Тәңребирҙе
Тәңребирҙе (рус. Тенгрибердино) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Йомаш ауыл Советына ҡараған ауыл. 1834 йылда нигеҙләнгән. ХХ быуаттың 1971 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[1].
Тәңребирҙе | |
Нигеҙләү датаһы | 1834 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Башҡортостан Республикаhы Баймаҡ районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1971 |
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәАуылдың исеме тәүге төпләнеүсе Тәңребирҙе (Тәңребирҙе Ильясов) антропонимына барып тоташа[2].
Географик урыны
үҙгәртергәЙомаш ауылынан көнбайышҡа табан 5 км, район үҙәге Баймаҡтан көнбайышҡа табан 37 км алыҫлыҫта Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Яманташ буйында урынлашҡан булған[1].
Тарихы
үҙгәртергә1834 йылда Әптекәй ауылынан Тәңребирҙе, Арман, Ишмырҙа, Баймырҙа, Күктүбә (Ибраһим) ауылдары айырылып сыға. Ғәҙәттәгесә ауылға тәүге төпләнеүсе Тәңребирҙе Ильясовтың исеме бирелә. 1834 йылда ауылда 67 кеше йәшәй, 1859 йылда — 92 кеше. 1920 йылда ауылда 90 кеше йәшәй. Ауылдан 10 км алыҫлыҡта ошо уҡ исемле утар булыуы билдәле. Унда 72 кеше йәшәгән. 1946 йылда ауыл юҡҡа сыға (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1971 йылда). Бөрйән ырыуы башҡорттары. Шәжәрә байрамы
2011 йылдың 5 июлендә Баймаҡ районының Әптекәй ауылында Шәжәрә байрамы үтте. Ойоштороусыһы — Рауил Назаров. Биш ауылға нигеҙ һалған Әптекәй ауылы (хәҙер бөткән ауыл) уҙамандары башҡа ауылдар рәтендә Тәңребирҙелә йәшәгән кешеләрҙең, уларҙың вариҫтарын байрамға йәлеп итте. Тәңребирҙе ауылынан Риф Самат улы Ноғоманов ойоштороу комитетына индерелә. Байрам бик йәнле, ойошҡанлы үтә[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 117 бит.
- ↑ БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ 152 бит
- ↑ Әптекәйҙәге шәжәрә — бар шәжәрәләргә шәжәрә!
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Әптекәйҙәге шәжәрә — бар шәжәрәләргә шәжәрә!
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |