Таулы (Һаҡмар ҡушылдығы)

Таулы — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яҡтан (тамағынан 702 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 24 км тәшкил итә.

Таулы
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 24 km
Карта

Таулы йылғаһы Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы тирәһендә аға
Таулы — Һаҡмар ҡушылдығы

Таулы йылғаһы — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы эргәһенән аға.

Таулы йылғаһы Майҙы (Майлы) һаҙынан башлана. Уның тәүге ҡушылдыҡтары: Уңғар, Морас, Мәтем, Рәжәп, Сыбалайыр, Саҡмағош[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тел белгесе М. Усманованың фаразлауынса, йылға атамаһы бөрйән ырыуы нуғай-бөрйән ырыу-араһының таулы этнонимына ҡарай. Икенсе Этҡол ауылында таулы ырыу-араһы вәкилдәре бар. Шулай итеп, был йылға буйында таулылар йәшәгән[3].

БАССР-ҙың топонимика исемлегендә таулы гидронимына «гористая», йәғни таулы, аңлатмаһы бирелә[3].

Икенсе Этҡол ауылы тарихын өйрәнеүсеһе А. Ә. Тажетдинов та 2005 йылда нәшер ителгән «Ел-дауылдар аша…» исемле китабында был атаманың килеп сығышына иғтибарын бүлә. Йылғаның һул яҡ ярында гел генә тауҙар теҙмәһе (Бейекҡыр, Раһай, Көрәй) булғанға күрә, йылға Таулы тип атала тигән фекергә ҡаршы мәғлүмәттәр килтерә: XVI быуатта Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөштәре Рәсәй ҡулына күскәндән һуң, Иҙел-Ыҡ буйы халҡы Икенсе Этҡол тирәһенә күсенә. Күскенселәрҙең бер өлөшө бөрйән ырыуының бер тармағы булған таулылар булған. Улар ошо йылға буйында төпләнәләр, йылға атамаһы ла ырыу-ара исеменә бәйле[2].

Таулы ырыу-ара вәкилдәре Икенсе Этҡолдан тыш, Байымда һәм тарихсы Үтәғолов Р. И. фекеренсә, Баймаҡ районының 13 ауылында теркәлгән[2].

Зәки Вәлиди әҫәрҙәрендә лә таулылар ырыу-араһы телгә алына[2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы[4]:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004860

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200486

— Бассейн коды — 12.01.00.005

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша… 2005. 169-сы бит
  3. 3,0 3,1 Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 212-се бит
  4. 4,0 4,1 «Тавла» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Һылтанмалар

үҙгәртергә