Табанкүл
Табанкүл — Силәбе өлкәһендәге күл, Сыбаркүл районында, Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ.
Табанкүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәТабанкүл тирәләй ваҡ һәм уртаса дәүмәлдәге күлдәр күп: Тәрәнкүл, Оло Бәлеш, Йылыу, Оло Киҫегәс, Сыбаркүл, Оло Һунакүл һәм Арғаяш. Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа 4 километрҙа урынлашҡан.
Административ яҡтан Непряхинский ауыл биләмәһенә инә.
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы «табан балыҡ» («карась») тигәндән, йәғни «табан балыҡҡа бай күл»[1] тигән башҡорт һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан.
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
Табан-Куль, озеро, Кунашакский, Троицкий, Чебаркульский, Увельский районы; Табанды, озеро, Аргаяшский район; гора, Верхнеуральский район.
Из башкирских слов табан — «карась» и кул — «озеро», «карасье озеро». Гора — по названию смежного озера[2]. |
.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТабанкуль — ғәҙәти урман күле. Дәүмәле бик ҙур түгел, бик матур күренә. Күләгәле. Төҙөлөшө оҙонса, өҫкө йөҙө майҙаны — 0.43 кв. км, уртаса тәрәнлеге 2 – 3 метр, максималь тәрәнлеге 5.5 метрға тиклем. Ҡылымыҡтар аша Оло Бәлеш һәм Тәрәнкүл менән бәйләнгән.
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
үҙгәртергәКүлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, ротан һәм сабаҡ (плотва). Күлдең ярын урман һәм ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған. Һыуға иркен сығырлыҡ урыны юҡ тиерлек. Күл үләне күп үҫә. Һыуы иымыҡ, үтә күренмәле.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Табанкүл. Силәбе өлкәһе
- Табанкүл 2020 йыл 1 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ һәм
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7