Раянов Фәнис Мансур улы
Раянов Фәнис Мансур улы (12 декабрь 1938 йыл) — хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018) кавалеры.
Фәнис Мансур улы Раянов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Свердловск юридик институты |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (1999). |
Биографияһы
үҙгәртергәФәнис Мансур улы Раянов[1] 1938 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Туҡтағол ауылы ауылында тыуған.
1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлаған.
1965 йылдан — Башҡорт АССР-ының Нуриман районы прокуроры ярҙамсыһы, унан һуң Балтас районы прокуроры була.
1969—1970 йылдарҙа Свердловск юридик институтының Өфө факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләй.
1970—1973 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.
1974 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1978—1981 йылдарҙа һәм 1988—2004 йылдарҙа БДУ-ның дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире була.
1981—1986 йылдарҙа һәм 1989—1992 йылдарҙа Фәнис Раянов БДУ-ның юридик факультетының деканы була.
2004 йылдан башлап ул — Урал дәүләт юридик академияһыың Өфө филиалында кафедра мөдире, 2005 йылдан — профессор.
2005 йылдан — «Правовое государство: теория и практика» журналының баш мөхәррире.
2006 йылдан башлап — Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһында профессор, вуздың ғилми-инновация идаралығы фәнни-тикшеренеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре.
Фәнис Мансур улының фәнни эшмәкәрлек даирәһе — дәүләт-хоҡуҡ төҙөлөшө, хоҡуҡ өлкәһендәге реформа, аграр-хоҡуҡ мәсьәләләре. Ул Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында дәүләт-хоҡуҡ төҙөлөшө һәм хоҡуҡ реформаһы буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.
Раяновтың уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 41 фән кандидаты бар.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәФанис мансурович Раянов — 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.
- Раянов Ф. М. Проблемы теории государства и права (юриспруденции). М.: Право и государство, 2003.
- Раянов Ф. М. Государственно-правовые «болезни»: исторический диагноз. Уфа, 2005.
- Раянов Ф. М. Правовое государство — судьба России, Уфа: Полиграф-Сервис. 2007.
- Раянов Ф. М. Правовое государство и современный мир.- СПБ.: Издательство «Юридический центр-Пресс». 2012. −175 с.
- Раянов Ф. М. Проблемы теории и практики правового государства. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2013.-300 с.
- Раянов Ф. М. Теория правового государства.-М.: Юрлитинформ, 2014.-272 с.
- Раянов Ф. М. Гражданское общество и правовое государство: проблемы понимания и соотношения. -М.: Юрлитинформ, 2015. — 320 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Статья в Башкортостан:краткая энциклопедия . Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 14 февраль 2013 года. 2013 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 декабрь 2018 йыл
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 29 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Раянов Фәнис Мансур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
- Профиль на сайте АН РБ
- Евразийский юридический портал. Фанис Мансурович Раянов