Федосеев Глеб Борисович

Федосеев Глеб Борисович (4 сентябрь 1930 йыл — 11 май 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй пульмонологы һәм аллергологы, пульмонологтарҙың һәм аллергологтарҙың ватан фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1999), Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2014).

Федосеев Глеб Борисович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Эш урыны Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның алтын миҙалы ВДНХ-ның көмөш миҙалы Почёт ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Глеб Борисович Федосеев 1930 йылдың 4 сентябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған.

1954 йылда академик И. П. Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институтын тамамлай, артабан шунда эшләй.

1975—2007 йылдарҙа — госпиталь терапия кафедраһы мөдире, 1973—2003 йылдарҙа — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының пульмонология Бөтә Союз фәнни тикшеренеү институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары.

1999 йылда — Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты булып китә (РАМНА һәм РАСХН РАН-ға ҡушылыу сиктәрендә).

2019 йылдың 11 майында Санкт-Петербурта вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Глеб Борисович Федосеевтың ғилми тикшеренеүҙәре бронхиаль астма проблемаларына, этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә, диагностикалау, дауалау һәм профилактикалауға арналған.

18 монография, 4 ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы авторы һәм авторҙашы, 400-ҙән ашыу мәҡәлә һәм 7 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы.

Уның етәкселегендә 69 кандидатлыҡ һәм 27 докторлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡлана.

2003 йылдан Төньяҡ-Көнбайыш федераль округының штаттан тыш баш терапевы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • Почет ордены,
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы айҡанлы» миҙал,
  • ВДНХ-ның алтын миҙалы — бронхиаль астманы өйрәнеү буйынса эштәр комплексы өсөн,
  • ВДНХ-ның көмөш миҙалы — бронхиаль астма менән ауырыусыларҙың баротерапияһы буйынса эштәр комплексы өсөн,
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тамғаһы,
  • «Ватан алдындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә