Украина мәҙәниәте
Украина мәҙәниәте — украин халҡы, башҡа халыҡтар һәм аҙ һанлы халыҡтарҙың, УССР - ға тиклем булған дәүләттәрҙең, хәҙерҙе Украинаның мәҙәниәте.
Украин милли мәҙәниәте өсөн халыҡ мәҙәниәте төп нигеҙ булып тора, уның базаһында яйлап профессиональ фән, әҙәбиәт, сәнғәт формалаша. Украина мәҙәниәтенең үҙенсәлеген географик шартарының йоғонтоһо, тарихи юлдың айырымлылығы, шулай уҡ башҡа этник мәҙәниәттәр менән бәйленештәре лә билдәләй. X быуатта христиан динен ҡабул итеү мәҙәниәттең үҫешендә мөһим тарихи этап булып тора.
Дөйөм характеристика
үҙгәртергәУкраин халҡының бай һәм ҡатмарлы тарихы бар. Уға башҡа күп төрлө халыҡтар һәм ҡәбиләләр араһында тереклек итергә тура килә. Уларҙың һәр береһе тиерлек украин еренә ҡул һуҙған. Ошондай ауыр, ҡатмарлы шарттарҙа үҙенең иреклеген дошмандарҙан һаҡларға тура килгән, ҡоллоҡ хәленә төшкән саҡтар ҙа булған. Туҡтауһыҙ көрәш украиндарҙа сағыу, уларға ғына хас һыҙатты — азатлыҡ һөйөүсәнлекте булдыра. Нәҡ ошо һыҙат XVI быуат аҙағында уҡ Украинала ул ваҡыттағы иң беренсе демократияны булдырыуға булышлыҡ итә. Днепр йылғаһының түбәнге өлөшөндәге ҡыйынлыҡ менән үтә торған йылға һикәлтәренән көньяҡҡараҡ урынлашҡан Сечь атамаһы аҫтындағы төп нығытма (укр. Запорiзька Січ), урыҫ. Запорожская Сечь) үҙҙәре өсөн генә түгел, күрше халыҡтар өсөн дә иң ҡеүәтле демократия һәм азатлыҡ бастионы була. Шуға ла бөтә украин халыҡ ижады азатлыҡ һөйөүсәнлек тойғоһо менән һуғарылған. Күп мәртәбә иреклеген, бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан, украиндар гел азатлыҡты һағынғандар, ошо юҡһыныу һәм азатлыҡ өсөн көрәш халыҡ ижадының бөтә төрҙәрендә лә — йөрәккә үтеп инерлек йыр даръяһында, уйланыуҙарында, риүәйәттәрендә, һынлы һүрәт сәнғәтендә, сигеүҙә, көршәк әүәләү оҫталығында, туҡыусылыҡта һ.б. сағылдырған.
Украинаның тарихи юлының ҡыйынлыҡтары арҡаһында (XIII быуатта татар - монголдарҙан яулап алыныуы, XIV—XVI быуаттарҙа поляк - литваларҙың экспансияһы, XIX—ХХ быуаттарҙа Рәсәй һәм Австрия империяларынан бойондороҡлолоғо) украин мәҙәниәтендә ғәҙәттән тыш роль уйнай. XVI быуатта феодаль - бояр аҡ һөйәктәре католицизм һәм поляк мәҙәниәтен ҡабул итә һәм XVIII быуат аҙағына казактарҙың үрге ҡатламы урыҫлашыуға дусар була — украин йәмәғәтселеген күбеһенсә тулы баһалы милли мәҙәниәт элитаһы булмауы ошо ваҡиғаларға бәйле.
Мәҙәниәттең ысын ижадсылары һәм йөрөтөүселәре булып йәмәғәтселектең киң массалары ҡала килә — крәҫтиәндәр, казактар һәм һөнәрселәр. Украин мәҙәниәте үҙенең тарихының оҙайлы осорҙары дауамында халыҡсан булып үҫешә. Таң ҡандырырлыҡ үҙенсәлеклек һәм колоритлыҡ менән һуғарылған халыҡ ижады, халыҡ ғөрөф - ғәҙәттәре унда бик ҙур урын биләй. Халыҡ уйланыуҙарында, йырҙарҙа, бейеүҙәрҙә, биҙәү ғәмәли сәнғәтендә был бигерәк тә сағыу һүрәтләнә. Нигеҙҙәре нәҡ Киев Русе (укр. Ки́ївська Русь) мәҙәниәтенә барып тоташҡан традицияларҙы һаҡлау һәм дауам итеү арҡаһында XVI—XVII быуаттарҙа украин мәҙәниәтенең күтәрелеше һәм XIX быуаттағы мәҙәни яңырыуы мөмкин була.
Шул уҡ ваҡытта украин милли мәҙәниәтенең ошондай характерҙа үҫешенең кире һөҙөмтәләре лә һиҙелә. Бик оҙайлы ваҡыт дауамында Укранинала тыуып - үҫкән бик күп һәләтле шәхестәр тыуған яғын ҡалдырып, артабанғы тормошон һәм ижадын урыҫ, поляк һәм башҡа мәҙәниәттәр менән бәйләнеләр. Шунан башҡа, тәбиғәт фәндәре өлкәһендә алға китеш (гуманитар өлкәһе менән сағыштырмаса) йомшағыраҡ була.
Шуның менән бергә, үҙенсәлекле һәм боронғо мәғариф системаһы үҙенең сәскә атыу осорон казактар дәүерендә кисерә һәм халыҡтың тотош грамоталылығын тәьмин итә. Китаптар яҙыуының элекке традициялары, Европаның алдынғы үҙәктәренә , атап әйткәндә, Византия мәҙәниәт традицияларына, шулай уҡ коллегиумдар үҫешкән селтәре арҡаһында фәндәр һәм юғары белем үҙәге булараҡ Острожск һәм Киево - Могилянск академияларына иҫәп тотоу; меценатлыҡ һәм бер нисә билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренең — Константин Острожский, Петр Конашевич - Сагайдачный, Иван Мазепа һ.б. мәҙәниәттең үҫешеүенә булышлыҡ итеү — былар барыһы ла украин мәҙәниәтен донъя кимәленә күтәрә, китап баҫтырыу өлкәһендә классик шедевраҙарын ижад итеү, архитектура, әҙәбиәт өлкәһендә, фәндә шаҡтай ҙур уңыштарға ирешергә мөмкинлек бирә.
Украина мәҙәниәте тикшеренеүсеһе Иван Огиенко, украина мәҙәниәтенә тәү башлап донъяға ҡарата асыҡлыҡ, ксенофобия булмауы һәм гуманлыҡ хас булған, тип билдәләй. Украин мәҙәниәтенең гуманлығы хаҡында һөйләгәндә, мәҙәниәттең әүҙем үҫешкән осоронда (XVII—XIX быуаттар) ҡиммәттәр системаһы үҙе үк үҙенсәлекле булғанын да билдәләп үтер кәрәк. Бындай һығымтаға Григорий Сковорода, Феофан Прокопович, Пантелеймон Кулиш, Тарас Шевченконың ижад мираҫы бай мәғлүмәт бирә. Улар үҙҙәренең фәлсәфәүи яҙмаларында кешелек бәхете асылы һәм шарттары, кешелектең йәшәйеш мәғәнәһе тураһында һорау ҡуялар.
Фәҡирлек, ауырыу һәм мәҙәниәтһеҙлек проблемаларын техник прогресс, хеҙмәттең етештереүсәнлеген күтәреү, мәғрифәтле монархтар һәм социаль экспериментаторлыҡ ярҙамында еңеп сығыуҙы планлаштырған башҡа Европа илдәре фекеренән айырмалы, украин аҡыл эйәләре бөтөнләй икенсегә өндәйҙәр. "Туғандаш хеҙмәт" һәм үҙ - үҙеңде танып белеү, байлыҡтан да айырылырға йәл булмаған азатлыҡ, тормош ихтыяждарын сикләү, рухилыҡтың өҫтөнлөгө — һуңғы Европа экзистенциализм шарттарында украин аҡыл эйәләренең пропагандалаған һәм яҡлы булған бәхет рецептары һәм йүнәлештәре ошо инде. Бөгөнгө көндә бөтә кешелек өсөн тап ошондай ҡараш айырым мәғәнәгә эйә.
Тарихи очерк
үҙгәртергәСығанаҡтары
үҙгәртергәХәҙерге Украина территорияһында археологтар тарафынан күп һанлы мәҙәниәт табылған, улар кешелектең тулыһынса тарихи үҫеш юлын — ппалеолит, мезолит һәм неолит осорҙарын кәүҙәләндерә. Тимер быуаты Украина территорияһында Черняхов культураһы, ә еҙ быуаты — Триполь (укр. Трипільська культура) һәм Ям культуралары менән күҙ алдына килтерелә.
- "Мәңге булғанлыҡ" теорияһы — хәҙерге типтағы кешенең йәшәй башлаған осорҙан алып, йәғни 30-40 мең йылдан 2-3 млн йылға тиклем;
- Автохтон теорияһы (М. Грушевский), был теорияға ярашлы украин этник нигеҙен Украина территорияһында көн күргән һуңғы палеолит халҡы тәшкил итә, ә россияндарҙың һәм белорустарҙың үҙҙәренең айырмалы нигеҙе һәм йәшәү территориялары булған;
- "Берҙәм сәңгелдәк" теорияһы (был теория СССР-ҙа дөйөм ҡабул ителгән ине): бер - береһенә яҡын славян халыҡтарҙан торған берҙәм боронғо урыҫ халҡы;
- "Айырым көнсығыш славян халыҡтарының бойондороҡһоҙ үҫеше" теорияһы, йәғни украин, урыҫ, белорус халыҡтарының үҫеше тураһында билдәлелек алған аҙаҡҡы ваҡыттағы теория.
Русь мәҙәниәте
үҙгәртергәIX быуатта Көнсығыш Европала Русь монархия дәүләте барлыҡҡа килә, уның үҙәге Киев була. Русь мәҙәниәтенең нигеҙе булып үҙенә бер башҡа көнсығыш ҡәбиләләренең мәҙәниәте тора. Уның барлыҡҡа килгән осорона славян халыҡтарының хужалыҡ йәшәү рәүешендә күптән игенселек өҫтөнлөк алған була, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ мөһим кәсептәр булып һанала. X быуатҡа халыҡ һөнәрҙәре лә тә юғары кимәлгә өлгәшә — тимерҙән һәм төҫлө металдан әйберҙәр эшләнә, көршәк әүәләү, туҡыусылыҡ, тире иләү һәм эшкәртеү, ташта һәм ағаста һырлау һөнәрҙәре үҫешә.
Рус ҡәбиләләренең мәжүси ышаныуҙарына алмашҡа килгән христианлыҡ мөһим ваҡиға була һәм Владимир Бөйөк тарафынан 988 йылда рәсми рәүештә ҡабул ителә. Христианлыҡты ҡабул итеү байтаҡҡа яҙма телдең (бер аҙ ваҡыткирил алфавиты һәм глаголица ҡулланыуы йәнәшә килә), шулай уҡ боронғо ҡомартҡылары сиркәү - славян телендә яҙылған әҙәбиәтенең дә үҫешен тиҙләтә. Византия мәҙәниәтенең йоғонтолары ла мөһим була, атап әйткәндә, архитектурала Византия стиле, рухани музыкала знамен йыр һуҙыуы (укр.знаменний спів) тарала.
XIII—XV быуаттар
үҙгәртергәXIII быуаттың уртаһында татар - монголдар иҙеүе оҙаҡҡа һуҙылған иҡтисади емерелеү сәбәбе була. произвлстволарҙың ҡайҙы берҙәрендә түбәнәйеүе йәки ҡатмарлы ҡоролмаларҙың бөтөнләй онотолоуы күҙәтелә, һөнәрселек сәнәғәте ябайлаштырыла. Оҙайлы ваҡытҡа төҙөлөштәр туҡтатыла. Орда хужалары тарафынан зарарланмаған православие сиркәүе рухани мәҙәниәттең үҙәге булып ҡала.
Киев һәм Чернигов кенәзлектәре бөлгөнлөккә төшкәндән һуң уңайлы геополитик урын биләгән Галиц - Волынск кенәзлеге (укр. Галицько-Волинське князівство) украин мәҙәниәтенең үҙәге булып китә. Хәл торошо украин ерҙәренең Литва Бөйөк кенәзлеге составына ингәненән һуң яйлап үҙгәрә башлай. Мәҙәниәт өлкәһендә Көнбайыш Европа йоғонтоһо һиҙелә башлай. Уның урындағы традициялар менән ҡушылыуы дәүерҙең мәҙәни йөкмәткеһен һүрәтләй. Гуманитар өлкәләрҙә (тарих, фәлсәфә) фәнни белемдәр ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Әҙәбиәттә донъяуи мотивтар үҫешә. Ғибәҙәтханалар архитектураһы ҡала төҙөлөштә таралған готик стиле төҫө ала. Халыҡ сәнғәтенең төрлө жанрҙары — декоратив - ғәмәли, музыкаль, театраль — үҫешен дауам итә. Халыҡ ижады героик, азатлыҡ мотивтары менән байый.
XVI—XVIII быуаттар
үҙгәртергәXVI быуатта иҡтисади тормоштоң йәнләнеүе һәм тотороҡланыуы дауам итә, ҡалалар һаны үҫә. Волындә һәм Галичинала донъяуи ҡорамалар ағастан түгел, ә таш һәм кирбестән төҙөлөү ҡуллана башлай, XV быуатта Львовта водопровод төҙөлә.
Люблин уния килешеүенә ярашлы 1569 йылда украин ерҙәре Речь Посполитая хакимлығы аҫтында ҡала. Яңы шарттарҙа социаль элитаның бер мәғәнәле булмай. Үҙенең меценатлыҡ эшмәкәрлеге менән Константин (Василий) Острожский, князь Юрий Слуцкий, Елизавета (Галшка) Гулевтчевна дан ҡаҙанылар. Әммә украин феодалдарының , дин башлыҡтарының күпселеге Речь Посполитая хакимлығы шарттарында милли мәҙәниәттән — телдән, ғөрөф -ғәҙәттәрҙән, православие диненән алыҫлашалар.
Ошо тарихи ситуацияла халыҡтың рухи лидер ролен XV - XVI быуаттарҙа формалашҡан һәм үҙенсәлекле йәмғиәт торошон кәүҙәләндергән казактар үҙ өҫтөнә ала. Нәҡ казактар милли дәүләтселектең традицияларын күтәреп ала, православие сиркәүенең һәм украин теленең яҡлаусыһы була.
XIX быуат
үҙгәртергәХХ — ХХI быуат башы
үҙгәртергәУкраин сәнғәте
үҙгәртергә- Украин һынлы сәнғәте
- Украин әҙәбиәте
- Украин музыкаһы
- Украин театры
- Украина кинематографы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Донъя һәм ватан мәҙәниәте тарихы һәм теорияһы. Лекциялар курсы. Киев: Лыбидь, 1993 .- 390 бит.
- Украин һәм сит илдәр мәҙәниәте. Донецк: Восточный издательский дом .- 2001—372 бит.
- Дмитрий Антонович. Украинское искусство и культура
- История украинской культуры / Ред. И. Крипьякевича. Киев, 2002 (по изданию 1937 г.)