Техера Доминго
Техер Доминго (исп. Domingo Tejera; 27 сентябрь 1899 йыл — 30 июнь 1969 йыл) — Уругвай футболсыһы, ҡапҡасы, Уругвай командаһы уйынсыһы, уның өсөн 17 уйындан үткәрә, 9-ында капитан була. 1930 йылғы Донъя чемпионы, 1928 йылғы Олимпия уйындары чемпионы. Эусебио Техераның туғаны, 1950 йылғы донъя чемпионы.
Доминго Техера | ||
Информация | ||
Тыуа | 27 сентябрь 1899 или 22 июль 1899 Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 30 июнь 1969 (69 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Буйы | 189 см | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
—1917 | Монтевидео Уондерерс | |
Клуб карьераһы* | ||
1917—1932 | Монтевидео Уондерерс | 287 (5) |
Йыйылма командаһы** | ||
1922—1932 | Уругвай | 20 (0) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Амстердам 1928 | футбол |
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | Уругвай 1930 | |
Көньяҡ Америка чемпионаттары | ||
Алтын | Чили 1920 | |
Алтын | Сантьяго 1926 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. |
Биографияһы
үҙгәртергәДоминго Техера «Уондерерс» командаһының төп составында 18 йәшендә дебют уҙғара. Дебют миҙгелдә Уругвай чемпионатының юғары дивизионында илдең йыйылма командаһына саҡырыу ала башлай. 1923 йылда командаһына футбол федерацияһы эгидаһы аҫтында (ФУФ) Уругвай чемпионы булырға ярҙам итә. Был ваҡытта илдә ике чемпионат үтә (икенсеһе — Уругвай футбол ассоциацияһы эгидаһы аҫтында).
Хосе Насасси дәүерендә Уругвай йыйылма командаһының капитаны була.
Арҡаһы йәрәхәтләнеүе һөҙөмтәһендә 1930 йылда Донъя чемпионатында сығыш яһай алмай, әммә заявкаға индерелгәнлектән Донъя чемпионы исеменә лайыҡ була.
1931 йылда «Уондерерс»ҡа тағы ла Уругвай чемпионы булырға ярҙам итә — был титул клуб тарихында бөгөнгәсә һуңғыһы.
1932 йылда Техера Уругвай йыйылма командаһы өсөн һуңғы матчын үткәрә.
һуңыраҡ «Монтевидео Уондерерс» клубының Директорҙар советы ағзаһы сифатында эшләй. 1969 йылдың 18 июлендә вафат була. "Монтевидео Уондерерс"тың Дан залына индерелгән.