Удельно-Дыуанай торамаһы

Археологик ҡомартҡы

Удельно-Дыуанай торамаһы — (рус. Удельно-Дуванейское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. XII—VIII быуаттарынан б.э. III—VIII быуаттарына ҡараған, һуң бронза быуаты, иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Удельно-Дыуанай торамаһы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Благовещен районы

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Урынлашыуы үҙгәртергә

Удельно-Дыуанай торамаһы Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауылынан көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар үҙгәртергә

Боронғо тораманың яҡынса 250 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.

Яртылаш ер өй рәүешендәге торлаҡ, 9 бағана соҡоро, 2 хужалыҡ соҡоро табылған. Бағана соҡорҙарының 6‑һы торлаҡтың периметры буйлап урынлашҡан.

Ҡаҙып сығарылған керамика һауыттар бер нисә археологик мәҙәниәткә ҡарай:

Бахмут мәҙәниәте — ваҡ таш һәм ҡом ҡушып эшләнгән, ҡорһағы бәләкәй соҡорло биҙәк төшөрөлгән, осло, оҙонса һыҙаттар менән биҙәлгән һәм биҙәкһеҙ һауыттар;

Ҡараяҡуп мәҙәниәте — ҡом ҡушылған; ауыҙы тирәләй осло һыҙаттар, тешле мөһөр эҙҙәре менән биҙәлгән;

Ҡормантау мәҙәниәте — ҡабырсаҡ онтағы ҡушылған, муйыны һәм ҡорһағының юғары өлөшө ҡыя, кәкерсәк һыҙыҡтар, өсмөйөштәр, флагтар, түңәрәк соҡорҙар менән биҙәлгән;

Межа мәҙәниәте — ҡабырсаҡ онтағы ҡушылған, муйыны һәм ҡорһағы ҡыя, кәкерсәк һыҙыҡтар, штрихтарҙан торған һыҙаттар менән биҙәлгән.

Торамала 3700‑гә яҡын табылдыҡ, шул иҫәптән таш ҡырғыстар, уҡ башаҡтары, бысаҡ һымаҡ пластина, осланған һөйәктәр, беҙҙәр, тишкестәр, арҡыры балта, балсыҡтан һәм тальк ташынан 2 ҡойоу формаһы табылған.

Халҡы малсылыҡ һәм һунар менән шөғөлләнгән.

Ҡомартҡы материалдары Башҡорт дәүләт университеты фондында һаҡлана.

Асыш тарихы үҙгәртергә

Удельно-Дыуанай торамаһы 1958 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

1965 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк, 1966, 1971 йылдарҙа археолог, .тарих фәндәре кандидаты Игорь Борисович Васильев, СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева, 1984 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов тикшеренеүҙәр үткәрә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Р. Б. Исмәғилев Удельно-Дыуанай торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 11 август архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Иванов В. А., Обыдённов М. Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.