Уфанет — телекоммуникациялар операторы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе һәм Новгород өлкәһе биләмәләрендәге система интеграторы. Әлеге ваҡытта компанияның Өфө ҡалаһынан тыш 9 ҡалала филиалы эшләй: Ырымбур, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Орск, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ҡазан, Түбәнге Новгородта[2].

«Уфанет» АЙ
Нигеҙләнгән

1996

Уранлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан: Өфө

Төп фигуралар

Бәхтиәров Искәндәр Мәхмүт улы (генераль директор), Әхмәтшин Марат Марс улы (директорҙар советы рәйесе)

Тармаҡ

Ҡалып:ISIC

Продукция

интернет, кабель телевидениеһы, цифрлы телевидение, телефония, видеокүҙәтеү

Әйләнеш

1,4 млрд һум (2010)[1]

Операцион килем

83,8 млн һум. (2010)[1]

Килем

77,6 млн һум. (2010)[1]

Сайт

ufanet.ru

Компания Өфө ҡалаһында иң ҙур интернет-провайдер һәм телевидение кабель операторы, Башҡортостан Республикаһында лидерҙарҙың береһе булып тора. Корпоратив клиенттар, физик шәхестәрҙе үҙ эсенә алған киң клиент базаһы, шулай уҡ элемтә операторҙары бар.

«Уфанет» 150 000-дән ашыу фатирҙа телефон, кабель телевидениеһы, видеокүҙәтеү һәм FTTB технологиялары буйынса (йортҡа тиклем оптоволокно) Интернет хеҙмәттәре күрһәтә. Шулай уҡ корпоратив сектор өсөн дә (8000-дән ашыу клиент) эре хеҙмәт күрһәтеүсе булып тора: системалы интеграция, цифрлы элемтә каналы, радиоэзернет, селтәрҙәр төҙөү, ИТ-аутсорсинг, видеокүҙәтеү, монтаж эштәре.

2013 йыл башына «Уфанет» ҡалаларҙа хеҙмәт күрһәтеү баҙарының ҙур өлөшөн биләй[3].

«Уфанет» социаль объекттарҙы хеҙмәттәр күрһәтеүгә бушлай тоташтырыу буйынса әүҙем социаль сәйәсәт алып бара, «Хәүефһеҙ ҡала» системаһы төҙөү буйынса проекттарҙа ҡатнаша. Төбәктең бөтә тиерлек ҙур компаниялары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары уның клиенттары булып торалар[4].

Директорҙар советы рәйесе — Әхмәтшин Марат Марс улы, генераль директоры — Бәхтиәров Искәндәр Мәхмүт улы.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • «Уфанет» АЙ Башҡортостан Республикаһында киң һыҙатлы лимитһыҙ тариф мөмкинлеге биргән икенсе оператор (быға тиклем Башинформсвязь компанияһынан «Төнгө осоусы» ғына булған) һәм лимитһыҙ тарифын тулыһынса ҡулланырға мөмкин булған (исеменән күренеүенсә, «Төнгө осоусы» бары тик төнгө ваҡытта бирелә) беренсе оператор булып тора.
  • «Уфанет» компанияһы йыш ҡына Өфө ҡалаһында һәм хеҙмәттәр күрһәткән башҡа ҡалаларҙа үткән ҙур сараларҙы ойоштороусы булып сығыш яһай[5][6][7].
  • «Уфанет» 2010 һәм 2011 йылдарҙа gorobzor.ru тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Өфөнөң иң яҡшы интернет-провайдеры тип танылған.
  • «Уфанет» АЙ Башҡортостандың башҡа провайдерҙарына көслө конкуренция булдырҙы һәм әлеге ваҡытта Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбурҙа ла иң популяр провайдер булып тора[8].
  • 2010 йылда компания юғары асыҡлыҡ форматында үҙ UTV телеканалын асып ебәргән.
  • Компания 2010 йылдан башлап йыл һайын хеҙмәттәр күрһәткән ҡалаларҙа «Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ» социаль проекты үткәрә. Проекттың маҡсаты — балаларға, уларҙы тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә иғтибар йүнәлтеү. Өлкәндәргә бөгөн үк беҙҙең балалар төҙөйәсәк киләсәк хаҡында уйланырға мөмкинлек биреү.
  • 2011 йылда компаниянан сығыусылар Ҡаҙанда «Уфанет» компанияһының бүлендек предприятиеһы булмаған яңы компания ойоштора — «Казгорсеть» ЯАЙ (Каҙан ҡала селтәре)[9]. 2015 йыл башынан алып «Казгорсеть» «Уфанет» АЙ филиалына үҙгәртелгән.
  • Компания 2012 йылдан башлап йыл һайын мәктәпте тамамлаусыларҙың "Яҙғы бал"ын үткәрә, ә 2013 йылдан ошо байрам хеҙмәттәр күрһәтелгән бөтә ҡалаларҙа тиерлек үткәрелә.
  • 2012 йылда компания тарафынан уҡыу планын, уҡыу курсы эш программаһын, предметтарҙы, дисциплиналарҙы (модулдәр), йыллыҡ календарь уҡыу графигын, һәм урта, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларының электрон журналдарын һәм уҡысыларының көндәлектәрен алып барыу өсөн тәғәйенләнгән «→→→→→» электрон журналының веб-сайты төҙөлгән. Системала уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсәләрҙең персональ мәғлүмәттәрен эшкәртеү, уҡыу программаһын, дәрестәргә йөрөштө, ағымдағы һәм йомғаҡлау баһаларын иҫәпкә алыуҙы, өйгә эште тәғәйенләүҙе, ойошманың белем биреү эшмәкәрлеге буйынса отчеттарының төрлө төрҙәрен формалаштырыуҙы ла индереп, уҡыусының электрон өлгәш журналдарын һәм көндәлеген алып барыу тормошҡа ашырыла.
  • Компания 2013 йылда Рәсәйҙең һәм донъяның башҡа мөйөштәренең уникаль тәбиғәте тураһында юғары асыҡлыҡ форматында «Тере тәбиғәт» телеканалын эшләтә башлаған.
  • 2014 йылдан башлап компания йыл һайын хеҙмәттәр күрһәтелгән бөтә ҡалаларҙа тиерлек «Классик музыка марафоны» үткәрә. Был проекттың маҡсаты: классик музыканы популярлаштырыу һәм тергеҙеү, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙе классик музыка мәҙәни мираҫына ылыҡтырыу, шулай уҡ граждандарға музыкаль мәҙәниәт тәрбиәһе биреү. Марафон Башҡортостандың хәҙерге заман композиторҙарына ижади проекттарын демонстрациялау өсөн мөмкинлектәр бирә. Һәр кешенең донъя классик музыка хазиналарына ҡағылыу мөмкинлеге проекттың уникаллеге булып тора.
  • 2014 йылдың 1 октябренән башлап тағы бер туристик автор киноһы «Туристар күҙлегенән» HD-телеканалы эшләй башлай. Телеканал эфирында донъяның төрлө илдәре тәбиғәте тураһында һәүәҫкәр туристик фильмдар һәм тематик видеотаҫмалар күрһәтелә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Финансовая отчетность АО "Уфанет" в разделе "О нас" (PDF, 76 кБ). Ufanet.ru.
  2. Устав акционерного общества «Уфанет» (новая редакция) (PDF, 3,7 МБ; в архиве ZIP), 16 февраля 2015. Центр раскрытия корпоративной информации, 27 февраля 2015. — Карточка компании АО «Уфанет».
  3. Группа компаний «Уфанет»(недоступная ссылка — историякопия) . Трилистник групп.
  4. О компании(недоступная ссылка — историякопия) . АО «Уфанет».
  5. С «Уфанетом» по дорогам столицы — бесплатно!(недоступная ссылка) Живи с Уфанетом! (блог компании). (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2012)(Тикшерелгән 7 апрель 2012)
  6. Здоровая молодежь — здоровая нация!(недоступная ссылка) Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2012)(Тикшерелгән 7 апрель 2012)
  7. Зухра Владимирова. «Пионерская зорька» взошла над Уфой. НеДома.ру, 21 мая 2007 г. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2012)(Тикшерелгән 7 апрель 2012)
  8. Анна Балашова, Наталья Павлова, Инна Ерохина. МТС договаривается о покупке компании «Уфанет», крупнейшего в России независимого интернет-провайдера, лидера рынка Башкирии // Коммерсантъ Башкортостан. — 2011. — № 70. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2012)(Тикшерелгән 7 апрель 2012)
  9. Арслан Минвалеев, Эльвира Вильданова. Уфимцы вложат миллиард в завоевание телекоммуникационного рынка Казани. Бизнес-онлайн, 12 марта 2012 г. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2012)(Тикшерелгән 7 апрель 2012)