Долмабахче һарайы
Һарай | |
Долмабахче
Dolmabahçe | |
Долмабахче һарайы — Босфор яғынан | |
Проект авторы | Карабет Амир Бальян |
Төҙөлөшө | 1842—1853 йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Долмабахче Викимилектә |
Тулмабаҡса (Долмабахче) һарайы (төрөк.төр. Dolmabahçe — «күтәртеп (тултырып) һалынған баҡса») — Истанбулда Босфорҙың Европа яғындағы Бешикташ һәм Ҡабаташ райондары сигендә урынлашҡан ғосман солтандары һарайы.
1842—1853 йылдарҙа солтан Абдулмәжит I өсөн төҙөлә, сөнки ул урта быуаттарҙан ҡалған Топҡапы һарайын оҡшатмай һәм Европаның затлы XVIII быуат резиденциялары менән ярышырлыҡ барокко стилендәге һарай һалдырырға теләй. Бальян ырыуынан әрмән оҫталары һарайҙың архитекторы була. Гәлсәр баҫҡысты һәм башҡа интерьерҙы биҙәүгә 14 тонна алтын китә, ә төҙөлөштөң бөтә хаҡы биш миллион алтын фунттан аша. Айырым иғтибар тартырлыҡ яҡтары — королева Виктория бүләк иткән богемия быялаһынан эшләнгән люстра (ауырлығы биш тонна самаһы), солтан заказы буйынса төшөрөлгән Иван Айвазовский картиналары тупланмаһа. Башта әллә ни ҙур булмаһа ла, бер нисә тиҫтә йылдан һарай комплексы майҙаны 45 000 квадрат метрға етә.
1889 йылда солтан Абдулхәмит II резиденцияһын яңы төҙөлгән Йылдыз һарайына күсертә, әммә уның вариҫтары кире Долбахчеға ҡайта. Монархия ҡолағас, һарайға Ататөрк урынлаша; ул ошонда 1938 йылдың 10 ноябрендә вафат була.
Хәҙер һарай музей булып тора. Һарай интерьерҙарын экскурсия барышында ғына ҡарап була.
Галерея
үҙгәртергә-
Боғаҙ яғынан һарай күренеше
-
Сәғәтле башня
-
Гәлсәр баҫҡыс
-
Ататөрк мәрхүм булған карауат
-
Илселәр залы
-
Ҙур салон
-
Төп ҡапҡа
-
Баҡса эсендәге фонтан
-
Һарайҙың төньяҡ ҡапҡаһы
-
Һарайҙың көнсығыш ҡапҡаһы (артҡы планда Босфор)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт дворца 2016 йыл 4 март архивланған.