Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы
Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы (15 декабрь 1921 йыл — 21 октябрь 1996 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
Фәүзиә Рәхимғолова | |
Исеме: |
Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Маҡар районының[1], Йәнырыҫ ауылы |
Вафат булған көнө: |
21 октябрь 1996 (74 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир, яҙыусы, журналист |
Дебют: |
«Яҡын дуҫ» (1947) |
Биографияһы
үҙгәртергәФәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
Йәшләй етем ҡалған Фәүзиә балалр йортонда тәрбиләнә. 1935 йылда Өфө педагогия техникумына уҡырға инә. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, моторҙар эшләү заводына эшкә бара. Һуғыштан һуң 7 йыл уҡыта, завуч булып эшләй, 2 йыл балалар китапханаһында, бер нисә йыл «Пионер» журналында бүлек мөдире була.
Артабан республика культура-ағартыу методик кабинетында методист, мәктәптә уҡытыусы, мәғариф бүлегендә инспектор була.
1953-54 йылдарҙа «Пионер» (хәҙерге «Аманат» журналындында хеҙмәт һала.
1965—1968 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый.
1968 йылда Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғарипов һәм Әнисә Таһирова менән берлектә Фәүзиә Рәхимғолова «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа туранан-тура ҡатнаша һәм баҫмала 1971 йылға тиклем эшләй.
1982 йылда Фәүзиә Рәхимғоловаға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].
Әҙип 1996 йылдың 21 октябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Китаптары
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Ишембай районы.
- ↑ 2,0 2,1 Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 21.01.1982 N 6-2/22 «О присвоении почетного звания «Заслуженный работник культуры Башкирской АССР» Рахимгуловой Ф. А.» «Законы России» сайты 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Она призывала людей к доброте (К 95-летию со дня рождения поэтессы Фаузии Рахимгуловой) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)
- Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Она призывала людей к доброте (К 90-летию со дня рождения поэтессы Фаузии Рахимгуловой)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.