Фазылбәкова Мөнәүәрә
Фазылбәкова Мөнәүәрә (рус. Фазылбекова Мунавара) - ( 1923 йылғы) - шәфҡәт туташы, 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ул һуғышта яраланған һалдаттарҙы ҡотҡарыр өсөн һәләк булған.
Фазылбәкова Мөнәүәрә | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1923 |
Тыуған урыны | Балтаc районы |
Вафат булған көнө | 25 август 1942 |
Вафат булған урыны | Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | медсестра |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәМөнәүәрә Фазылбәкова 1923 йылда БАССР-ҙың Балтас районы Иҫке Уразай ауылында донъяға килгән.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Балтас районының Шауъяҙы фельдшер пункты мөдире булып эшләй.
1942 йылдың 25 авгусында Ростов өлкәһенең Скацерск ауылы янында Мөнәүәрә яуҙа яраланған һалдаттарҙы госпиталгә оҙатырға әҙерләп йөрөгән була. Кинәт ул яралылар ятҡан блиндажға дошман танкыһы яҡынлашыуын күреп ҡала. Шәфҡәт туташы граната тотоп ала ла танк аҫтына ташлана. Был батырлыҡтың шаһиттары һөйләүенсә, танк блиндажға тиклем бер нисә метр ҡалған ерендә туҡтап ҡала. Уны әле бары тик 19 ғына йәшлек ҡыҙ, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, туҡтата. Ҡаһарманлығы менән тиҫтәләгән һалдатты ҡотҡара. Был турала уның әле Балтас ауылында йәшәгән йәшәгән полкташы Т. Ғәлимйәнова хәбәр итә[1] [2]
Иҫтәлеге
үҙгәртергәУразайҙар ҡаһарман ауылдашының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Балтастың Дан аллеяһында Мөнәүәрә Фазылбәкованың һынын ҡуйырға ниәтләнәләр. Яҡташтары Хәнис Хәзимов һәм Риф Ғарипов "Уразай һәм уразайлылар" тигән китап сығарған, унда Мөнәүәрә Фазылбәкованың батырлығы ла һүрәтләнә [3].
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- А.А.Кулагина. Медики Башкирии в боях за Родину / А. А. Кулагина. - Уфа : Полиграфкомбинат, Б. г. (1995). - 79 с. - ISBN 5-85051-038-9 .
- Х.Хазимов, Р.Гарипов. «Уразай һәм уразайлылар» - Уфа, 2018
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://search.rsl.ru/ru/record/01001717783 А.А.Кулагина. Медики Башкирии в боях за Родину
- ↑ http://www.bashinform.ru/articles/123306/Сегодня в Уфе чествовали военных медиков]
- ↑ 10 апреля прошла презентация книги Х.Хазимова и Р.Гарипова «Уразай һәм уразайлылар»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вклад Башкортостана в Великую Победу 2020 йыл 23 апрель архивланған.