Ураҙмәт (Татарстан)

Ураҙмәт — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Ураҙмәт ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Ураҙмәт
татар. Уразмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Ураҙмәт

Координаталар

55°24′ с. ш. 53°35′ в. д.HGЯO

Халҡы

278 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423986 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 428 800 01 

Код ОКТМО

92 642 480 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ураҙмәт (Рәсәй)
Ураҙмәт
Ураҙмәт
Ураҙмәт (Татарстан) (Татарстан)
Ураҙмәт

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Ауыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ураҙмәт — Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 140 башҡорт, 235 типтәр; 1834 йылда — 167 башҡорт, 75 типтәр; 1902 йылда — 828 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870189719061920192619381949195819701979198920022010
5786687588921117994938694678711524358318278

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 556-559. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.