Томас Гоббс
То́мас Гоббс (ингл. Thomas Hobbes; 5 апрель 1588 йыл, Уилтшир, Англия — 4 декабрь 1679 йыл, Дербишир, Англия) — инглиз философы, хәҙерге заман сәйәси фәлсәфәһенә[4][5], ижтимағи килешеү теорияһына[6] һәм дәүләт суверенитеты теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Этика, теология, физика, геометрия һәм тарих кеүек дисциплиналарҙа таралған идеялары менән билдәле.
Томас Гоббс | |
ингл. Thomas Hobbes | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Мәктәп/традиция |
Эмпиризм, Йәмәғәәт килешеүе |
Йүнәлеше |
Философия, Сәйәси философия, Политология, Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы |
Осор |
XVII быуат философияһы |
Основные интересы |
Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы, Тарих, Этика, Геометрия, Философия |
Значительные идеи |
йәмәғәт килешеүе теорияһы; «барыһының да бөтәһенә ҡаршы һуғышы кеүек» кешенең тәбиғи хәле тураһында күҙаллауҙар; беренсе тамамланған механистик материализм системаһы; демократия теорияһы; дәүләт суверенитеты теорияһы |
Оказавшие влияние | |
Испытавшие влияние | |
Биографияһы
үҙгәртергәУэстпортта тыуған, хәҙер ул Англиялағы Малмсбери бер өлөшө булып торған Уилтширҙа 1588 йылдың 5 апрелендә тыуған[7]. Ул тәрән белемгә эйә булмаған ҡыҙыу холҡло, күршеһе викарий менән низағ арҡаһында эшен юғалтҡан мәхәллә дин әһеле ғаиләһендә тәрбиәләнгән[8]. Томас Гоббс, әсәһе (исеме билдәһеҙ) испан Армадаһының баҫып инәсәген белеү арҡаһында стресс кисергәнлектән, ваҡытынан алда тыуа. Һуңыраҡ Гоббс "минең әсәйем игеҙәк бала тапҡан: «минең әсәйем игеҙәктәр: мине һәм ҡурҡыуҙы тапҡан» тип хәбәр иткән[9]. Уның бала сағы тураһында бер нәмә лә билдәле түгел[10].
Уны бай бабаһы тәрбиәләп үҫтерә, ул антик әҙәбиәтте һәм классик телдәрҙе яҡшы белгән. 1603 йылда ул Оксфорд университетына (Magdalen Hall) уҡырға инә, 1608 йылда тамамлай[11]. Унда схоластик логика һәм физиканы өйрәнә[12][13][14].
Шул уҡ йылда Уильямдың, Ньюкаслдың 1-се герцогы Кавендиштың өлкән улы Уильямдың, барон Гардвиктың, һуңынан беренсе граф Девонширскийҙың остазы була. Ғүмеренең ахырына тиклем үҙен яҡлаған уҡыусыһы менән тығыҙ бәйләнештә торған. Уның ярҙамында Гоббс Бен Джонсон, Фрэнсис Бэкон, Герберт Чарберси һәм башҡа күренекле кешеләр менән танышҡан. 1621—1926 йылдарҙа Ф. Бэкон менән хеҙмәттәшлек итә, был Гоббс өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. 1628 йылда Кавендиш (1626 йылда граф Девонширский титулын мираҫ итеп алған) вафат булғандан һуң, Гоббс сэрҙың улы Джервейс Клифтондың остазы була, ә һуңынан үҙенең элекке патроны, Кавендиш улын тәрбиәләй, уның менән Италия буйлап сәйәхәт итә, 1636 йылда Галилео Галилей менән осраша.
1640 йылда Англияла революция башланды, һәм Гоббс күп роялистар менән бергә Парижға күсеп китә, унда 1651 йылға тиклем йәшәй. Парижда уның философик системаһы планы тулыһынса өлгөрөп еткән. Англиялағы революция Кромвель диктатураһына килгәс, Томас роялист партияһынан айырылып, Лондонға ҡайтҡан. Лондонда 1651 йылда инглиз телендә «Левиафан, йәки Материя, сиркәү һәм граждандар дәүләтенең формаһы һәм власы» хеҙмәтен баҫтырып сығара.
Ҡараштары
үҙгәртергәГоббс ҡараштарын формалаштырыуға Френсис Бэкон, Галилео Галилей, Пьер Гассенди, Рене Декарт һәм Иоһанн Кеплер ҙур йоғонто яһаған.
Гоббс беренсе булып Мусаның биш китаптың төп авторы булмағаны хаҡында фекер белдергән[15].
Философик ҡараштары
үҙгәртергәГоббс теге осорҙоң тәбиғәт белеме характерына һәм талаптарына тап килгән беренсе механистик материализм системаһын булдырған. Декарт менән бәхәсендә фекер йөрөткән субстанцияның барлығын кире ҡағып, был фекер йөрөткән әйберҙең ниндәйҙер матди әйбер булыуын раҫлай. Гоббс өсөн геометрия һәм механика — фәнни фекерләүҙең идеаль өлгөләре. Тәбиғәтте Гоббс ҙурлығы, фигураһы, хәле һәм хәрәкәте менән айырылып торған оҙон есемдәр йыйылмаһы тип күҙаллай. Хәрәкәт механистик — йәки күсеү булараҡ ҡабул ителә. Тойғо сифаттары Гоббс тарафынан әйберҙәрҙең үҙенсәлектәре итеп түгел, ә уларҙы ҡабул итеү формалары булараҡ ҡарала. Гоббс есемдәргә ысынбарлыҡта хас булған оҙонлоҡто, һәм киңлекте аҡыл («фантазма») тыуҙырған образ булараҡ сикләй; ваҡыт есемдәрҙең объектив-реаль хәрәкәте һәм субъектив хәрәкәт итеү рәүеше булараҡ. Гоббс ике танып белеү ысулын — рационалистик "механика"ның логик дедукцияһын һәм эмпирик "физика"ның индуктив нәтижәһен — айыра.
Гоббстың этикаһы хис-тойғоло "кеше тәбиғәте"нән сығып эш итә. Әхлаҡи ҡиммәттәрҙең нигеҙе булып «тәбиғи закон» — үҙ-үҙеңде һаҡлауға һәм мәнфәғәттәрҙе ҡәнәғәтләндереүгә ынтылыш тора, тип иҫәпләй Гоббс. Гоббстың төп һәм иң фундаменталь тәбиғи законы, уға ирешеү өмөтө булғанда, һәр кешегә тыныслыҡҡа өлгәшергә мөмкинлеген бирә. Икенсе тәбиғи закон шуны күҙ уңында тота: быға риза булған осраҡта кеше, донъя һәм үҙ-үҙеңде яҡлау мәнфәғәтендә кәрәк булған осраҡта, әйберҙәргә хоҡуҡтан баш тартырға тейеш. Икенсе тәбиғи закондан өсөнсө ҡыҫҡаһы сыға: кешеләр үҙҙәре төҙөгән килешеүҙе үтәргә тейеш. Ҡалған тәбиғи закондарҙың (дөйөм һаны 19) Гоббс әйтеүенсә, бер еңел ҡағиҙәгә тура килеүе мөмкин: «үҙеңә ҡарата ҡылынғанын теләмәгән нимәне башҡаға ла эшләмә».
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ тураһында социаль-фәлсәфәүи идеялар
үҙгәртергәГоббс — дәүләт сығышының «килешеү» теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Жан Бодендан һуң сәйәси фекер йөрөтөүселәрҙең күбеһе кеүек, Гоббс дәүләттең ни бары өс формаһын: демократия, аристократия һәм монархияны айырып күрһәтә. Демократияны ул хупламай, сөнки, мәҫәлән, «ҡара халыҡҡа ҙур аҡыл хас түгел», һәм демократия осоронда граждандар һуғышына алып килгән партиялар барлыҡҡа килә. Аристократия яҡшыраҡ, ләкин ул халыҡ идараһына аҙ оҡшай һәм монархияға нығыраҡ яҡыная. Иң яҡшы дәүләт формаһы — монархия, ул башҡаларҙан да күберәкте абсолют һәм бүленмәгән власть идеалына тап килә.
Дәүләте Гоббс «барыһының да бөтәһенә ҡаршы һуғышы» хәле кеүек дәүләткә тиклемге хәлде бөтөргән кешеләр араһындағы килешеүҙең һөҙөмтәһе булараҡ ҡарай. Ул кешеләрҙең беренсел тигеҙлеге принцибына таянған. Барлыҡҡа килтереүсе кешеләрҙе физик һәм интеллектуаль яҡтан тиң төҙөгән, уларҙың мөмкинлектәре тигеҙ һәм сикләнмәгән «бар нәмәгә хоҡуҡлы», ихтыяр ирке лә бар. Айырым граждандар үҙ ирке менән тыныслыҡты һәм именлекте тәьмин итеүсе дәүләт файҙаһына үҙҙәренең хоҡуҡтарын һәм азатлығын сикләне. Гоббс, бөтә дәүләттәр ҙә килешеү юлы менән барлыҡҡа килгән, тип раҫламай. Юғары власҡа ирешеү өсөн, уның фекеренсә, ике юл бар — физик көс (баҫып алыу, буйһондороу) һәм үҙ иркең менән килешеү. Дәүләттең тәүге төрө һатып алыуға нигеҙләнгән, Ә икенсеһе — тәғәйенләүгә нигеҙләнгән йәки сәйәси дәүләт тип атала.
Гоббс хоҡуҡи позитивлыҡ принцибына нигеҙләнә һәм абсолют суверен тип таныған дәүләт ролен данлай. Дәүләт формаһы тураһындағы мәсьәләлә Гоббстың симпатияһы — монархия яғында. Сиркәүҙе дәүләткә буйһондорорға тырышыуҙы талап итеп, динде халыҡты ауыҙлыҡлау өсөн дәүләт власы ҡоралы итеп һаҡлауҙы кәрәк тип иҫәпләй.
«Левиафан» трактаты
үҙгәртергә«Левиафан» трактаты сәйәси организм барлыҡҡа килеүҙең өс мәлен билдәләй:
- Тәбиғи хәл
- Дәүләткә күсеү (йәмғиәт)
- Дәүләт (ижтимағи) хәле.
Тәбиғи хәлдә «кеше кешегә бүре (барыһының бөтәһенә ҡаршы һуғышы)» бара. Тәбиғи закондар (тыныслыҡҡа ынтылыу, килешелгән шарттарҙы үтәү, һәр береһенең үҙ хоҡуҡтарының бер өлөшөнән баш тартыуы) тыныслыҡҡа һәм хәүефһеҙлеккә килтермәй. Дәүләт шундай көс булып тора.
Яҡшылыҡтар нимә рәхәтлеккә өлгәшеүгә алып килгәнен йәки аяҡ салғанын аҡыл менән аңлауға килтерә. Мораль бурыс үҙ йөкмәткеһе буйынса йәмәғәт килешеүенән килеп сыҡҡан гражданлыҡ бурыстарына тап килә.
Томас Гоббс дәүләттәге фетнәләр һәм баш күтәреүҙәр проблемаһына айырым иғтибар бүлә — 1642 йылда баҫылған «De Cive» хеҙмәтенең XII бүлеге «Философские основания учения о гражданине» — «Граждан тураһындағы тәғлимәттең фәлсәфә нигеҙҙәре») бағышланған.
«Граждандары фетнә ойошторған дәүләттә өс башланғыс билдәләнә: беренсенән, донъяны фетнәгә дусар иткән тәғлимәттәр һәм һыҙаттар; икенсенән, тыныслыҡҡа ҡаршы кешеләрҙе үҙҙәре яғына ауыштырыу, айырылыуға йүнәлтеү һәм ҡорал тоторға саҡырыу күренеше, өсөнсөнән, шуға илткән ысул, йәки баш күтәреү үҙе».
«Был өмөт йәшәһен өсөн дүрт шарт: һан, ҡорал, үҙ-ара ышаныс һәм юлбашсылар кәрәк».
«Дошмандарса хәрәкәт ҡылған һәм үҙхөкөм менән эш итеүҙең нигеҙлелеген үлсәгән кешеләрҙә ошо дүрт шарт үтәлһә, ил эсендә баш күтәреү һәм болғаныш барлыҡҡа килер өсөн, ҡотортоусы һәм ҡуҙғытыусы кешеләрҙән башҡа был дәүләттә бер кем дә кәрәкмәй»[16].
Хәҙерге тикшеренеүселәр фекеренсә, Гоббстың социаль протест барлыҡҡа килеү тураһындағы фекерҙәре XX быуаттың икенсе яртыһында популяр булған ике теорияға: сағыштырмаса депривация теорияһына һәм рациональ һайлау теорияһына нигеҙ һала[17].
Тракттың һуңғы өлөшө Гоббстың дини ҡараштарына арналған. Унда, атап әйткәндә, Гоббс, кешенең рухи яҡтан ҡотҡарыу мәсьәләһен күтәрә. Уға ярашлы, Ғайса Мәсихтең Мәсих икәнлеге хаҡындағы тәғлимәттең үтәлеүендә һәм граждандарҙың закондарын үтәүҙә генә ята. Гоббс башҡа догматтарын йә телгә алынғандарынан сығара, йә мотлаҡ түгел йәки хатта зыянлы тип иҫәпләй.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- The Elements of Law, Natural and Politic (Элементы права, естественные и политические) (1640)
- Treatise on Human Nature (Трактат о человеческой природе) (1650)
- Philosophicall Rudiments concerning Government and Society (Философские рудименты, касающиеся правительства и общества) (1651)
- «О теле» (1655);
- «О человеке» (1658);
- «О гражданине» (1646);
- «Левиафан, или Материя, форма и власть государства церковного и гражданского» (1651, русский перевод — 1936).
- Letters upon Liberty and Necessity (Письма о свободе и необходимости) (1654)
- The Questions concerning Liberty, Necessity and Chance (Вопросы о свободе, необходимости и шансе) (1656)
- Вафатынан һуң баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
- A Dialogue between a Philosopher and a Student of the Common Laws of England (написаны в 1666 году, опубликованы в 1681 году)
- Behemoth, or The Long Parliament (написан в 1668 году, опубликованы в 1681 году)
- Хәҙерге заманда нәшер ителгәндәре
- Opera philosophica, quae latine scripsit…, ed. W. Molesworth, v. 1-5. — L., 1839-45.
- The English works, ed. by W. Molesworth, v. 1-11. — L., 1839-45
- Урыҫ теленә тәржемәләре:
- * Левиафан — СПб., 1868 — запрещён цензурой.
- * Избранные сочинения, т. 1-2. — М. — Ҡалып:Л, 1926.
- * Избранные произведения, т. 1-2. — М., 1964 (Философское наследие, Т. 7, 8):
- ** Т. 1. «О теле», «О человеке», «О гражданине»; «Человеческая природа», «О свободе и необходимости».
- ** Т. 2. «Левиафан», Приложение к «Левиафану», «Бегемот, или Долгий парламент» (в сокращении).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118551698 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑
Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 28 декабрь 2019. - ↑ Sheldon, Dr. Garrett Ward. The History of Political Theory: Ancient Greece to Modern America. — Peter Lang, 2003. — С. 253. — ISBN 9780820423005.
- ↑ Sreedhar
Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 28 декабрь 2019. - ↑ "Thomas Hobbes Biography", Encyclopedia of World Biography, Advameg, Inc., <http://www.notablebiographies.com/He-Ho/Hobbes-Thomas.html>. Проверено 24 июль 2009. Источник . Дата обращения: 28 декабрь 2019. Архивировано 4 сентябрь 2018 года.
- ↑ Бертран Рассел. История западной философии 2007 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Hobbes, Thomas. Opera Latina // Vita carmine expressa (билдәһеҙ) / Molesworth, William (инг.)баш.. — London, 1679. — Т. I. — С. 86.
- ↑ Jacobson, Norman; Rogow, Arnold A. Thomas Hobbes: Radical in the Service of Reaction (инг.) // Political Psychology (инг.)баш. : journal. — W.W. Norton, 1986. — Т. 8. — № 3. — С. 469. — ISBN 9780393022889. — ISSN 0162-895X. — DOI:10.2307/3791051
- ↑ Радлов Э. Л. Гоббс, Фома // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Philosophy at Hertford College . Oxford: Hertford College. Дата обращения: 24 июль 2009. Архивировано 15 июль 2018 года.
- ↑ Helden, Al Van Hobbes, Thomas . The Galileo Project. Rice University (1995). Дата обращения: 24 июль 2009. Архивировано 27 апрель 2019 года.
- ↑ King, Preston T. Thomas Hobbes: Politics and law (билдәһеҙ). — Routledge, 1993. — С. 89. — ISBN 978-0-41508083-5.
- ↑ en:Richard Elliott Friedman, [1] 2011 йыл 29 август архивланған.
- ↑ Гоббс Т. Философские основания учения о гражданине. — М.-Минск: АСТ, Харвест, 2001. — С. 158, 167—168.
- ↑ Шульц Э. Э. Технологии бунта. (Технологии управления радикальными формами социального протеста в политическом контексте). — М.: Подольская фабрика офсетной печати, 2014. — С. 403—405. — 512 с. — ISBN 978-5-7151-0406-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Бредекамп Хорст Визуальные стратегии Томаса Гоббса (пер. с англ. Кристины Сарычевой под ред. Николая Поселягина)// Опубликовано в журнале НЛО, номер 4, 2017.
- Гоббс, Томас / Б. Э. Быховский // Газлифт — Гоголево. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 6).
- Вальденберг В. Э. Закон и право в философии Гоббеса. М., 1900.
- «Под знаменем марксизма». — 1938. — № 6. (статьи Б. Э. Быховского, Л. Германа, М. Петросовой, Д. Бихдрикера).
- Делёз Ж. Лекции о Спинозе. 1978—1981. — М.: Ад Маргинум Пресс, 2016. Лекции 3-4.
- Зырянов А. Е. Феномен «страха» в политической философии Томаса Гоббса // Философия. Язык. Культура. Под редакцией: В. В. Горбатов, А. В. Марей Вып. 6. СПб.: Алетейя, 2015. С. 341—353.
- Камбуров В. Идея государства у Гоббза. Киев.: Печатня С. П. Яковлева, 1906. 185 с.
- Ланге Фридрих Альберт История материализма и критика его значения в настоящее время. Т.1. — М.: УРСС, 2010.
- Магун А. В. ТОМАС ГОББС И ЕГО «ЛЕВИАФАН» //Магун А. В. Единство и одиночество: Курс политической философии Нового времени. -М.: новое литературное обозрение, 2011. −544 с.
- Маслаков А. С., Кондратьева С. Б. Томас Гоббс и парадоксы мышления раннего нового времени // Философская мысль. — 2023. — № 3. — С.33-72. [2]
- Мееровский Б. В. Гоббс. — М.: Мысль, 1975. — 208 с. — (Мыслители прошлого). — 50 000 экз.
- Мележик И. Н. Понятие, происхождение и природа государства в политическом учении Т. Гоббса. // Актуальные проблемы истории политических и правовых учений. — М., 1990. — С. 104—122.
- Михаленко Ю. П. Гоббс и Фукидид (о месте Гоббса в позднем английском Возрождении)// Историко-философский ежегодник. — М., 1986. — С. 104—124.
- Немченко И. В. Томас Гоббс о причинах и характере английской революции середины 17 в. // Записки історичного факультету Одеського державного університету ім. І. І. Мечникова. — Одеса, 1999. — Вип. 9. — С. 233—246.
- Гоббс / В. В. Соколов // Гермафродит — Григорьев [Электронный ресурс]. — 2007. — С. 280. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 7). — ISBN 978-5-85270-337-8.
- Гоббс / В. В. Соколов // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- Оукшотт М. Моральная жизнь в сочинениях Томаса Гоббса // Оукшотт М. Рационализм в политике и другие статьи. — М.: Идея-Пресс, 2002.
- Тесля А. А. Абсолютизм государства: политическая философия Томаса Гоббса. — 2006.
- Филиппов Александр Актуальность философии Гоббса //Социологическое обозрение. Т.8. № 3. 2009.
- Филиппов А. В. Критика Левиафана // Шмитт К. Левиафан в учении о государстве Томаса Гоббса / Пер. с немецкого Д. В. Куницына. — СПб: «Владимир Даль», 2006. — С. 5-100.
- Фуко М. Нужно защищать общество: Курс лекций, прочитанных в Коллеж де Франс в 1975—1976 учебном году. СПб.: Наука, 2005. — С. 100—129.
- Хеллман Х. Великие противостояния в науке. Десять самых захватывающих диспутов / пер. с англ. М.: «И. Д. Вильямс», 2007. С. 43-64.
- Ческис А. А. Томас Гоббс. — М., 1929.
- Шмитт К. Левиафан в учении о государстве Томаса Гоббса / Пер. с немецкого Д. В. Куницына. — СПб: «Владимир Даль», 2006. — 300 с.
- Штраус Л. Естественное право и история. — М.: Водолей, 2007. — 312 с.
- Ямпольский М. Физиология символического. Кн. 1. Возвращение Левиафана: Политическая теология, репрезентация власти и конец Старого режима. — М.: Новое Литературное Обозрение, 2004. — 800 с. ISBN 5-86793-279-6
- башҡа телдәрҙә
- Balibar E. L’institution de la veritici Hobbes et Spinosa // Balibar E. Lieux et noms de la verite. — Paris: Ed. de l’aube, 1994.
- Hepburn R. Hobbes on the Knowledge of Good // Hobbes and Rousseaul. Ed. by Mauricc Cranston and Richard S. Peters. Garden City: Dohbledey, 1972.
- Tönnies F. Thomas Hobbes, der Mann und der Denker. — Osterwieck, 1912.
- Polin R. Politique et philosophie chez Thomas Hobbes. — P., 1952.
- Peters R. Hobbes. — L., 1956.
- Piotrowski R.: Od materii Świata do materii Państwa. Z filozofii Tomasza Hobbesa. — Kraków, 2000.
- Hobbes studies, ed. by K. C. Brown. — Oxford, 1965.
- Marsche G. Zum «Leviathan» von Karl Scymitt // Smitt K. Leviathan in Staatslehere von Thomas Gobbes. Sinn und Fehlschlag eines politischen Symbols. Mit einev Anhang sowie mit einem Nachwort des Herausgebers. Köln: Hohenheim, 1982. S. 243—244.
- McNeilly F. S. The anatomy of Leviathan. — N. Y. — L., 1968.
- Gauthier D. P. The logic of Leviathan. — Oxford, 1969.
- Skinner Q Review Article. Hobbes’s «Leviathan» // The Historikal Jornal.1964. Vol. 7, 2. P. 321—333.
- Skinner Q. Visions of Politics. Volume 3. Hobbes and Civil Science. — Cambridge, 2002.
- Warrender H. Politikal Theory and Historiography: a Reply to Professor Skinner on Hobbes. // The Historikal Jornal.1979. Vol. 33, #4. P. 931—940.
Һылтанмалар
үҙгәртергәТомас Гоббс Викимилектә | |
Томас Гоббс Викияңылыҡтарҙа |
- Максим Мошков китапханаһында Томас Гоббс
- Гоббс Т. «Левиафан» Библиотека ИФ РАН.