Урта Европа тигеҙлеге

(Төньяҡ Европа тигеҙлеге битенән йүнәлтелде)

Урта Европа тигеҙлеге — Европала тигеҙлек, Польша, Германия, Дания, һәм шулай уҡ Бельгия һәм Нидерланд биләмәләрендә урынлашҡан. Төньяҡта Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре яр буйҙары, көньяҡта Герцин Европаһының тауҙары һәм ҡалҡыулыҡтары менән сикләнгән.

Урта Европа тигеҙлеге
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Чехия
 Германия
 Польша
 Дания
 Нидерланд
 Бельгия
Урынлашыу картаһы
Карта
 Урта Европа тигеҙлеге Викимилектә

Европа картаһында

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тигеҙлек көнбайыштан көнсығышҡа табан яҡынса 600 километрға һуҙылған, киңлеге — 200 километрҙан 500 километрға тиклем. 50 метрҙан 100 метрға тиклем (айырым мореналы теҙмәләрҙә — 300 метрҙан ашыу) бейеклектәр өҫтөнлөк итә. Тигеҙлек башлыса эзбизташтан һәм ҡомташтан формалашҡан.

Климаты уртаса, диңгеҙ климатынан континенталь климатҡа күсә. Йыллыҡ яуым-төшөмдөң миҡдары көнбайыштан көнсығышҡа табан 800 миллиметрҙан 500 миллиметрға тиклем кәмей. Ҡар ҡапламы көнбайышта тотороҡло түгел, көнсығышта 1,5—2 ай дауамында һаҡлана. Тигеҙлек йылғаларҙың ҡуйы селтәре (Одер, Эльба, Везер, Рейн бассейндары) менән ҡапланған, бында боҙланыу осоронан һуң барлыҡҡа килгән бихисап күлдәр урынлашҡан.

Һоро урман һәм көлһыу тупраҡтар өҫтөнлөк итә. Тәбиғи флора — имән-бук (көнбайышта) һәм ҡатнаш (көнсығышта) урмандар — ҙур дәрәжәлә бөтөрөлгән йәки ылыҫлы ағастар менән алыштырылған; төньяҡта — верещатниктар, торфлы һаҙлыҡтар. Йылға үҙәндәре буйлап — туғайҙар. Ҙур майҙандарҙы иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре биләй, шулай уҡ көтөүлектәр һымаҡ файҙаланыла.

Урта Европа тигеҙлегендә халыҡ тығыҙ ултырған. Уның территорияһында Познань, Берлин, Гамбург, Бремен, Ганновер, Амстердам, Роттердам һ.б. ҡалалар урынлашҡан.