Терекүл (Силәбе өлкәһе)
Терекүл (рус. Тирикуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.
Терекүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәСиләбегә тиклем араһы – 71 км, Екатеринбургҡа – 216 км, Мейәскә тиклем – 45 км.
Координаттары: 55°35′29″N 62°13′19″E
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТерекүл - ҙур булмаған һыу ятҡылығы. Ҡыҙыл Армия районы биләмәһендә урынлашҡан.
Һыу көҙгөһө майҙаны – 13,7 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге – 2,5 м, максималь тәрәнлеге — 4,5 метрға тиклем.
Сөсө һыулы. Шишмәләрҙән һәм яуым-төшөмдәрҙән тулылана. Ярҙары урыны менән Һаҙлыҡлы. Терекүл янында Отнога күле бар. Элек был ике күл бер ятҡылыҡ тәшкил иткән. Улар дамба төҙөгәндән һуң икегә бүленгән. Улар күпер аҫтындағы торба аша ҡушылған, шуға күрә күлдәрҙәге балыҡтар бер төрлө.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүл ярҙарында һаҙ үләндәре, ҡамыш үҫә.
Күлдә карп, алабуға, сабаҡ, ротан тереклек итә. Карп 3 кг-ға етә. Эре алабуға ла эләгә. Алабуға бигерәк тә ҡамышлыҡтарҙа яҡшы эләгә[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы башҡортса "тере" һәм "күл" тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡанлығы күренеп тора. башҡ. Тере - йәне бар, йәшәү бар тигәнде аңлата [3]
Икенсе версияны Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә яҙа:
От распространенного в прошлом у башкир тюркского мужского имени Терекил, Терегул, Тиригул, с основой тере — «живой», «здоровый», слова кил — «приходи», «явись», т. е. «здоровым родись». В имени отражено пожелание родителей, чтобы новорожденный был здоровым.
Йәғни, атама башҡорттарҙың Тереғол тигән ир-ат исеменән яһалған [4][5].Әйткәндәй Шувалов Н.И. бик күп йылға-күлдәрҙең атамаларын ир-ат исеме менән бәйләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Тирикуль 2019 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 344-се бит
- ↑ Шувалов Сак-Елга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 344-се бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>