Тулмабаҡса (мәсет)

1855

Мәсет
Тулмабаҡса мәсете
төр. Dolmabahçe Camii
Ил Төркиә Төркиә
Город Истанбул
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Архитектура стиле Барокко
Архитектор Карапет Бальян
Төҙөлөштө башлаусы Безмиәләм Солтан
Төҙөлөш 18531855 йылдар
Статус музей[1]
Дөйөм майҙаны 625 м²
Үлсәмдәре 25×25
Көмбәҙҙәр һаны 1
Манаралар һаны 2
Манара бейеклеге 40,25[2]

Тулмабаҡса Мәсете (төр. Dolmabahçe Camii; рус. Мече́ть Долмабахче́), шулай уҡ Безмиәләм Вәлидә Солтан Мәсете (төр. Bezmialem Valide Sultan Camii) булараҡ билдәле — мәсет XIX быуатта төҙөлгән, Истанбулда шул уҡ исемдәге һарай комплексының көньяғында урынлашҡан.

Тулмабаҡса мәсете

үҙгәртергә

Әлеге көндә Тулмабаҡса (Долмабахче) мәсете урынлашҡан район Босфорҙың ҙур бухтаһы була. Ғәҙәти диңгеҙ тантаналары уҙғарылған был бухта ваҡыт үтеү менән һаҙлыҡҡа әйләнә. 17-се быуатта тупраҡ тултырыла (шуға күрә - долма, йәғни, тулма) башлаған бухта солтандарҙың ялы һәм күңел асыуы өсөн ойошторолған баҡсаға әйләндерелә. Төрлө йылдарҙа был баҡсала төҙөлгән йорттар һәм павильондар оҙаҡ ваҡыт «Бишекташ пляж һарайы» булараҡ билдәле була.

Тулмабаҡсаны төҙөргә бойороҡ биргән һәм беренсе булып уны файҙаланған шәхес Солтан Абдул Мәжит була[3].

Мәсет 1853 йылда Абдул Мәжит солтандың әсәһе Безмиәләм Солтан бойороғо буйынса төҙөлә башлай. Данлыҡлы архитекторҙар династияһы ағзаһы Карапет Бальян архитектор итеп тәғәйенләнә. Мәсетте Безмиәләм үлгәндән һуң улы тамамлап ҡуя.

Мәсет барокко стилендә төҙөлгән һәм бик матур итеп ампир, барокко стилдәрендә биҙәлгән. Мәсеттең айырмалы һыҙаты булып ҙур аркалы тәҙрәләре тора. Мәсеттең бер көмбәҙе һәм ике манараһы бар, уларҙың ике балконы бар. Мәсет һарай комплексының бер өлөшө булғанлыҡтан, унда солтан өсөн ғибәҙәт ложаһы (максура) ҡаралған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mustafa Armağan, Fransız'ın aklına uyup Dolmabahçe Camii'ni müze yapmıştık 2014 йыл 13 август архивланған.
  2. C. A. Brebbia,L. Binda. Structural Studies, Repairs and Maintenance of Heritage. — С. 437.
  3. Haluk Y. Şehsuvaroğlu, "İstanbul Sarayları", T.T.O.K. Yayınları, ş.a.y., Eylül/1955, s. 3-5.
  4. Мечеть Долмабахче. Стамбул для вас. Дата обращения: 30 сентябрь 2014. Архивировано 6 октябрь 2014 года. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә