Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы

журналист, яҙыусы, шағир, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре
(Фаниль Абдулхадыевич Асянов битенән йүнәлтелде)

Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы (30 декабрь 1929 йыл — 30 ғинуар 1995 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Боҙаяҙ ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, драматург
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы[1], СССР Журналистар союзы[d][1] һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә
  • 1948 йылда Боҙаяҙ районында урта мәктәпте тамамлай, гәзетала эшләй;
  • 1953 йылда ВЛКСМ-дың Боҙаяҙ район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана;
  • 1955 йылда «Башҡортостан әҙәбиәте» журналында «Шоферҙар» исемле беренсе хикәйәһе баҫыла;
  • 1955—1959 йылдарҙа Өфөлә Юғары партия мәктәбендә уҡый;
  • 1959 йылдан — «Ҡыҙыл тан» республика гәзите редакцияһында эшләй
  • 1960 йылда «Йүкәләр сәскә атҡанда» исемле беренсе хикәйәләр йыйынтығы баҫыла;
  • 1963 йылда Башкорт АССР-ы Журналистар союзының яуаплы секретары итеп һайлана;
  • 1970 — 1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты һаҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһе яуаплы секретаре;
  • 1984 йылдан — профессиональ яҙыусы.

Сәсмә әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Йүкәләр сәскә атҡанда. Хикәйәләр. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1960, 122 бит (башҡорт телендә)
  • Чапай командаһы. Хикәйә. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте, 1962, 92 бит (башҡорт телендә)
  • Вәғәҙә. Повесть. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1965, 154 бит (башҡорт телендә)
  • Урмансы малайы. Повесть. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1966, 95 бит (башҡорт телендә)М., «Дет.лит.», 1972, 110 бит (рус телендә)
  • Журавли возвращаются вновь. Повесть и рассказы. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1968, 212 бит (башҡорт телендә; М., 1981, 223 бит (рус телендә)
  • Япраҡтарҙы сәскәләр янырта. Повесть һәм хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1970, 172 бит (башҡорт телендә)
  • Һайланған мөхәббәт. Повесть һәм хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1971, 176 бит (башҡорт телендә)
  • Йондоҙҙар яуғанда. Повестәр. Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1974, 318 бит (башҡорт телендә)
  • Мөғәлимә апай. Хикәйәләр . Өфө, Башҡорт китап нәшриәте,, 1978, 176 бит (башҡорт телендә)
  • Мөхәббәт һағышһыҙ булмай. Повесть. Башҡорт китап нәшриәте, 1979, 263 бит (башҡорт телендә)
  • Уттар ғына ҡалды. Повести. Башҡорт китап нәшриәте, 1981, 274 бит (башҡорт телендә)
  • Ышаныс. Роман. Башҡорт китап нәшриәте, 1985, 294 бит (башҡорт телендә)
  • Ҡынғыраулы гармун. Повесттәр һәм хикәйәләр. Башҡорт китап нәшриәте, 1988, 112 бит (башҡорт телендә)

Драма әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Тол ҡатындар» (« Япраҡтарҙы сәскәләр янырта» повесы буйынса) ,
  • комедия «Кин урамдар тар ине» (Нәжиб Асанбаев менән берлектә),
  • «Күнелдән һөйләшеүҙәр»,
  • «Ал тандар».

Шиғырҙары

үҙгәртергә

Йырҙарға һүҙҙәр ижад итеүсе булараҡ та билдәле. Уның «Янғантау баҫҡыстары», «Иҫләйһенме, иркәм?», «Әйтмәгеҙ һеҙ, әсәйҙәргә ауыр һүҙ» һәм башҡалар кин билдәле йырҙар һанала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • Өфөлә Достоевский урамының Фәнил Әсәнов йәшәгән 102/3 йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • Яҙыусынын исемен Боҙаяҙ урта мәктәбе йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник. Оформление А. Королевского. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1977, 416 стр.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә