Трофимов Валерий Николаевич

Трофимов Валерий Николаевич (6 сентябрь 1959 йыл) — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала Советы рәйесе, «Энергоинжиниринг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.

Трофимов Валерий Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 6 сентябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Валерий Николаевич Трофимов 1959 йылдың 5 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1981 йылда сәнәғәт электроникаһы һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда В. И. Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында башлай. 1983—1986 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә. 1986—2012 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводында төрлө вазифаларҙа эшләй, йыйыу цехының лаборатория начальнигынан алып предприятиеһының генераль директоры вазифаһына тиклем юл үтә. 2008—2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала советының икенсе саҡырылыш депутаты. 2012—2013 йылдарҙа «Гип-Энерго» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры булып эшләй. 2013 йылдан — «Энергоинжиниринг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 2016 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡала советының дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 2016 йылдың 27 сентябренән — Өфө ҡала советы рәйесе.

Әлеге ваҡытта Валерий Трофимов «Энергоинжиниринг» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры булып эшләй. Бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһы советы депутаты, ҡала советы рәйесе вазифаһын округы башлығы вазифаһын башҡара (Өфө — халҡы бер миллиондан ашҡан ҡалалар араһында ҡала советы рәйесе һәм уның депутаттары бушлай эшләгән берҙән-бер ҡала).

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

Наградалары үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһы (12.09.2000).
  • «Рәсәй профессионалы» миҙалы (2005 йыл, сентябрь).
  • Өфө ҡалаһы ҡала советының Почет грамотаһы (20.09.2007).
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе» (04.09.2009).

Һылтанмалар үҙгәртергә