Табидзе Галактион Васильевич
Галактио́н Васильевич Таби́дзе (груз. გალაკტიონ ვასილის ძე ტაბიძე; 6 [18] ноября 1892, Кутаиси янында урынлашҡан Чквиши ауылы— 17 март 1959, Тбилиси) грузин шағиры. Грузин ССР-ның халыҡ шағиры (1933). Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1944). XX быуаттың төп грузин шағирҙарының береһе, грузин шағирҙарының артабанғы быуындарына ҙур йоғонто яһай.
Табидзе Галактион Васильевич | |
груз. გალაკტიონ ტაბიძე | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил |
Рәсәй империяһы |
Тормош иптәше | |
Автограф | |
Табидзе Галактион Васильевич Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәтыуған 1891 йылдың 6 (18) ноябрендә Кутаиси янындағы Чквиши ауылында (хәҙерге Ван муниципалитеты) ауыл уҡытыусыһы, рухани ғаиләһендә тыуа.
1908 йылдан алып Тбилиси дини семинарияһындауҡый. Шул уҡ йылда баҫыла башлай.
1914 йылда тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1915 йылда Һәм 1916 йылдың аҙағында Мәскәүгә килә, унда А. А. Блок, В. Я. Брюсов һәм К. Д. Бальмонт менән таныша. Шулай уҡ Петроградта була. 1916 йылдан грузин символистары ижади төркөмө «Голубые рога» журналында баҫыла.
1915 йылда, һуңғараҡ Орёл төрмәһендә тотолған сәйәси золом ҡорбаны, башҡа сәйәси тотҡондар менән 1941 йылдың 11 сентябрендә Медведев урманында бергә язаланаған[5],совет партия эшмәкәре Ш. С. Окуджаваның һеңлеһенә (ოლღა ოკუჯავა) өйләнә.
1919 йылда «Артист шиғырҙары» йыйынтығын баҫтырып сығара. 1924 йылда «Мнатоби» (Светоч) журналын ойоштороусыларҙың береһе була.
Поэмалар авторы:
- «Джон Рид» (1924)
- «Эпоха» (1930)
- «Революционная Грузия» (1931)
һәм шиғырҙар:
- «Идея» (1923)
- «К оружию, братья!»
- «Мы победим!»
- «Союз сердец» (1941—1945) һ. б.
1930 йылдарҙағы Сталин таҙартыуҙарын кисергән Табидзе Сталиндан һуңғы осорҙа совет властары баҫымы аҫтында була. Был уны депрессияға һәм алкоголизмға килтерә. Һөҙөмтәлә ул психиатрия клиникаһына урынлаштырыла, унда өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән һикереп үҙен һәләк итә. Мтацминда Пантеонында ерләнгән, ҡәбер ташы — Бидзина Авалишвили.
Галактион Табидзе шиғриәтен рус теленә түбәндәге шағирҙар тәржемә итә:
- Алейников
-И. Дадашидзе
-В. Н. Ерёменко
-О. В. Ивинская
-В. Н. Леонович
-Б. К. Лившиц
-В. Г. Полетаев
-А. С. Цыбулевский һ. б.
Табидзеның иң билдәле әҫәрҙәре иҫәбенә «Мир состоит из гор…» һәм «Ветер дует» шиғырҙары инә. [Комм. 1] Беренсеһенә Александр Пушной һәм Анатолий Бальчев музыка һалған (был йыр «Простые истины» йәштәр сериалында яңғырай), икенсеһенә — Гия Канчели көй ижад иткән.
Йорт-музей шағир тыуған Чквиши ауылында асыла. Тбилисиҙа шағир исеме менән аталған урам бар.
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Галактион Табидзе | |
[1] Белла Ахмадулина читает стихотворение Табидзе «Мери» в своём собственном переводе | |
[2] Анико Долидзе исполняет песню Гии Канчели «Ветер дует» |
Галерея
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (22.03.1936)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (17.04.1958)
- Грузин ССР-ының халыҡ шағиры (1933)
Библиография
үҙгәртергәӘҫәрҙәре
үҙгәртергә- Избранное. На русском языке. Тб., 1953
- Избранное. М., 1956
- Стихотворения и поэмы. М., 1958
- Стихи. Тб., 1967
- Лирика. Тб., 1973
- Стихи. Луна Мтацминды. двуязычное издание. Тб. 1982
Галактион Табидзе тураһында әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чилая С., Галактион Табидзе. Критико-биографический очерк, М., 1958
- Радиани Ш., Галактион Табидзе, Тб., 1958
- Маргвелашвили Г., Галактион Табидзе. Очерк жизни и творчества, Тб., 1973
Комментарийҙар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Галактион Табидзе на «Викиливре»
- Табидзе Галактион Васильевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Табидзе, Галактион Васильевич // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119039028 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Табидзе Галактион Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Galaktion Tabidze // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ https://www.galaktion.ge/?page=Chronicle&id=3630
- ↑ Известия ЦК КПСС. 1990. № 1. С. 124—131 . Дата обращения: 10 март 2014. Архивировано 29 апрель 2021 года.
- ↑ Восьмой съезд писателей СССР, 24 июня - 28 июня 1986 : Стенографический отчет. — М.: Советский писатель, 1988. — С. 216. — 511 с. — ISBN 5-265-00426-2. Архивная копия от 9 ноябрь 2021 на Wayback Machine
Өҙөмтә хатаһы: "Комм." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="Комм."/>
тамғаһы табылманы