Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр (лат. PersiаФарсия, Ирандың боронғо атамаһы) фарсы теленән үҙләштерелгән йә сығышы менән уға бәйләнгән һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәр. Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр Евразияның күп халыҡтары телдәренә ингән, йыш ҡына күп баҫҡыстар үтеп, йәғни иран телдәренә инмәгән башҡа телдәр (ғәрәп, төрки телдәр) аша урау юлдар үтеп йөрөгән. Үҙ сиратында фарсы теле лә Иранға ислам дине үтеп ингәндән һуң ғәрәп теленән үҙләштерелгән бик күп һүҙҙәрҙе төньяҡҡа һәм көнсығышҡа үткәреүсегә әүерелә.

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр

Исламға тиклемге боронғо фарсы теле әрмән теленең лексикаһына ҙур йоғонто яһай. Хәҙерге фарсы теле, урта фарсы теленең дауамсыһы булараҡ, ғәрәптәр яулағандан һуң Ирандың исламлашыу осоронда барлыҡҡа килә. Уға ғәрәп теле менән мосолман мәҙәниәте ҙур йоғонто яһай. Иран ислам диненә күскәс, фарсы теле һүҙҙәре бик күп семит, төрки[1], һинд-арий, нах-дағстан телдәренә үтеп инә. Фарсы теле урду теле формалашыуға бик ҙур йоғонто яһай. Бер аҙ славян телдәрендә, шул иҫәптән рус телендә лә осрайҙар: джейран, чинара, базар, майдан, арбуз, чемодан, сарафан, диван, тур, бахча, душман, Навруз һәм башҡалар)[2]. Балҡан телдәренә фарсы һүҙҙәре төрөк теле аша инә.


Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр — башҡорт телендә

үҙгәртергә

Фарсы һүҙҙәренең башҡорт теленә үтеп инеү барышы бер нисә этаптан тора[1] 2020 йыл 29 октябрь архивланған..

Беренсе ҡатламға башҡорт теле үҫешенең башланғыс осоронда үҙләштерелгән һүҙҙәр инә, мәҫ.: фарсы телендә һәм башҡортса:

javānmard] — “йомарт”,

[čarx] — “сар”,

[zanjir] — “сынйыр”,

[čārak] — “сирек” һәм башҡалар.

Был һүҙҙәр башҡорт теленең фонетик закондарына тулыһынса буйһонған, әүҙем һүҙ запасына ингән.

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең киләһе ҡатламы башҡорт теленә Урта быуаттарҙа, башҡорттар фарсы телле халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә булған саҡта, инеп ҡала: мәҫәлән, “сауҙа”, “келәм”, “кәләпүш”, “һеркә” һәм башҡалар.

Өсөнсө ҡатлам иң ҙуры булып тора, ул башҡорт теленә иҫке төрки теле аша инә. Башҡорттар өсөн әҙәби тел хеҙмәтен үтәгән иҫке төрки теленә фарсы теленең йоғонтоһо ифрат ҙур була. “Хоҙай”, “фәрештә”, “гонаһ”, “аждаһа”, “дошман” һәм башҡа киң таралған һүҙҙәр фарсы теленән иҫке төрки аша ингән.

Фарсы теле аша башҡорт теле тарафынан ғәрәп теле һүҙҙәре үҙләштерелгән, уларҙың үҙенсәлекле фономорфологик төҙөлөшө нәҡ шуның менән аңлатыла: “китап”, “тәбиғәт”, “мөхтәрәм”, “битараф”, “хәбәрҙар” һ.б.

ХХ быуаттың 30‑сы йылдарында дингә ҡаршы пропаганда көсәйгәнлектән фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бик күбе ҡулланыуҙан алып ташлана. 80‑се йылдар аҙағынан фарсы теленән ингән һүҙҙәр башҡорт телендә ҡабаттан ҡулланыуға индерелә башлай: “йәдкәр”, “дарыухана”, “оҫтахана”, “фарман”, “хәстәхана”, “һөнәри” һ.б[2] 2020 йыл 29 октябрь архивланған..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.