Һүҙ азатлығы
Һүҙ азатлығы — кешенең үҙ уй-фекерҙәрен иркен әйтеү хоҡуғы. Хәҙерге ваҡытта башлыса телдән һәм яҙма формала (мәҫәлән, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары азатлығы) уй-фекерҙәрҙе иркен әйтеүҙе үҙ эсенә ала, ә сәйәси һәм социаль рекламаға (агитацияға) аҙыраҡ кимәлдә ҡағыла. Был хоҡуҡ ҡайһы бер халыҡ-ара һәм Рәсәй документтарында телгә алына: «Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы» (19-сы статья), «Кешенең хоҡуҡтарын һәм төп азатлыҡтарын яҡлау тураһында Европа Конвенцияһы» (10-сы статья) һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (29-сы статья).
Ҡайһы бер осраҡтарҙа Һүҙ азатлығының башҡаларҙың хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа килеүе мөмкин. Шуға ла һәр дәүләттең хоҡуҡ нормалары үҙ биләмәләрендә һүҙ азатлығын сикләүҙе тәртипкә һала. Халыҡ-ара хоҡуҡҡа ярашлы, һүҙ азатлығын сикләүҙәр өс шартҡа яуап бирергә тейеш: ҡанундарға ҡәтғи ярашлы булыу, легитим (законлы) маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоу һәм уларға өлгәшеү өсөн мотлаҡ кәрәкле һәм тулыһынса таш килешле (адекват) булыу. Сикләүҙәр индереүсе ҡанундар ике мәғәнәлек булмауына ынтылырға һәм төрлөсә аңлатма биреүгә килтермәҫкә тейеш. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы социаль, раса, милләт-ара һәм дини нигеҙҙә күрә алмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ тыуҙырыуҙы, шулай уҡ дәүләт сере булған мәғлүмәттәрҙе таратыуҙы тыя. Ваҡытлы һәм айырым сикләүҙәр шулай уҡ суд ҡарары менән дә индерелергә мөмкин.
Утилитар һәм либерал ҡараштар
үҙгәртергәҺүҙ азатлығы дөрөҫлөк һәм хәҡиҡәтте асыҡлау, үҙидаралыҡ, сәйәси системаның һығылмалылығын, шәхестең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу һәм үҙ-үҙен иҫбатлауын, кешенең тәбиғи хоҡуҡтарын тәьмин итеү һәм уларҙы яҡлау мәсьәләләре менән тығыҙ бәйләнгән.
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, һүҙ азатлығы дәүләт власть органдарының мәғлүмәтлеген һәм юғары компетентлыҡ кимәлен тәьмин итеү ҡоралы булараҡ тыуған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСвобода слова Викиөҙөмтәлә | |
Свобода слова Викимилектә | |
Свобода слова Викияңылыҡтарҙа |
- Кеше хоҡуҡтары
- Сәйәси азатлыҡ
- Хоҡуҡи дәүләт
- Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы, 19-сы статья
- Кешенең хоҡуҡтарын һәм төп азатлыҡтарын яҡлау тураһында Европа Конвенцияһы (10-сы статья)
- Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (29-сы статья).
- Цензура
- Интернет-цензура
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Левинсон Л. Баланс или несоразмерность // Язык мой… проблема этничнеской и религиозной нетерпимости в российских СМИ. / Сост. А. М. Верховский. М.: РОО «Центр „Панорама“», 2002. ISBN 5-94420-008-1 — стр. 154—164
- Соболева А. Толкование понятия «ограничения, необходимые в демократическом обществе» в свете статьи 10 ЕКПЧ 2009 йыл 29 апрель архивланған.// Российский бюллетень по правам человека, № 25. М.: Институт прав человека, 2008
- Маковей М., Чефранова Е. А. Комментарий 2007 йыл 30 октябрь архивланған. к статье 10 ЕКПЧ
- Смирнов А. Ю. Свобода слова по-французски: либеральное движение в эпоху Реставрации (начало) // Знание. Понимание. Умение. — 2004. — № 1. — С. 153-157.
- Смирнов А. Ю. Свобода слова по-французски: либеральное движение в эпоху Реставрации (окончание) // Знание. Понимание. Умение. — 2005. — № 1. — С. 152-158.
- Freedom of expression in Europe. Case-law concerning Article 10 of the European Convention on Human rights, 2007 (инг.)
- Macovei M. Freedom of expression. A guide to the implementation of Article 10 of the European Convention on Human Rights, 2004 (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Специальный докладчик ООН по укреплению свободы слова (инг.)
- Свобода убеждений и их выражения на портале ООН
- Представитель ОБСЕ по вопросам свободы СМИ (инг.)
- Замечания общего порядка КПЧ ООН к статьям 19 и 20 МПГПП
- Право и средства массовой информации. Сайт Института проблем информационного права
- Комментарии к статье 10 ЕКПЧ 2011 йыл 9 ноябрь архивланған.
- Практика ЕСПЧ по вопросам свободы слова: аннотации, постановления и анализ 2011 йыл 9 ноябрь архивланған.
- International Freedom of Expression Exchange (инг.)
- Рейтинг свободы прессы (инг.)
- Информация об исследовании «Всемирный индекс свободы прессы» организации «Репортёры без границ»
- Информация об исследовании «Свобода прессы в мире» организации «Freedom House»
- Раздел о свободе слова на сайте «Права человека в России» 2008 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Раздел о свободе слова на сайте hri.ru 2009 йыл 3 ғинуар архивланған.
- Портал «Право и СМИ Центральной Азии»
- Показатели развития средств информации: система оценки развития средств информации . Международная программа развития коммуникации. ЮНЕСКО (2008). Дата обращения: 2014-8-30.
- What Does Free Speech Mean? (ингл.). uscourts.gov. Дата обращения: 20 октябрь 2014.