Йышлыҡ — периодик барыштың характеристикаһы, ваҡыт берәмеге эсендә ваҡиға, йәки барыштарҙың ҡабатланыу, йәки хасил булыу һанының физик(матди) дәүмәле. Ваҡиғаның (барыштың) ҡабатланыу, йәки барлыҡҡа килеү дәүмәлен (һанын) улар барған ваҡыт һанына бүлеп иҫәпләнә[6]. Формулаларҙа стандарт билдәләнеше — ν, f йәки F. Йышлыҡ тирбәлеү периодына тиҫкәре пропорциональ: ν = 1/T.

Йышлыҡ
Рәсем
Дәүмәл билдәһе f һәм ν
Үлсәме
Закон йәки теорема формулаһы [1][2]
Обозначение в формуле һәм
Дәүмәл символы (LaTeX) [2], [2] һәм
Вики-проект Проект:Математика[d]
Рекомендуемая единица измерения герц[d][2][3][4] һәм секунда в минус первой степени[d][5][2]
 Йышлыҡ Викимилектә
Частота
Үлсәнеш

T−1

Үлсәү берәмеге
СИ

Гц

Халыҡ-ара берәмектәр системаһы буйынса (Международной системе единиц (СИ)) йышлыҡ үлсәү дәүмәле — герц (русса билдә: Гц; халыҡ-ара: Hz) немец физигы Генрих Герц хөрмәтенә бирелгән.

Йышлыҡ 1 мГц (10−3 Гц) 1 Гц (100 Гц) 1 кГц (103 Гц) 1 МГц (106 Гц) 1 ГГц (109 Гц) 1 ТГц (1012 Гц)
Период 1 кс (103 с) 1 с (100 с) 1 мс (10−3 с) 1 мкс (10−6 с) 1 нс (10−9 с) 1 пс (10−12 с)

Йышлыҡ ваҡыт кеүек иң теүәл үлсәнә торған физик(матди) дәүмәлдәрҙең береһе:10−17 — сағыштырма теүәллегенә тиклем[7].

Тәбиғәттә ~10−16 Гц йышлыҡлы периодик барыштарҙан башлап (Ҡояштың Галактика үҙәге тирәләй әйләнеү йышлығы), ~1035 Гц тиклем (иң юғары ғәйрәтле йыһан нурҙарына хас ҡыр тирбәлеүҙәре йышлығы).

Миҫалдар

үҙгәртергә

Электромагнит нурланыш

үҙгәртергә
 
Электромагнит нурланыштың айырып алынған күренгән өлөшөнөң тулы спектры

Күренгән яҡтылыҡ — арауыҡта (пространство) күсеп йөрөүсе, осциллирлашыусы электр һәм магнит ҡырынан торған электромагнит тулҡындары. Тулҡын йышлығы уның төҫөнә тәьҫир итә: 4×1014 Гц — ҡыҙыл төҫ, 8×1014 Гц — фиолет төҫ (миләүшә төҫ); улар араһында(4...8)×1014 Гц диапазонында ҡалған төҫтәр урынлашҡан. 4×1014 Гц әҙерәк йышлыҡлы кеше күҙе күрә алмаған электромагнит тулҡындарҙы инфраҡыҙыл (ИК) нурланыш тиҙәр. Спектрҙа унан түбәнерәк микротулҡын нурланышы һәм радиотулҡындар. 8×1014 Гц юғарыраҡ йышлыҡлы яҡтылыҡты кеше күҙе күрмәй; бындай электромагнит тулҡындар ультрафиолет (УФ) нурланыш тип атала. Йышлыҡ артһа, электромагнит тулҡын спектрҙың рентген нурланыш өлөшөнә, унан да юғарыраҡ йышлыҡта— гамма- нурланыш өлөшөнә күсә.

Был иң түбән йышлыҡтағы радиотулҡындарҙан алып, иң юғары гамма- нурҙарға тиклем тулҡындар бер төрлө, улар электромагнит нурланыш тип аталалар. Улар барыһы ла вакуумда яҡтылыҡ тиҙлеге менән тарала.

Электромагнит тулҡындарҙың икенсе характеристикаһы — тулҡын оҙонлоғо. Тулҡын оҙонлоғо йышлыҡҡа кире пропорциональ, тимәк юғарыраҡ йышлыҡтағы электромагнит тулҡындарҙың тулҡын оҙонлоғо ҡыҫҡараҡ була һәм киреһенсә. Вакуумда тулҡын оҙонлоғо

 

бында с — вакуумда яҡтылыҡ тиҙлеге. Электромагнит тулҡын таралыуы фаза тиҙлеге c булған мөхиттә, вакуумдағы яҡтылыҡ тиҙлегенән айырыла(c′ = c/n, бында n — һынылыш күрһәткесе), тулҡын оҙонлоғо менән йышлыҡ араһындағы бәйләнеш түбәндәгесә була:

 

Тулҡындың тағы бер йыш ҡулланылған характеристикаһы — тулҡын һаны (арауыҡ йышлығы), оҙонлоҡ берәмегенә тап килеүсе тулҡындар һанына тигеҙ: k = 1/λ. Ҡайһы ваҡыт был дәүмәл 2π коэффициенты менән ҡулланыла(ғәҙәти һәм түңәрәк йышлыҡҡа оҡшатып)ks = 2π/λ. Мөхиттә электромагнит тулҡын булған осраҡта

 
 

Тауыштың сифаты (мөхиттең механик тирбәлеүе) уның йышлығынан тора. Кеше 20 Гц йышлыҡтағы тирбәлеүҙән 20 кГц (кеше олоғайған һайын ишетелгән тауыш йышлығының юғары сиге түбәнәйә бара) йышлыҡҡа тиклем ишетә ала. 20 Гц -тан түбәнерәк йышлыҡтағы тауыш (субконтр октавала ми нотаһына тап килә) инфратауыш тип атала[8]. Инфратауыш тирбәлеүҙәрен ишетелмәһәләр ҙә, тойоп була. 20 кГц юғарыраҡ йышлыҡтағы тауыш ультратауыш, ә 1 ГГц юғарырағы— гипертауыш тип атала.

Музыкала ғәҙәттә юғарылығы (төп йышлығы) субконтроктаванан 5-се октаваға тиклем арала ятҡан тауыштарҙы ҡулланалар. Стандарт 88-клавишалы фортепиано клавиатураһы тауыштары субконтраоктаваның ля нотаһынан (27,5 Гц) 5-се октаваның до нотаһына тиклем (4186,0 Гц) диапазонда урынлашҡан. Тик музыкаль тауыш таҙа төп йышлыҡтағы саф тауыштан ғына түгел, уға ҡушылған обертондар, йәки гармоникаларҙан да тора; гармоникаларҙың сағыштырма амплитудаһы тауыштың тембрын билдәләй . Музыкаль тауыштарҙың обертондары тотошлай ҡолаҡ ишетерлек йышлыҡ диапазонында урынлашҡан.

Алмаш ток йышлығы

үҙгәртергә
 
Напряжение и частота:      220-240 В/60 Гц      220-240 В/50 Гц      100-127 В/60 Гц      100-127 В/50 Гц
 
Ан-26 самолётының борт радисының эш урыны. Өҫкө уң яҡтағы мөйөштә 400 Гц йышлыҡ үлсәгес күренә

Европала (шулай уҡ Рәсәйҙә һәм элекке СССР республикаларында), Азияның күп өлөшөндә, Океанияла (Микронезиянан башҡа), Африкала һәм Көньяҡ Америкала сәнәғәттә алмаш токтың көс селтәрендәге йышлығы 50 Гц тәшкил итә. Төньяҡ Америкала (АҠШ, Канада, Мексикала), Үҙәк һәм ҡайһы бер Көньяҡ Америка илдәрендә (Бразилия, Венесуэла, Колумбия, Перу),ҡайһы бер Азия илдәрендә (Японияның көньяҡ-көнбайышында, Көньяҡ Кореяла, Сәғүд Ғәрәбстанында, Филиппинда һәм Тайванда) 60 Гц йышлыҡ ҡулланыла. (Ҡара. Стандарты разъёмов, напряжений и частот электросети в разных странах). Бөтә электроприборҙар ҙа тиерлек селтәрҙә көсөргәнеш (напряжение) бер төрлө булғанда 50 һәм 60 Гц йышлыҡлы селтәрҙә һәйбәт эшләй. XIX быуат аҙағы — XX быуаттың беренсе яртыһында, стандартизацияға тиклем төрлө изоляциялаған селтәрҙәрҙә 16 23-нан 13313 Гц- ҡа тиклем йышлыҡтар ҡулланылған. Тәүгеһе әле һаман 15 кВ көсөргәнешле (напряжениелы) тимер юлдарында ҡулланыла, унда турайтҡысһыҙ (выпрямителһеҙ) электровоздарҙа ҡулланыр өсөн индерелгән булған — даими токлы тартыусы электродвигателдәр тураға трансформаторҙан туҡланғандар.

Самолёттар, һыу аҫты кәмәләре һәм башҡа урындарҙа борт селтәрендә 400 Гц йышлыҡ ҡулланыла. Көс селтәренең юғарыраҡ йышлығы трансформаторҙарҙың массаһын һәм габариттарын әҙәйтергә һәм асинхрон двигателдәрҙең юғарыраҡ йышлыҡ менән әйләнеүенә ирешергә мөмкинлек бирә, тик алыҫ араға биргән саҡта юғалтыуҙар күбәйә (күләм юғалтыуҙары, линияның индуктив ҡаршылығы үҫеүе һәм нурланыш арҡаһында).

Йышлыҡ төшөнсәһе математикала ла ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 3-15.1 // Quantities and units—Part 3: Space and time (ингл.) — 1 — ISO, 2006. — 19 p.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 3-17.1 // Quantities and units — Part 3: Space and time, Grandeurs et unités — Partie 3: Espace et temps (ингл.) — 2 — ISO, 2019. — 11 p.
  3. SI A concise summary of the International System of Units, SI (ингл.) — 2019.
  4. 3-15.a // Quantities and units—Part 3: Space and time (ингл.) — 1 — ISO, 2006. — 19 p.
  5. 3-15.b // Quantities and units—Part 3: Space and time (ингл.) — 1 — ISO, 2006. — 19 p.
  6. Частота Статья в Научно-техническом энциклопедическом словаре.
  7. Поставлен новый рекорд точности атомных часов. Membrana (5 февраль 2010). Дата обращения: 4 март 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 7 апрель архивланған.
  8. Ҡайһы ваҡыт инфратауыш һәм ишетелгән тауыш араһындағы сик итеп, 16 Гц йышлыҡты алалар.
  • Финк Л. М. Сигналы, помехи, ошибки…. — М.: Радио и связь, 1984.
  • Бурдун Г. Д., Базакуца В. А. Единицы физических величин. — Харьков: Вища школа, 1984.
  • Яворский Б. М., Детлаф А. А. Справочник по физике. — М.: Наука, 1981.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

 дней) — историякопия)