Урал океаны
Урал океаны — бынан 500-300 миллион йыл элек хәҙергеУрал тауҙары урынында булған боронғо океан[1]. Океан Фенносарматия (аҙаҡ Лавруссия) һәм Сибирия ҡитғаларының ярҙары менән сикләнгән. Айырым әйткәндә, палеозой дәүерендә океан хәҙерге Башҡортостан территорияһын тулыһынса ҡаплаған[2]. Девон осоронда боғаҙға әүерелә. Таш күмер дәүерендә ҡитғаларҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә океан юҡҡа сыға, ә ҡитғалар төкөшкән урында Урал тауҙары ҡалҡып сыға.
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Океан совсем рядом
- ↑ Геологическое строение и рельеф 2012 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Уральский океан 2014 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.