болгария был һуғышта еңелә һәм Әдирнәне һәм Добруджаны юғалта, әммә Эгей диңгеҙенә сығыу юлын һаҡлап ҡала.

Беренсе донъя һуғышыҮҙгәртергә

1915 йылда Өсөнсө болгар батшалығы Беренсе донъя һуғышында Германия, Австро-Венгрия һәм Төркиә яғында һуғышҡа инә. Антанта илдәрендә Болгарияны «славянлыҡ хыянатсыһы» тип һанай башлайҙар.

Батша Борис III эраһыҮҙгәртергә

Һуғышта еңелгәндән һуң Фердинанд батша тәхеттән баш тарта һәм германияға әйләнеп ҡайта, 1918 йылда уның өлкән улы Борис III уның урынына ултыра. 1919 йылда Версаль солох процесы сиктәрендә Нёйис килешеүе төҙөлә, уға ярашлы Болгария Эгей диңгеҙенә сығыу юлын юғалта (Греция файҙаһына).

1920-се йылдарҙа Болгария Антанта илдәре меән бәйләнештәрҙе үҫтерә, урыҫ эмигранттарын илгә ҡабул итә. Болгарияның көсһөҙләнеү осоронда премьер Александр Стамболийский тәғәйенләнә, ул еңеүсе илдәр мәнфәғәттәрен яҡлаған сәйәсәт үткәрә, был хәл консерватив даирәләрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

1923 йылдың 9 июненә ҡараған төндө Болгарияла ҡала гарнизоны һалдаттары һәм София хәрби училищеһының юнкерҙары түңкәрелеш ойошторалар. Хөкүмәт һәм парламент ағзалары ҡулға алына, ә премьер итеп Александр Цанков тәғәйенләнә. Батша Борис түңкәрелеште хуплай. Яңы хөкүмәткә яуап итеп ә Сентябрь ихтилалы тоҡана, уны бик ҡаты баҫтыралар. Һул экстремистар террорҙы дауам итә (1925 йылдың 16 апрелендәге Изге Аҙнаға соборында шартлау). Элекке реваншистик ҡараштар яңы болгар хөкүмәтенә фашистик Италия менән бәйләнештәрҙе көйләргә булышлыҡ итә. Шулай ҙа илдә һайлауҙар үткәрелә һәм күп партиялы структура һаҡланып ҡала.

1934 йылдың 19 майында Болгарияла сираттағы түңкәрелеш була, уның һөҙөмтәһендә власты Кимон Георгиев «Звено» хәрби төркөмөнән хәрбиҙәр баҫып ала. Тырнов конституцияһының ғәмәлдәре туҡтатыла, сәйәси партиялар тыйыла. Эске сәйәсәттә үҙәкләштереү һәм иҡтисадты дәүләтләштереү үткәрелә. Тышҡы сәйәсәт элеккесә профашист булып ҡала. бындай төрҙәге режим монархофашизм исемен ала.

1934 йылдың 19 майындағы хәрби түңкәрелештән һуң Болгария менән Өсөнсө рейхтың яҡынлашыуы көсәйә[1].

1938 йылдың 1 авгусында Салоник килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла, уларға ярашлы Болгариянан армия һанын арттырыу буйынса сикләүҙәр алына, шулай уҡ болгар ғәскәрҙәрен ҡоралһыҙландырылған зоналаға индерергә рөхсәт ителә (Греция һәм Төркиә сиктәрендә).

1938 йылда Германия Болгарияға ҡорал һатып алыу өсөн 30 миллион рейхсмарка заём бирә[2].

1940 йылда батша Борис Болгарияға Көньяҡ Добруджаны кире ҡайтарыуға өлгәшә.

Болгария Икенсе бөтә донъя һуғышындаҮҙгәртергә

1941 йылдың 2 февралендә Болгария һәм Германия немец ғәскәрҙәрен Болгария территорияһында урынлаштырыу буйынса протоколға ҡул ҡуялар.

1941 йылдың 1 мартында Венала Болгарияның «Рим — Берлин — Токио» пактына ҡушылыуы тураһында документтарға ҡул ҡуйыла.

1941-се йылдың апрелендә Болгария Германия һәм Италияла менән берлектә ҡатнашты Грек һәм Югослав операцияларында ҡатнаша, һөҙөмтәлә ул Эгей диңгеҙе ярының бер өлөшөн ала (Көнсығыш Фракияның көнбайыш өлөшө −14 466 км² һәм Вардар Македонияның өлөшө — 28 000 км²)[3]. Болгарияның дәғүә итеүенә ҡарамаҫтан, уға Салоники һәм Изге Афон Тауын бирмәйҙәр.1941 йылдың сентябрендә инде Драма ҡалаһы тирәһендә болгар оккупацион көстәре Төркиә репатрианттары гректарға ҡаршы геноцидҡа тиң булған террор ойошторалар[3][4]. Бынан һуң Өсөнсө Рейх болгарҙар биләгән Үҙәк Македония биләмәләрен кәметә[5].

1941 йылдың 22 июненән һуң Болгарияла ҡаршылыҡ хәрәкәте йәйелә.

1941 йылдың 25 ноябрендә Болгария «Коминтернға ҡаршы пакт»ҡа ҡушыла[6].

1941 йылдың 13 декабрендә Болгария АҠШ-ҡа һәм Бөйөк Британияға һуғыш иғлан итә, әммә әүҙем хәрби ғәмәлдәр үткәрелмәй. Шуға ҡарамаҫтан, болгар ҡаларын союздаш авиацияһы бобмаға тота башлай. СССР-ға һуғыш иғлан ителмәй. Немец ғәскәрҙәрен урынлаштырыу һәм сеймал менән тәьмин итеүҙән тыш, Болгарияла йәһүд халҡына ҡарата дискриминацион саралар индерелә, әммә уларҙың береһе лә Болгариянан депортацияланмай.

Һуғыш йылдарында болгар армияһында ярты миллионға тиклем һалдат һәм офицер тиҫәпләнә, башлыса немец ҡоралы менән.

1944 йылдың 5 сентябрендә румынияның капитуляцияһынан һуң СССР Болгарияға һуғыш иғлан итә. Әммәболгарҙар Ҡыҙыл Армияға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай тиерлек. 9 сентябрҙә «Ватан фронты» көстәре менән әҙерләнгән ихтилал һөҙөмтәһендә прогерман хөкүмәте ҡолатыла, ә яңы властар Германияға һуғыш иғлан итә. 1944—1945 йылдарҙа болгар, армияһы немецтарға ҡаршы Югославияла, Венгрияла һәм Австрияла һуғыша. Ҡағиҙә булараҡ, болгар халҡының күпселеге һәм Ватан фронты сәйәсмәндәре СССР-ҙы яҡлай. Горян хәрәкәте Болгар халыҡ армияһынан һәм Болгария эске эштәр министрлығының Дәүләт именлеге бүлектәренән еңелә.

Өсөнсө Болгар батшалығының аҙағыҮҙгәртергә

Монархия Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң да, яңы регентлыҡ ваҡытында, һаҡланып килә. 1946 йылдың 8 сентябрендә референдум үткәрелә, унда һайлаусыларҙың 91,63 % ҡатнаша, шул иҫәптән 92,72 % республика өсөн тауыш бирә.

Симеон илде ташлап китә; бик күп йылдан һуң тыуған иленә ҡайта, сәйәсәт менән шөғөлләнә, һигеҙ йыл дауамында премьер-министр вазифаһын биләй.

Территороиаль табыштарынан Болгария Көньяҡ Добруджаны һаҡлап алып ҡала. Көнбайыш Фракиянан (1920 йылдан Грецияла урынлаша) һәм Македонияның грек өлөшөнән 150 мең болгар депортациялана. Шул уҡ ваҡытта Ҡара диңгеҙ буйында меңдәрсә йыл йәшәгән бөтә грек халҡы тиерлек Болгариянан депортациялана[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. В. В. Александров. Новейшая история стран Европы и Америки, 1918—1945. Учебное пособие для студентов исторических факультетов. — М.: Высшая школа, 1986. — С. 250—251.
  2. Освободительная миссия советских вооружённых сил на Балканах. / Отв. ред. А. Г. Хорьков. — М.: Наука, 1989. — С. 37. — ISBN 5-02-008474-3
  3. 3,0 3,1 3,2 университетская коллективная работа «Εμείς οι Έλληνες», Σκαϊ Βιβλίο, Афины 2008.
  4. Γριγοριάδης Σ.Ν. Ιστορία της σύγχρονης Ελλάδας 1941—1974. Т. 1. Афины: Polaris, 2009, s. 106—107. ISBN 978-960-6829-10-9
  5. Смотри карту оккупационные зоны в Греции 1941—1944
  6. Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. С. И. Вавилов. 2-е изд. том 5. М.: Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1950. стр.422-423

ҺылтанмаларҮҙгәртергә