Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы

йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы (2 ғинуар 1953 йыл) — башҡорт эстрада йырсыһы (сопрано), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.

Тәнзилә Үҙәнбаева
Тулы исеме

Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы

Тыуған

2 ғинуар 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Түләк ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

сопрано

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева 1953 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Түләк ауылында тыуа.

1960—1970 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының 2-се мәктәбендә[1] белем ала.

1971 йылда «Йыр беҙгә йәшәргә һәм төҙөргә ярҙам итә» совет һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу башҡарыусылар конкурсында I дәрәжәле диплом яулай.

1971—1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йыр бүлегендә уҡый. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.

1973 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсында лауреат исемен яулай.

1975—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡып, уны шулай уҡ ҡыҙыл дипломға тамамлай (Мәжит Алкин класы).

1980 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. 1981—2006 йылдарҙа филармонияның «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә солист була.

1985 йылда «Йәдкәр» ансамбле менән менән бергә Мәскәү ҡалаһында үткән XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша һәм диплом менән бүләкләнә.

1987 йылда 1991 йылға тиклем Өфө ҡала Советы депутаты була.

Хәҙерге көндә үҙе уҡып сыҡҡан Өфө сәнғәт училищеһында буласаҡ йырсыларҙы уҡыта.

Тәнзилә Үҙәнбаева — Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәли Шаҡман вариҫы.

Уның концерт репертуарында башҡорт композиторҙарының йырҙары, романстары, һирәк башҡарылыусы «Сәлимәкәй», «Урал бәйете», «Ҡурай бәйете» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары урын ала. Уларҙың төрлөһөн: ҡыҫҡа-оҙонон да, таҡмағын да берҙәй башҡара. Тәнзилә Үҙәнбаеваның вокал оҫтаһы булараҡ маһирлығы — тауышының барлыҡ мөмкинлектәрен дә профессиональ йәһәттән уңайлы, дөрөҫ файҙаланып та, һис ҡасан саманы юғалтмауҙа, техниканы музыкаға, моңға буйһондора белеүҙә.

Уның бай ижады менән Башҡортостан, күрше өлкәләр, республикалар халҡы ғына түгел, Монголия, Чехословакия, Һиндостан, Япония, Германия, Төркиә тамашасылары ла яҡындан таныш.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге 1-се һанлы гимназия.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Танзиля Узянбаева. / Сост. З. М. Тимербулатов, Ф. А. Исхакова. — Уфа: Китап, 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә