Уругвай (йылға)
Уругвай (исп. Río Uruguay) — Көньяҡ Америкалағы йылға.
Уругвай | |
---|---|
исп. Río Uruguay | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1600 км |
Бассейн | 365 000 км² |
Һыу сығымы | 5500[1] м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Пелотас менән Каноас |
· Бейеклеге | 1800 м |
· Координаталар | 27°36′30″ ю. ш. 51°27′21″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Ла-Плата |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 33°56′45″ ю. ш. 58°24′34″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Илдәр | Бразилия, Аргентина, Уругвай |
Уругвай Викимилектә |
Атамаһы
үҙгәртергәЙылғаның атамаһы гуарани индеецтарының теленән барлыҡҡа килә һәм «төрлө төҫтәге ҡоштар йылғаһы» тип тәржемә ителә.
Тасуирлама
үҙгәртергәЙылға Бразилияла, 1800 метр бейеклектә Пелотас һәм Каноас йылғалары ҡушылған урында, башлана. Артабан Уругвай төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Йылға һул яҡ яр буйындағы Бразилия һәм Уругвай менән уң яҡтағы Аргентина араһында дәүләт сиген барлыҡҡа килтерә. Парана йылғаһының Ла-Плата эстуарийына ҡоя.
Оҙонлоғо — яҡынса 1600 км[2] (Пелотас йылғаһы менән бергә — 2200 км), бассейн майҙаны — 365 мең км²[1]. Үҙенең тамағында киңлеге 12 километрға барып етә.
Төп ҡушылдыҡтары — Ибикуи һәм Рио-Негро.
Хужалыҡта әһәмиәте
үҙгәртергәСальто ҡалаһына тиклем үрге ағымында, Уругвай йылғаһы ҡая теҙмәләре аша үткән урында һикәлтәләр бик күп. Сальто ҡалаһынан түбәнерәк йылғала суднолар йөрөй ала[3]. Төп порттары: Конкордия (Аргентина), Сальто, Пайсанду, Фрай-Бентос (Уругвай).
Уругвай йылғаһы системаһы гидроэнергетика мохтажлығы өсөн файҙаланыла. Аргентина һәм Уругвайҙың уртаҡ «Салто-Гранде» гидро-электр станцияһы йылғала иң ҙуры тип иҫәпләнә. Уругвай ҡушылдығы Рио-Негро йылғаһында ике эре гидро-электр станциялары — Ринкон-дель-Бонете һәм Ринкон-дель-Байгоррия төҙөлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Varis Olli. Management of Transboundary Rivers and Lakes. — Springer, 2008. — P. 272. — ISBN 9783540749264. (инг.)
- ↑ Río de la Plata . Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 5 февраль 2012 года. (инг.)
- ↑ «Страны и народы: Южная Америка», Москва, «Мысль», 1983, стр. 212