Туғай (Үтәк ауыл советы, Ғафури районы)

Туғай (рус. Тугаево) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 270 кеше[1]. Почта индексы — 453053, ОКАТО коды — 80221843005. ИФНС коды — 0268.

Ауыл
Туғай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Координаталар

53°44′40″ с. ш. 56°20′36″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 843 005

ОКТМО коды

80 621 443 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Туғай (Рәсәй)
Туғай
Туғай
Туғай (Үтәк ауыл советы, Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Туғай

Ауылға нигеҙ XVIII быуат аҙағында XIX быуат башында Юрматы улусының Ҡармыш түбәһе башҡорттары тарафынан һалына. XVIII быуат башында, йәғни 1802 йылда аҫабалар ауылға типтәрҙәрҙең, керҙәш булараҡ теркәлеп, килеп төпләнеүенә рөхсәт бирә. 1816 йылда тораҡ пунктында 60 башҡорт һәм типтәр йәшәй. Яңғыҙҡайын ауылынан күсеп килгәндәр өс ихатаны биләй: 51 йәшлек есаул Исламғол Арыҫланов (улдары: 16 йәшлек Шәмсетдин, 12 йәшлек Сәғҙетдин, 10 йәшлек Шәрәфетдин, 10 йәшлек Зәйнетдин); 46 йәшлек Йәғәфәр Ғәббәсов (улдары:1 йәшлек Мөхәмәҙей, 10 көнлөк Йосоп); Йәғәфәрҙең 53 йәшлек ағаһы Вәлиулла Ғәббәсов (улдары: 18 йәшлек Фәхретдин, 17 йәшлек Хисаметдин, 8 йәшлек Шәмсетдин)[2]. .

1834 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ауылдағы 22 ихатала 125 башҡорт, 30 ихатала 158 типтәр һәм 2 ихатада 9 мишәр йәшәүен теркәй[2].

1859 йылдан алып ни сәбәптәндер ауылдағы аҫаба башҡорттарҙың бөтәһе лә керҙәштәр (припущенниктар) булараҡ теркәлә башлай. Ул мәлдә тораҡ пунктындағы 83 ихатала 426 кеше, шул иҫәптән 162 башҡорт йәшәй. 1896 йылда ихаталар һаны 120-гә етә һәм уларҙа 384 ир-егет һәм 360 ҡатын-ҡыҙ көн итә. 12 йылдан һуң, йәғни 1906 йылда 154 ихатала 853 кеше йәшәүе теркәлә. 1920 йылғы рәүиз 216 ихатала 1 мең 64 типтәр йәшәүен теркәй[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 270 133 137 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үтәк): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бөлоө Озөро): 49 км

Ауылдың урамдары

үҙгәртергә
  • А. Вәхитов (урамы) (рус. А.Вахитова ( улица ))
  • Биш өйлә (урамы) (рус. Биш-Ойле ( улица ))
  • Келәт (урамы ) (рус. Кладовая ( улица ) ( улица ))
  • Күлдәр (урамы ) (рус. Озерная ( улица ) ( улица ))
  • Таш аҫты (урамы ) (рус. Подгорная ( улица ) ( улица ))
  • Үҙәк (урамы ) (рус. Центральная ( улица ))
  • Чапаев (урамы ) (рус. Чапаева ( улица ))
  • Мәктәп (урамы ) (рус. Школьная ( улица ) ( улица )).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә