Урта Азия көтөүсе эте

Урта Азия көтөүсе эте йәки Түбэт (ҡаҙаҡса төбет, түбә эте һүҙенән), йыш ҡына Алабай, Үҙәк Азия овчаркаһы тип атала — Үҙәк Азияның төбәктәренән сыҡҡан боронғо эт тоҡомо. Күп кенә Урта Азия халыҡтарында йыш осрай торған, яһалма селекция ярҙамында сығарылмаған, аҫаба эт.

Урта Азия көтөүсе эте
Рәсем
Масса 50 килограмм[1] һәм 40 килограмм[1]
Ил Урта Азия
Каталог коды 335
Бейеклеге/буйы 70 сантиметр[1] һәм 65 сантиметр[1]
 Урта Азия көтөүсе эте Викимилектә
Түбэт көсөгө
Инә эт һәм көсөктәре
Урта Азия көтөүсе эте һәм хужаһы

Көтөүселек өсөн файҙаланыла, шулай уҡ һаҡ һәм ҡарауыл хеҙмәте өсөн ҡулланыла.

Йыш ҡына тоҡом алабай тип йөрөтөлә, ләкин был — ҡушамат һәм ала төҫтө генә белдерә.

Ҡаҙаҡ далаларында көтөүселәр ҡәҙимдән ҡулланған һәм түбэт (ҡаҙ. төбет) тип йөрөткән, йәғни түбәлә ултырған эт.

Урта Азия овчаркаһы — типик молоссоид, 4 мең йыл буйына Ҡытайҙан, Каспий диңгеҙенән, Көньяҡ Уралдан Афғанстанға тиклем формалашҡан.

Әлеге тоҡомда күсмә халыҡтарҙың төрлө көтөүсе эттәре ҡаны һәм Месопотамия һуғышсан эттәре ҡаны ҡушылған. Тибет мастифына ҡәрҙәш булып тора.

Түбэт көтөү, каруандар, хужа йорто һаҡлау өсөн ҡулланылған.

Хәл торошо

үҙгәртергә

Төркмәнстанда әлеге тоҡом төркмән бүре баҫыусы эте тип атала һәм милли байлыҡ булып һанала, илдән сығарыу тыйылған.

Үзбәкстанда әлеге тоҡом бүребаҫар тип атала һәм көтөүҙе бүренән, шакалдан һаҡлау өсөн ҡулланыла.

1930 йылда СССР-ҙа был тоҡом менән әүҙем эш башлана.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Түбэт — ҙур, массив, киң бәдәнле эт. Ҡара, аҡ, һоро, көрән, һары, ала төҫлө була ала.

Урта Азия көтөүсе эте тәү сиратта территория һаҡлай (алман овчаркаһы хужаны һаҡлай), хәжа йәки милек өсөн тик асыҡ ҡурҡыныс тыуғанда ғына һөжүм итә, нейтраль территорияла кешегә ҡағылмай.

Урта Азия көтөүсе эте — флегматикҡа оҡшаш, немец овчаркаһынан айырмалы булараҡ хужаның иғтибарын эҙләмәй, ҡайһы бер эшлекле кешеләр уға көнөнә ни бары 20 мин иғтибар бирә һәм шул етә, һис шикһеҙ немец овчаркаһы шаҡтай күберәк иғтибар талап итә.

Тап шундай сәбәптәрҙән Урта Азия көтөүсе эте 2011 йылда Россияла иң популяр эт тоҡомо булып сыҡҡан. Түбэт шәхси мал-мөлкәт, йорттар, дачалар, коттедждар, баҡсаларҙы яҡшы һаҡлай.

Ҡатмарлы холоҡло, шуға күрә армияла, полицияла, төрмәләрҙә ҡулланылмай.

Төрки илдәрҙә бик популяр.

Йәшерен эт талаштырыуҙарҙа йыш ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә