Тәнзилә
Тәнзилә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Тәнзилә |
Этимологияһы
үҙгәртергәТәнзилә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе һөйкөмлө, нәфис тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәХисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы (4 апрель 1945 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы (2 ғинуар 1953 йыл) — башҡорт эстрада йырсыһы (сопрано), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.
Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы (14 март 1963 йыл) — радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (1999). Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2006).
Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (15 март 1939 йыл — 2 март 2015 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
Сөләймәнова Тәнзилә Абдулғәни ҡыҙы (1939 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1974—2003 йылдарҙа Өфө уҡыу-уҡытыу производство комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1997), совет сауҙаһы отличнигы (1989).
Ҡалмурзина Тәнзилә Сәғит ҡыҙы (1960 йыл) — Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Һаҙыева Тәнзилә Зыялтдин ҡыҙы (24 декабрь 1939 йыл) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |