Түбәтәй
Түбәтәй йә таҡыя (башҡ. түбәтәй, ҡаҙ. төбетей, тақия, ҡырғ. тебетей, татар. түбәтәй, төркм. tahýa, әзерб. araxçın/арахчын) — төрки халыҡтарҙың баш кейеме. Уны ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа кейә.Урыҫ теленә башҡортсанан йә татарсанан ингән, ул түңәрәкләп тегелгән еңел баш кейеме.
Тегелеше
үҙгәртергәТүбәтәйҙең өҫ яғын яҫы, йә ярымтүңәрәк көмбәҙле, йә бер нисә ҡыйыҡлап, осло башлы итеп тегәләр. Урта Азияла улар ғәҙәттә 4 ҡыйыҡлы, тирәсе квадрат рәүешендә. Элгәре Урта Азияла (хәҙерге Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан), Рәсәйҙә Иҙел-Урал буйындағы төбәктәрҙә (Башҡортостанда һәм Татарстанда), шулай уҡ Ҡырымда ҡала халҡы ла, ауыл халҡы ла кейгән, ҡәҙимге баш кейеме булған. Ҡырғыҙҙар затлы тире менән ҡырпылған ҡышҡы баш кейемен тебетей тип атай, ә башҡорттоң түбәтәй тигәненә тап килгәнен топу тиҙәр. (ҡырғ. топу, үзб. do'ppi/дўппи, уйғ. доппа/دوپپا, таж. тўппӣ (север.диал.), тоққӣ (южн.диал.)). Башҡорт телендә лә «тупый» һүҙе бар. Башҡорт түбәтәйе ҡабарынҡы көмбәҙле итеп тегелә һәм тирмәне хәтерләтә. Көндәлеккә кейә торғанын ҡарараҡ төҫтәге туҡыманан, ә кешелеккә тигәнен затлыраҡтан (ебәк, бәрхәт, барса-парча) теккәндәр. Мәрйенләп, уҡа һалып, төрлө төҫтәге ебәк, алтынланған йә көмөшләнгән ептәр менән сигелгәндәре лә булған. Ҡатын-ҡыҙ түбәтәйҙәре бигерәк тә нәзәкәтле семәрҙәре менән айырылып торған.
Яҡын тарихтан
үҙгәртергәСССР-ҙа 1940-1950-се йылдарҙа Урта Азиянан эвакуациянан ҡайтҡан кешеләр ыңғайына уны ни милләттән булһа ла барыһы ла тиерлек (бигерәк тә балалар) кейеп йөрөй башлай.
Галерея
үҙгәртергә-
Ганьсуй дунгандарының ҡәҙимге аҡ баш кейеме
-
Түбәтәй кейгән Максим Горький , [[1934 йыл]
-
«Любизар» клубы яугирҙары Лейпцигта «Казактар һәм башҡорттар» стенды янында, 2012 йыл Германия
-
Башҡорт. Жак Грассе де Сен-Совер (Франция, 1757-1810)
-
Миҙал таҡҡан башҡорт старшинаһы. Г.Фишер, 1892
Һылтанмалар
үҙгәртергәТюбетейка Викиһүҙлектә | |
Тюбетейка Викимилектә |
- Түбәтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2022)
- Тюбетейка, история. 2017 йыл 13 май архивланған.
- Татарские тюбетейки.