С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты
С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты (укр. Житомирський військовий інститут імені С. П. Корольова) — Украинаның дәүләт хәрби уҡыу йорто юғары белем биреү учреждениеһы, Житомир ҡалаһында урынлашҡан.
С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты | |
Исеме |
укр. Житомирський військовий інститут імені С. П. Корольова |
---|---|
Элекке исеме |
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының зенит артиллерияһы команда составының белемен камиллаштырыу курстары (КУКС) 1924-1927, Севастополь зенит артиллерияһы училищеһы 1937-1946,
Ҡыҙыл Байраҡлы Житомир зенит-артиллерия училищеһы 1947 -1968, |
Асылған йылы |
1914, 1918 |
Тип |
Государственный |
ректор |
Левченко Александр Витальевич |
Урынлашыуы |
: Севастополь 1924-1941, Өфө 1941-1945, Житомир 1946-1991 Украина: Житомир 1991-хәҙерге ваҡытҡа тиклем |
Наградалар: |
---|
1947—1996 йылдарҙа формированиеның тулы ғәмәлдәге атамаһы — Октябрь Революцияһы орденлы Житомир Ленин комсомолы исемендәге һауаға ҡаршы оборонаның юғары радиоэлектроника училищеһы.
Институт радиотехника, системалар инженерияһы, мәғлүмәт һәм кибернетик хәүефһеҙлек өлкәһендә хәрби һәм граждан белгестәрен әҙерләй; институттың ҙур ғилми мәктәбе бар, хәрби тәғәйенләнештәге роботлаштырылған системаларҙы тикшерә һәм эшләй.
Тарихы
үҙгәртергәРус император армияһы осоронда
үҙгәртергә1914 йылдың 8 декабрендә донъя күргән һауаға ҡаршы оборона курстарын был уҡыу йортона нигеҙ һалыусы тип иҫәпләргә мөмкин. Был курстарҙы Петроградтағы Офицерҙар электр техникаһы мәктәбе начальнигы — генерал-майор Георгий Бурман етәкләй һәм Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ла бында эшләй.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында
үҙгәртергәОктябрь революцияһынан һуң курстар эшләүҙән туҡтай. Совет Рәсәйендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы комсоставының Юғары хәрби электротехник мәктәбе (хәҙерге С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы) ойошторола, ләкин һауа һөжүменә ҡаршы оборона белгестәрен әҙерләүҙә тулы күсәгилешлек булмай.
1918 йылдың февралендә РККА-ла зенит артиллерияһын һәм уға кадрҙар әҙерләү системаһын ойоштороу буйынса саралар башлана. Шул уҡ йылдың июнендә Петроградта зенит батареялары төҙөү идаралығы ойошторола, ноябрҙә иһә идаралыҡты Калугаға күсерәләр. ПВО батареялары комсоставын сифатлы ойоштороу һәм систематик уҡытыу маҡсатында, 1919 йылдың 13 февралендә РККА-ның зенит батареялары ойоштороуға етәкселек иткән Б. П. Ненашев[1] үҙенең бойороғо менән Калугала һауа маҡсаттары (һауа флоты) буйынса атыу мәктәбен ойоштора.
1919 йылдың майында Идаралыҡ Түбәнге Новгородҡа күсерелә, һәм уның яңы командиры итеп А. Н. Вукотич тәғәйенләнә (һуңынан ул Повторный артиллерия мәктәбендә хеҙмәт итә)[2]). 1919 йылдың 8 декабрендә мәктәптә һауа флоты буйынса атыш башлана.
С 1919 по 1934 год это было единственное в Союзе ССР военно-учебное заведение противовоздушной обороны. До Великой Отечественной войны она базировалась в следующих местах:
Двадцатая верста ҡасабаһында (хәҙерге Одинцово ҡалаһы эсендә) — 1921 йылдың 1 октябренән; Мәскәүҙә (Троцкий исемендәге майҙанда) 1922 йылдың 1 октябренән; Петроградта (Ленинградта) 1923 йылдың 1 октябренән.
Севастополь зенит артиллерияһы училищеһы
үҙгәртергә1924 йылдың 1 октябренән уҡыу йорто Севастополгә күсерелә.
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Знак выпускника СУЗА |
Севастополдә уҡыу йорто тип аталған: зенит артиллерияһының махсус өлкән һәм урта команда составы мәктәбе; 1924 йылдың 1 ноябренән — РККА-ның зенит артиллерияһы команда составын камиллаштырыу курстары; 1927 йылдың 1 октябренән — РККА-ның зенит артиллерияһы мәктәбе. Яңы мәктәптең тәүге сығарылышы 1929 йылдың сентябрендә булды. 1930 йылда мәктәпте буласаҡ армия генералы С. М. Штеменко тамамлай.
Севастополдең зенит артиллерияһы мәктәбен тамамлаусылар В. А. Герасимов, Л. Г. Лавринович, М. В. Антоненко, В. А. Рождественский һәм П. А. Долгополов генералдар була. Мәктәптең уҡытыу батареяһы командирҙары — артабан билдәле хәрби начальниктар В. А. Пеньковский, генерал-полковник Г. Н. Орел һәм командир-зенитчиктар: генерал-лейтенанттар Н. К. Васильков, С. И. Макеев, Н. В. Марков һәм генерал-майор М. М. Процветкин.
1924—1933 йылдарҙа комаенда составы өсөн камиллаштырыу ҡыҫҡа сроклы зенит артиллерияһы курстарын дөйөм алғанда 2200 тыңлаусы тамамлай. Артабан улар мәктәптән айырыла һәм Ленинградта, Мәскәүҙә, Евпаторияла урынлаша һәм Костерёво ҡасабаһында 55780-се часында ПВО зенит ракета ғәскәрҙәренең Үҙәк офицерҙар Ҡыҙыл байраҡлы курстарына әйләнә. 2007 йылда таратыла[3].
1937 йылдың 16 мартынан — РККА-ның Севастополь зенит артиллерияһы училищеһы (СУЗА). Уҡыу ваҡыты — 2 йыл. 1938 йылдың көҙөндә училище ярайһы киңәйтелә. Ике дивизион урынына 1200 кешелек дүрт уҡыу дивизионы һәм дүрт хәрби тәьминәт батальоны ойошторола. Училищела шулай уҡ 300 тыңлаусыға запастың комсоставын әҙерләү курстары ойошторолған. Белем биреү-матди база ла камиллашыуын дауам иткән. Атыу, матди өлөш, приборҙар, электротехника, элемтә, хәрби инженерҙар эше, тактика, прожектор һәм автомобиль эше лабораториялары яҡшы йыһазландырылған.
1939—1940 йылдарҙа училищеға яңы зенит орудиелары һәм ПУАЗО-3 приборы килтерелә. Училище менән полковник Морозов етәкселек итә, хәрби комиссар — Тарасов. Элекке 49-сы Брест полкы казармаларында, Ҡырым һуғышында ҡаланы обороналау геройы матрос Кошка һәйкәле эргәһендә уҡыу корпустары асыла.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Севастополь училищеһы дөйөм 4586 кешенән торған 61 командирҙар сығарылышы яһаған.
Һуғыш башланғас, училищела бер нисә курсант зенит батареялары формалаша. 1941 йылдың авгусында училищеның матди часы тәүҙә Һарытау өлкәһенең Петровск ҡалаһына, һуңынан — Өфөгә эвакуациялана. Курсанттарҙың бер өлөшөн батареянан алына һәм уҡыуҙарын тамамларға ебәрелә, бер өлөшө Ҡара диңгеҙ флотының төп базаһы батареяларында ҡала һәм Севастополде обороналауҙа ҡатнаша. 1944 йылдан училище Ҡыҙып Байраҡлы исемен йөрөтә.
Житомир Ҡыҙыл Байраҡлы зенит-артиллерия училищеһы
үҙгәртергәҺуғыш тамамланғандан һуң — Житомирға күсерелгән (1946). 1947 йылда уҡыу йорто яңы исем ала — Житомир Ҡыҙыл Байраҡлы зенит-артиллерия училищеһы. Уҡыу ваҡыты — 4 йыл.
1968 йылдың 31 ғинуарында училище юғары уҡыу йорттары рәтенә күсерелә һәм ПВО-ның Житомир Ҡыҙыл Байраҡлы юғары ракета команда училищеһы тип атала. 1973 йылда училищеға почётлы Ленин комсомолы исеме бирелә. 1979 йылдың 15 ноябрендә Октябрь Революцияһы ордены менән наградлана.
Украинала
үҙгәртергә1996—1997 йылдарҙа уҡыу йорто Житомир инженер-технология институты ҡарамағындағы радиоэлектроника хәрби факультеты (хәҙер «Житомир Политехникаһы» дәүләт университеты) статусын ала, һуңынан йәнә юғары хәрби уҡыу йортона әүерелә. 1999 йылда институтҡа Житомирҙа тыуған Сергей Павлович Королёв исеме бирелә.
2007 йылда институт Милли авиация университеты составына инә, ә 2013 йылдан Дәүләт телекоммуникациялар университеты составында[4].
Украина Министрҙар Кабинетының 2015 йылдың 30 ғинуарындағы 94-се ҡарарына ярашлы, С. П. Королёв исемендәге Житомир хәрби институты Дәүләт телекоммуникациялар университеты составынан сығарыла һәм үҙ аллы юғары уҡыу йортона әүерелә.[5][[Файл:Левченко Александр Витальевич.jpg|180 px|right|thumb|Левченко Александр Витальевич, 2016 йылдан алып институт ректоры. Институт ректоры — әлеге ваҡытта генерал-майор Левченко Александр Витальевич.[6]
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1944 йылдың 8 декабрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Севастополдең зенит артиллерияһы училищеһының 25 йыллығы уңайынан, Ҡыҙыл Армия өсөн офицерҙар әҙерләүҙәге ҙур уңыштары һәм Ватан алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ НЕНАШЕВ Борис Павлович
- ↑ Школа стрельбы по воздушному флоту в Одинцово и в Москве . Дата обращения: 8 декабрь 2020. Архивировано 7 ғинуар 2022 года.
- ↑ 4-е Центральные офицерские краснознаменные курсы ЗРВ ПВО . Сайт ветеранов 8-й ОА ПВО (2023).
- ↑ Структура Державного університету телекомунікацій . Дата обращения: 8 декабрь 2020. Архивировано 14 декабрь 2014 года.
- ↑ Архівована копія . Дата обращения: 18 березень 2015. Архивировано из оригинала 2 квітень 2015 года.
- ↑ Левченко Александр Витальевич . Дата обращения: 8 декабрь 2020. Архивировано 31 ғинуар 2020 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Голованов Николай Яковлевич. Житомирское Краснознаменное имени Ленинского комсомола: История Житомир. высш. командного Краснознам. училища радиоэлектроники противовоздуш. обороны им. Ленинского комсомола / Н. Я. Голованов. — Москва: Воениздат, 1977. — 232 с., 16 л. ил.: ил.; 21 см.
- Молчановский Андрей Леонидович. О создании Школы стрельбы по воздушному флоту и её реорганизациях в 1919—1924 гг.: монография / Молчановский Андрей Леонидович. — Москва : Сам Полиграфист, 2019. — 107 с. : ил., портр., табл.; 21 см. — ISBN 978-5-00166-002-6.