Туйыр
Туйыр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Бөйөргән ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Туйыр татар. Туер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
61 кеше (2008) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423889 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Игәт йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан төньяҡҡа табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәТуйыр — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында бакалея кибете, мәсет, мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ир енесле 77 йән аҫаба башҡорт һәм 2 йән керҙәш башҡорт; 1870 йылда — 250 башҡорт; 1912 йылда — 476 аҫаба башҡорт, 27 керҙәш башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
227 | 250 | 316 | 434 | 503 | 533 | 392 | 258 | 220 | 163 | 131 | 66 | 62 | 61 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 102—104. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.