Толоконникова Надежда Андреевна
Толоконникова Надежда Андреевна (7 ноябрь 1989, Норильск, СССР) — Pussy Riot Рәсәй феминистик панк-төркөмө ҡатнашыусыһы, «Медиазона» интернет-баҫмаһына һәм тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «Хоҡуҡ Зонаһы» ойошмаһына нигеҙ һалыусы (Мария Алехина менән бергә), «Һуғыш» арт-төркөмөнөң элекке ҡатнашыусыһы.
2012 йылдың 21 февралендә Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһында үткән «Панк-молебен «Богородица, Путина прогони!» акцияһы өсөн енәйәт эҙәрлекләүе менән бәйле бөтә донъяла билдәлелек ала. Был акцияла ҡатнашҡаны өсөн 3 мартта ҡулға алына һәм 2012 йылдың 17 авгусында Хамовники суды тарафынан «Хулиганлыҡ» статьяһы буйынса ике йылға иркенән мәхрүм ителә[9]. 2013 йылдың 23 декабрендә амнистия буйынса ике айға алдараҡ азат ителә[10]. Тотҡонлоҡта булған сағында тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Иреккә сыҡҡас, Толоконникова Мария Алехина менән бергә Рәсәй тотҡондарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «Хоҡуҡ зонаһы» ойошмаһы булдырылыуы тураһында белдерәләр[11][12][13][14][15].
Биографияһы
үҙгәртергәНадежда Толоконникова 1989 йылдың 7 ноябрендә Норильск ҡалаһында тыуған. Алтын миҙал менән дөйөм белем биреү мәктәбен һәм фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен тамамлай. Юғары кластарҙа ҡалала Ирина Прохорованың «Яңы әҙәби күҙәтеү» нәшриәте ойошторған мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.
2006 йылда[16] Мәскәүгә күсә, Мәскәү дәүләт университетының философия факультетының бюджет бүлегенә уҡырға инә[16].
Толоконникова — «Һуғыш» арт-төркөмөнөң — һул радикаль акционистик хәрәкәттең элекке ҡатнашыусыһы, 2009 йылда уның эсендәге фекер айырымлыҡтарынан һуң (элекке ире Петр Верзилов кеүек үк) ««Һуғыш» Мәскәү фракцияһы» ағзаһы була. «Һуғыш»тың күп кенә акцияларында, шул иҫәптән К. А. Тимирязев исемендәге дәүләт биология музейында перформанста (2008) һәм «Тараҡан суды»нда ҡатнаша (2010).
2011 йылдың мартынан — Pussy Riot феминистик панк-төркөмөндә ҡатнаша[17][18].
2021 йылдың 30 декабрендә Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы Надежда Толоконникованы киң мәғлүмәт саралары реестрына — "сит ил агенттары"на индерә[19][20].
Шәхси тормошо
үҙгәртергә- 2008 йылдан 2016 йылға тиклем[16] Петр Верзиловта — «Һуғыш» төркөмөнөң элекке активисында кейәүҙә була[21]. -- Ҡыҙы — Гера Верзилова (4 март 2008)[22][23].
2018 йылда ул үҙен пансексуалка тип иҫәпләүе тураһында белдерә[24].
Протест һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2010 йылдың йәйендә Толоконникова Химки урманын һаҡлау буйынса акцияларҙа ҡатнаша[25].
2011 йылдың 28 майында, Рәсәй Федерацияһында Сик һаҡсылары көнө билдәләнгән көндә, Екатерина Самуцевич һәм Надежда Толоконникова, Мәскәү мэрияһы санкцияламаған, Александр баҡсаһы янында һәм Мәскәү мэрияһы янындағы Тверь майҙанында ЛГБТ-берләшмә вәкилдәренең гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлап гей-прайдта ҡатнашалар[26][27].
Толоконникова 2011 йылдың 17-20 июнендә Химки урманында «Антиселигер» граждандар форумы эшендә ҡатнаша[28].
2011 йылдың 10 декабрендә Толоконникова Һаҙ майҙанында митинг сәхнәһенән феминистик һәм ЛГБТ-берләшмә вәкиле булараҡ сығыш яһай. Активист «һәр кемде сәйәси лидер булырға һәм үҙаллы уйларға» саҡыра[29].
Надежда үҙенең әхлаҡи ориентиры сифатында яҙыусы һәм диссидент Владимир Буковскийҙы атай, ул уның биографияһы менән колонияла танышҡан була[30]. The New York Times баҫмаһына интервьюла Толоконникова һәм Алехина киләсәктә Рәсәйҙә сәйәси вазифаларға һайланырға ниәтләүҙәре тураһында белдерәләр[31].
Рәсәй көнөндә, 2015 йылдың 12 июнендә, тотҡон формаһын кейеп, Мәскәүҙең Һаҙ майҙанында Рәсәй флагын тегергә маташа, һуңынан полиция тарафынан ҡулға алына[32].
2016 йылдың февралендә Pussy Riot төркөмөнөң" Chaika" клибы донъя күрә, унда Толоконникова прокурор образында килеп баҫа[33]. 2016 йылдың 14 мартында Надежда Толоконникова Кельнда lit.Cologne халыҡ-ара әҙәби фестивалендә «Руководство по революции» китабын тәҡдим итә[34].
2019 йылдың 30 ғинуарында Третьяков галереяһынан Куинджиның «Ай-Петри. Крым» картинаһын урлаусылар менән теләктәшлек белдерә, Ҡырым Валында Третьяков галереяһынан ниндәйҙер рәсем урлап, элек үҙе лә шуға оҡшаш енәйәт ҡылғанын таный. Толоконникова һүҙҙәренсә, акция «Һуғыш» арт-төркөмө ағзалары менән бергә тормошҡа ашырыла[35].
Танылыуы
үҙгәртергә- Amnesty International Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Pussy Riot төркөмөнөң өс ҡатнашыусыһын выждан тотҡондары тип таный[36][37].
- 2012 йылдә Foreign Policy журналы Толоконникованы Екатерина Самуцевич һәм Мария Алехина менән бергә донъяның 100 алдынғы интеллектуалдары иҫәбенә индерә[38].
- 2012 йылдың декабрендә француз гәзите Le Figaro Толоконникованы «Йыл ҡатын-ҡыҙы» тип атай. Мордва колонияһындағы Надежданы журналистар донъя иғтибарын Рәсәйҙә һүҙ азатлығын ҡыҫыу проблемаһына йәлеп иткән панк-коллективтың йөҙө тип иҫәпләй. Егерме персонанан торған рейтингта Толоконникова икенсе урынды алған Мишель Обаманы уҙып китә, Мэрил Стрип өсөнсө урынды ала[39].
- 2012 йылдың авгусында арт-тәнҡитсе Ирина Кулик Pussy Riot ҡатнашыусылары Мария Алехинаны, Надежда Толоконникованы һәм Саматерина Самуцевичты Ҡотҡарыусы Христос ҡорамындағы акция өсөн «Йыл проекты» номинацияһында Кандинский премияһына тәҡдим итә[40][41]. Премияның исемлегенә 21 эш инә, унда Pussy Riot акцияһы, аҙ балл йыйып, эләкмәй[42].
- 2012 йылда AskMen.com америка веб-порталында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Надежда «Иң көтөп алынған 99 ҡатын-ҡыҙ» исемлегендә 85-се урынды биләй, унда Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. Шулай уҡ редакция Толоконникованы «Рәсәйҙең иң сексуаль тотҡоно» тип атай. Шул уҡ йылда MAXIM журналының рус телендәге вариантында Толоконникова Рәсәйҙең 100 иң сексуаль ҡатын-ҡыҙы исемлегендә 18-се урынды ала[43]. 2012 йылда ҡыҙға Украинала Playboy журналының тышлығында күренергә тәҡдим итәләр[44][45]. 2014 йылдың ғинуарында Толоконникованың фотоһүрәте «The Times» гәзитенең тышлығына урынлаштырыла[46].
- 2013 йылдың мартында Эхо Москвы радиостанцияһы тарафынан йыл һайын төҙөлгән «Рәсәйҙең 100 иң абруйлы ҡатын-ҡыҙы» исемлегендә 72-се урынды биләй[47].
Мәҙәниәттә
үҙгәртергә- Американың «Карточный домик» сәйәси-драматик сериалының 3-сө миҙгеленең 3-сө серияһында үҙен уйнай (камео)[48]. Сюжет буйынса, Толоконникова, Алёхина һәм Верзилов, Рәсәй президентының Америкаға визиты айҡанлы ойошторолған Вашингтондағы рәсми киске аш ваҡытында, уның исеменә тәнҡит менән сығыш яһайҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1044012846 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Naděžda Tolokonnikovová // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ https://www.bbc.co.uk/news/world-europe-19297373
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ (unspecified title)
- ↑ https://lenta.ru/news/2018/10/10/tolokno/
- ↑ Nadya Toloko - Conceptual Artist and Political Activist // (unspecified title)
- ↑ Pussy Riot. Феминистская панк-группа . Лентапедия. Lenta.ru. Дата обращения: 23 август 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
- ↑ Алёхина и Толоконникова встретились в Красноярске . BBC (24 декабрь 2013). — «До того как попасть в больницу, Толоконникова отбывала срок в мордовской колонии. Однако в конце сентября она объявила голодовку, заявив о невыносимых условиях содержания женщин-заключённых». Дата обращения: 24 декабрь 2013. Архивировано 26 декабрь 2013 года.
- ↑ Алина Гарбузняк. «Во многих колониях даже хуже». Правозащитники о письме Толоконниковой. Правозащитники рассказали, что мешает другим заключённым в российских тюрьмах пожаловаться на нарушение своих прав так же, как это сделала осуждённая участница группы Pussy Riot Надежда Толоконникова . aif.ru (24 сентябрь 2013). Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано 3 февраль 2014 года.
- ↑ The Economist: Письмо Толоконниковой «всколыхнуло болото» . inotv.rt.com (20 октябрь 2013). — «Pussy Riot, возможно, и не спровоцировали в России дискуссию о феминизме и радикальном искусстве, зато открытое письмо одной из участниц коллектива Надежды Толоконниковой стало причиной широкомасштабного расследования нарушений прав человека в российских тюрьмах». Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Наталья Гулевская. Надежда Толоконникова реальная угроза режиму . echo.msk (14 ноябрь 2013). — «Любой несвободный, антиконституционный режим панически боится появления даже небольшой группы правозащитников, от которых в структурах государства нет противоядия». Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано 13 март 2016 года.
- ↑ Анна Горбунова. Мария Алёхина и Надежда Толоконникова привезли в женскую колонию гостинцы и трудовой кодекс . kp.ru (14 ғинуар 2014). Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано 21 март 2014 года.
- ↑ Александр Инешин. Алёхина и Толоконникова из Pussy Riot приехали в Нижний бороться за права осуждённых . kp.ru (14 ғинуар 2014). Дата обращения: 26 февраль 2014. Архивировано 21 март 2014 года.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 вДудь. Толоконникова - бисексуальность, FACE, тюрьма (10 октябрь 2018). Дата обращения: 11 октябрь 2018. Архивировано 5 февраль 2022 года.
- ↑ Вера Кичанова. Пусси Райот. Подлинная история. — Slon.ru, FastBook Project, 2012.
- ↑ Дело группы Pussy Riot . «Союз солидарности с политзаключёнными» (22 март 2012). Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.
- ↑ Минюст признал иноагентами Гельмана, Шендеровича и Толоконникову . РБК. Дата обращения: 30 декабрь 2021. Архивировано 30 декабрь 2021 года.
- ↑ Реестр иностранных средств массовой информации, выполняющих функции иностранного агента : Министерство юстиции Российской Федерации. Дата обращения: 30 декабрь 2021. Архивировано 30 декабрь 2021 года. 2021 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Pussy Riot — «зеленая карта» в Канаду . Дата обращения: 19 октябрь 2015. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Адвокаты Толоконниковой просят отсрочить наказание . LifeNews (7 ноябрь 2012). Дата обращения: 20 октябрь 2015. Архивировано 20 октябрь 2015 года.
- ↑ Гера Верзилова . Грани.Ру (4 март 2013). Дата обращения: 20 октябрь 2015. Архивировано 20 октябрь 2015 года.
- ↑ Толоконникова рассказала о сексе с девушками и публичной оргии в музее . Лента.ру (10 октябрь 2018). Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.
- ↑ С Надеждой за свободу . «Грани.ру» (16 март 2012). — Доступ к запрашиваемому ресурсу ограничен по решению суда или по иным основаниям, установленным законодательством Российской Федерации. Дата обращения: 3 февраль 2014. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- ↑ Гей-парад в Москве разогнан — 34 задержанных. МХГ: «Все права у нас имеет только власть» . NEWSru.com (28 май 2011). Дата обращения: 5 февраль 2014. Архивировано 26 октябрь 2011 года.
- ↑ wisegizmo. Гей-прайд: Отчёт активисток группы «Война». Активистка гендерного крыла Войны Надя Толокно — корру "КВИРа" Валере Печейкину. Докладная записка о прошедшем 28 мая 2011 г. гей-прайде (29 май 2011).
- ↑ Олег Козырев. Итоги «Антиселигера» . Сибирское экологическое агентство (23 июнь 2011). Дата обращения: 3 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Екатерина Фомина. Митинг на Болотной площади. Онлайн-трансляция событий. 2011-12-10 . Дата обращения: 23 июнь 2020. Архивировано 7 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Елизавета Антонова. Освобождённые участницы Pussy Riot провели пресс-конференцию в Москве. 2013-12-27 . Архивировано 28 декабрь 2013 года.
- ↑ Александра Павлова. Участницы панк-группы Pussy Riot Надежда Толоконникова и Мария Алёхина сделали ряд громких заявлений в ходе визита в США, посвящённого правозащитной деятельности. 2014-02-06 . Архивировано 13 апрель 2014 года.
- ↑ Толоконникову задержали во время шитья флага на Болотной площади — Интерфакс . Дата обращения: 12 июнь 2015. Архивировано 13 июнь 2015 года.
- ↑ «Pussy Riot выпустили клип „Чайка“, посвященный российскому правосудию» 2016 йыл 5 февраль архивланған., Би-Би-Си, 4.02.2016
- ↑ Надежда Толоконникова представила в [[Кёльн]]е «Руководство по революции» (14 март 2016). Дата обращения: 14 март 2016. Архивировано 16 март 2016 года.
- ↑ Толоконникова призналась в краже картины из Третьяковской галереи . Газета.Ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2019. Архивировано 30 ғинуар 2019 года.
- ↑ Смирнов С., Кузьменкова О., Артемьев А. Панк-узники совести. Amnesty International признала арестованных участниц панк-группы Pussy Riot узницами совести . «Газета.Ru» (4 апрель 2012). Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано 18 июль 2012 года.
- ↑ Новые политзаключённые . Ведомости (5 июль 2012). — «Две из трёх девушек — Надежда Толоконникова и Екатерина Самуцевич — в ответ объявили голодовку. Жалобы защиты и призывы общественности освободить обвиняемых под подписку о невыезде судом систематически отклоняются». Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано 8 июль 2012 года.
- ↑ The FP Top 100 Global Thinkers 2012 (ингл.). foreignpolicy.com (26 ноябрь 2012). Архивировано из оригинала 1 декабрь 2012 года. 2012 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Le Figaro назвал участницу Pussy Riot «женщиной года» . Top.rbc.ru (22 декабрь 2012). — «Ранее панк-исполнительницы из Pussy Riot вошли в список "100 глобальных мыслителей". Кроме того, Н. Толоконникову внесли в рейтинг самых желанных женщин, подведённый сайтом AskMen.com». Архивировано из оригинала 31 декабрь 2012 года.
- ↑ Парфенова Анастасия. Pussy Riot «грозит» премия Кандинского . «Коммерсантъ FM» (10 август 2012). Дата обращения: 19 август 2012. Архивировано 11 август 2012 года.
- ↑ Волчек Дмитрий. Арт-критик Ирина Кулик: «Художественные достоинства панк-молебна неоспоримы» . «Радио Свобода» (18 август 2012). Дата обращения: 19 август 2012. Архивировано 20 август 2012 года. 2012 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Валерий Дъяконов. Искусство не выбирать . Коммерсантъ, № 168/П (4953) (10 сентябрь 2012). Дата обращения: 10 сентябрь 2012. Архивировано 11 сентябрь 2012 года.
- ↑ Надежда Толоконникова . Maxim. Архивировано 3 февраль 2016 года.
- ↑ Виктория Прозорова. Надежда Толоконникова признана одой из самых желанных женщин года. Девушка стала единственной россиянкой, которая попала в рейтинг самых желанных женщин по версии AskMen.com . Metro (12 декабрь 2012). Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2013 года.
- ↑ Участнице Pussy Riot предложили сняться для украинского Playboy . Lenta.ru (15 август 2012). Архивировано 19 август 2012 года.
- ↑ Предательница Толоконникова. Горбатого могила исправит! Геополитика (20 октябрь 2015). Дата обращения: 21 октябрь 2015. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2015 года. 2015 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ 100 самых влиятельных женщин России - рейтинг . Радио «Эхо Москвы» (4 март 2013). Архивировано 9 август 2020 года.
- ↑ Наталья Райбман. Толоконникова и Алехина снялись в сериале "Карточный домик". 2014-08-10 . Дата обращения: 29 июнь 2017. Архивировано 29 июнь 2017 года.