Ыумас
Ыумас (ыумас ашы) — башҡорт милли аш-һыуы.
Ыумас ашы | |
аштар | |
Милли аш-һыу | |
---|---|
Авторы | |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
он, зелень, борос |
Булыуы мөмкин |
сало, һуған, һоло, ҡатыҡ, тоҙ |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
Ыумас ашы былай әҙерләнә: тәүҙә тоҙло һыуҙа ваҡ ҡына итеп туралған картуф бешерелә. Икенсе һауытҡа әҙ генә һыу һалына. Уға бойҙаймы, арышмы, борсаҡмы, ҡарабойҙай йәки һоло онон һалып бутайҙар. Килеп сыҡҡан бутаманы тотошлайы менән алып ыуа башлайҙар. Таҡтаға ваҡ ҡына ҡамыр киҫәктәре ҡойолғансы ыуалар. Шуларҙы алып, ҡайнап торған картуф лы һыуға һалып, 2-3 минут бешерәләр. Ыумас әҙер.
Эс майында ҡурылған башлы һуған, ҡорот, йә ваҡ ҡына итеп туралған йәшел һуған менән ашайҙар.
Ыумас ашын картуфһыҙ ҙа, һыуҙа ла, һурпала ла, һөттә лә бешереп була.
Ҡыҙыҡ факттар
үҙгәртергәЫумас та, башҡа аштар ҙа — башҡорттарҙың яратҡан ризыҡтары. Аштары, ғәҙәттә, ҡуйы була.
Башҡортостан халҡы ҡуйы, ҡайнар аш ашарға ярата. Бешергәндә күбеһе лавр япрағын һала. Һурпа эскәндә уны ҡоротлап, ҡатыҡлап эсергә яраталар. Ҡыҙыл, ҡара борос һибәләр. Туҡып йомортҡа һалыуҙары мөмкин.[1].
Рецепт
үҙгәртергәТуҡмас әҙерләү ысулы:
Ҡулланышы
үҙгәртергә- Ыумас өҫтәлгә айырым бирелә, бәрәңге менән ит ҡушылып икенсе ашамлыҡ була. Ыумас йәйге аш иҫәпләнә.
Әҙерләү
үҙгәртергә- Әкрен һыу өҫтәп, йомортҡа менән ондо ҡушып бутарға. Ҡамыр барлыҡҡа килгәс, ыуып, 15-20 мм ҙурлыҡта туптар яһап, өҫтөнә он һибергә;
- Ит һурпаһына бәрәңге турарға;
- Бешкән ит менән бәрәңгене алып, ҡайнап ултырған һурпаға ваҡ итеп туралған балтырғанды йомортҡаға манып ашҡа өҫтәргә;
- Балтырған 10 минут тирәһе бешергә тейеш. Һуңынан, ыумас менән туралған һуған ҡушып тағы 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Ашҡа әсе ҡорот, ҡаймаҡ өҫтәргә була. Ашығыҙ тәмле булһын!
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мусульманские праздники / Миллион великолепных блюд для юбилеев, свадеб и праздничных столов народов России . Дата обращения: 10 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мигранова Э. В. Умас // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- http://xn--80aab3ajbbyxkzy4a8he.xn--p1ai/%D0%BF%D0%B5%D1%80%D0%B2%D1%8B%D0%B5-%D0%B1%D0%BB%D1%8E%D0%B4%D0%B0/%D1%8B%D1%83%D0%BC%D0%B0%D1%81-%D0%B0%D1%88%D1%8B-%D1%81%D1%83%D0%BF-%D1%81-%D1%82%D1%91%D1%80%D1%82%D0%BE%D0%B9-%D0%BC%D1%83%D0%BA%D0%BE%D0%B9/ 2016 йыл 1 сентябрь архивланған.
- http://www.chumata.ru/index.php/iz-testa/102-yumas 2016 йыл 18 август архивланған.
- https://yandex.ru/images/search?text=%D1%8B%D1%83%D0%BC%D0%B0%D1%81&stype=image&lr=172&noreask=1&source=wiz
- Башкирская кухня
- http://www.bashcuisine.ru/page/5(недоступная ссылка)