Ханна Матильда Тенгелин-Винге

(Тенгелин-Винге Ханна Матильда битенән йүнәлтелде)

Ханна Матильда Винге тыумыштан Тенгелин (швед. Hanna Mathilda Winge-Tengelin, 4 декабрь 1838 йыл, Гетеборг, Швеция9 март 1896 йыл, Гетеборг, Швеция) — Швеция рәссамы, художестволы туҡыма буйынса рәссам һәм оҫта.

Ханна Матильда Тенгелин-Винге
швед. Hanna Mathilda Winge-Tengelin
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 4 декабрь 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Гётеборгс-Кристине[d], Гётеборг[d], Гётеборг-Бохус[d], Швеция[3]
Вафат булған көнө 9 март 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] (57 йәш)
Вафат булған урыны Гётеборг[d]
Хәләл ефете Мортен Эскиль Винге[d][4]
Әһәмиәтле кеше Гёбель Сельма[d]
Һөнәр төрө рәссам, рәссәм, художник по текстилю
Уҡыу йорто Королевская художественная академия[d]
Кемдә уҡыған Johan Ringdahl[d] һәм Юхан Боклунд[d]
Нигеҙләүсе Nya Idun[d]
Ойошма ағзаһы Married Woman's Property Rights Association[d]
Жанр жанровая живопись[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Hanna Winge
 Ханна Матильда Тенгелин-Винге Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ханна художестволы сүкеү оҫтаһы Юхан Тимофеус Тенгелин һәм уның ҡатыны Анна Мария, тыумыштан Гультман ғаиләһендә тыуған. 1859 йылдан Юхан Юлиус Рингдалдың художестволы оҫтаханаһында уҡый. 18641867 йылдарҙа Король сәнғәт академияһында уҡый, унда академия профессоры Юхан Кристоффер Боклунд уның остазы була. Ул академия студенттары араһында беренсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе була, 1864 йылға тиклем академияға ирҙәр генә ҡабул ителә. 1867 йылда рәссам Мортен Эскиль Вингеға кейәүгә сыға. Италияла һәм Германияла уҡый.

Рәсем сәнғәтендә Тенгелин-Винге ижадының йүнәлеше тормошҡа бәйле һынлы сәнғәт була, ул бер нисә бик матур швед халыҡ көнкүреше күренешен һүрәтләй[5]. Швед төпкөлөнөң акварель һәм ҡәләм менән эшләнгән пейзажынан бик ҙур коллекция булдыра.

 
«Йылым үреү», киндергә төшөрөлгән рәсем, май, 1870
 
«Әсә һәм балалар менән интерьер», киндергә төшөрөлгән рәсем, май, 1872

Һынлы сәнғәттән тыш, Тенгелин-Винге швед милли туҡыма дизайнына ҙур өлөш индерә. Ул алтарь әһелдәре, шул иҫәптән, 1882 йылда Швед лютеран сиркәүенең төп соборы — Уппсала Кафедраль соборы өсөн булдырылған кейемдәр дизайнеры була.

1874 йылда Тенгелин-Винге «Дуҫтар-Һөнәрселәр» (Handarbetets vänner) ассоциацияһын нигеҙләшеүсе була, ул художество етәксеһе, һәм күп йылдар дауамында төп көс була. Ойошма туҡыу һәм һөнәрселек промыслаһында милли традицияларҙы тергеҙеү һәм ярҙам итеү бурыстарын ҡуя. Ассоциация һөнәрселәр берләшмәһе генә түгел, ә шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы була. «Дуҫтар-Һөнәрселәр» ассоциацияһын нигеҙләшеүселәрҙең башҡалары ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн швед активисткалары Софи Адлерспарре һәм Молли Ротлиб була.

Ханна Матильда Тенгелин-Винге эштәре Швецияның Милли музейына, төньяҡ илдәр Музейына, Норрчёпинг музейына һәм Линчёпингта Эстергётланд музейына ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә