Туба ( ғәр. طُوبَىٰ‎- хозурлыҡ, рәхәтлек), Ислам эсхатологияһында - ожмахта үҫкән ағас ( Йәннәт ).

Туба
Урын Йәннәт
Нимә менән тоташа trees in Islam[d]

Был термин Ҡөрьәндә бер тапҡыр ғына хозурлыҡ мәғәнәһендә иҫкә алына һәм ағас булараҡ әйтелмәй. Туба һүҙен ағасҡа бәйле күрһәтеүсе берҙән-бер сығанаҡ - Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙисе [1] .

Образ оҙаҡ йылдар яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә һүрәтләнеп килә. Мәҫәлән, Яхья әл-Сухраварди боронғо фарсы мифологияһы нигеҙендә сюжет уйлап тапҡан һәм, был ысынлап та мифик сәмреғош йомортҡа һала торған ожмахтағы ағас, тип фараз итә [2] . 1449 йылда Мехмед Языджиоглу оҡшаш ожмах ағасын Мөхәммәдиә тип аталған ҡулъяҙмаһында һүрәтләй [3] [4] .

Сенегалда изге Туба ҡалаһы йәннәт ағасы исеме менән аталған. Ғәрәп ҡатын-ҡыҙ исеме Туба ла ағас исеменән килә. Туба, йәки Туғба, Төркиәлә 1970-се йылдарҙан киң таралған исемгә әйләнгән [5] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ṣaḥīḥ al-Bukhārī 4:474 2016 йыл 2 апрель архивланған. Retrieved 30 April 2016.
  2. Sohrevardi’s The Philosophy of Illumination.
  3. Book of Muhammad (Muhammediye).
  4. Medieval Sourcebook: The Legends & Poetry of The Turks, selections. 2014 йыл 17 ноябрь архивланған. from Charles F. Horne, ed., The Sacred Books and Early Literature of the East.
  5. Derya Duman.