Тумһаташ (рус. Тумсаташ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы тау түбәһе.

Тумһаташ

Тумһаташ тауы алыҫтан
Координаталар: 53°53′01″ с. ш. 58°30′33″ в. д.Башҡортостан_scale:100000 HGЯO
Тау системаһыУрал тауҙары
Тау һыртыУралтау
Тау түбәһе бейеклеге977 м [1]
Тумһаташ (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Тумһаташ

Географияһы

үҙгәртергә

Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың Белорет районына ингән өлөшөндә урынлашҡан. Мөхәмәт ауылынан был тауға 10 км, ә Абҙаҡтан—12 км. Әрүәкрәз тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау матур ҡаялары менән йәлеп итә. Ҡаялары Ҡурташтау (Ҡурташ) тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хәтерләтәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән вулканға ла оҡшаған. Был тауҙың башынан Мөхәмәт ауылы, Ҡырҡтытау, Көркәк һырттары күренә.[2]

Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында ҡарағай, ҡайын һәм ҡарағас ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡайын еләге, ҡурай еләге һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыу ҙа мөмкин. Был урындан йыраҡ түгел Тумһа һәм Урҙы йылғалары баш ала. Йәйге һәм ҡышҡы туризм өсөн яҡшы вариант булып тора. Бында туристар һирәк килә, шуға күрә һуҡмаҡтар ҙа, сүп-сар ҙа юҡ.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атамаһы Тумһа йылғаһы исеменән һәм таш һүҙенән алынған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә