Төньяҡ Македония һәм НАТО
Төньяҡ Македония Республикаһы һәм НАТО (Төньяҡ Атлантик договор Ойошмаһы) әлеге ваҡытта илде альянсҡа ҡушыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. НАТО етәкселегенең Македония Республикаһын альянсҡа инергә саҡырыуы 2008 йылғы Бухарест саммиты ваҡытында Греция тарафынан бикләнә. НАТО илдәре, Македонияның атамаһына бәйле бәхәс хәл ителгәс, илдең НАТО-ға инергә яңынан саҡырыласағы менән килешә[1]. Греция фекеренсә, күршеһенең конституция менән раҫланған исеме уның Грецияның Македония төбәген территориаль экспансиялауға ынтылышы тип баһалана. Вето һалынғас, БМО-ның Халыҡ-ара судына «Элекке югослав Македония Республикаһы» тигән атаманың НАТО-ға инеү өсөн ҡабул ителерлек вариант булыуы тураһында Греция өҫтөнән дәғүә бирелә. Греция етәкселеге иһә, Македонияны НАТО-ға алмау ҡарарының күмәкләп ҡабул ителеүен һәм ике ил араһындағы ваҡытлы килешеүҙең боҙолмауын билдәләп, дәғүәне урынһыҙ күрә. Греция ошо бәхәс арҡаһында Македонияның Европа берләшмәһенә инеүен дә тотҡарлай алыуын белдерә. АҠШ-тың элекке Дәүләт секретары Хиллари Клинтон Македонияны һәм Грецияны бәхәсте хәл итеү буйынса «ҡулай ҡарар табырға» һәм Македонияның НАТО-ға инеүен тотҡарламаҫҡа саҡыра. 2014 йылда, барлыҡҡа килеүенә 65 йыл тулғанда, НАТО әлегә яңы илдәрҙе ағза булырға саҡырмай тороуы тураһында иғлан итә. Ҡайһы бер аналитиктар, мәҫәлән, Атлантика советының аналитика үҙәгенән Хорхе Бенитес, өлөшләтә быны Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуына бәйле донъя хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы яңы шарттар тыуыуы менән аңлата[2].
Төньяҡ Македония һәм НАТО |
Македонияла саммит һөҙөмтәләре буйынса һорашыу үткәрелә, һорашылған халыҡтың 82,5 проценты НАТО-ға ҡушылыу өсөн генә илдең Конституция менән нығытылған исемен үҙгәртеүгә ҡаршы булыуын белдерә[3]. Шул уҡ ваҡытта 85,2 процент НАТО ағзаһы булыуға ҡаршы түгел[4].
Ил «Тыныслыҡ хаҡына партнерлыҡ» программаһына 1995 йылда инә һәм, Албания кеүек үк, 1999 йылда ағза булыу өсөн тейешле эш-ғәмәлдәр планын үтәй башлай. Ил 1999 йылда НАТО-ның Югославияға һөжүмендә ҡатнаша, шулай уҡ Косово ҡасаҡтарын урынлаштырыу буйынса ярҙам ала. 2001 йылдың авгусында НАТО көстәре албан сепаратистары менән бәрелештәрҙә ҡатнаша, был алышта Милли азат итеү армияһы тигән фетнәсел албан төркөмө хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы тора. «Мул уңыш» операцияһы барғанда, утты туҡтатыу тураһында килешеүгә өлгәшкәнән һуң, НАТО ғәскәрҙәре урындағы хәрбиҙәр менән бергә баш күтәреүселәрҙе ҡоралһыҙландыра[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ BBC NEWS | Europe | Nato Macedonia veto stokes tension (билдәһеҙ). news.bbc.co.uk. Дата обращения: 24 март 2017.
- ↑ NATO rules out admitting new members anytime soon (en-US), Fox News (5 июль 2014). 24 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Macedonians Won’t Give Up Name for NATO, Angus Reid Global Monitor (13 март 2008). 20 сентябрь 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Macedonians Hugely Oppose Name Change For NATO Entry - Poll, Dow Jones Newswires (18 сентябрь 2008). 20 сентябрь 2008 тикшерелгән.
- ↑ NATO’s relations with the former Yugoslav Republic of Macedonia . NATO (26 май 2008). Дата обращения: 22 сентябрь 2008. Архивировано 11 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 11 сентябрь архивланған.
Төньяҡ Македония һәм НАТО Викимилектә |