С. Д. Эрьзя исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы
Мордва Республикаһының С. Д. Эрьзя исемендәге һынлы сәнғәт музейы — Саранск ҡалаһындағы музей, Иҙел буйындағы фәнни-тикшеренеү, фәнни-ағартыу учреждениеһы.
С. Д. Эрьзя исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 26 июль 1958 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Саранск |
Урын | Мордовия Республикаһы |
Бойһонған ойошма (филиал) | Дом-музей Ф.В. Сычкова[d], Дом-музей С. Д. Эрьзи[d] һәм Музей мордовской народной культуры[d] |
Булдырыусы | Иван Кузьмич Макаров[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Saransk[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Киңлек | 42 сантиметр |
Бейеклеге/буйы | 53 сантиметр |
Рәсми сайт | erzia-museum.ru/en/ |
Указания, как добраться | Коммунистическая улица, 61 |
Страница учреждения на Викискладе | Mordovian Republic museum of fine arts |
С. Д. Эрьзя исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәМордва республика һынлы сәнғәт музейы XX быуаттың күренекле скульпторы Степан Дмитриевич Эрьзя әҫәрҙәренең донъялағы иң ҙур йыйынтығына (200-ҙән ашыу эш)[2] эйә.
Музейҙа шулай уҡ Мордовия халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф. В. Сычковтың һәм портрет һынлы сәнғәт академигы И. К. Макаровтың эштәре коллекциялары йыйылған. Улар икеһе лә, С. Д. Эрьзя кеүек, мордва сығышлы.
Сәнғәт музейында сәнғәттең төп төрҙәре әҫәрҙәре коллекцияһы: рәсем сәнғәте, графика, скульптура күрһәтелә һәм байытыла. Шулай уҡ XVIII—XIX быуаттың рус сәнғәте, хәҙерге заман ватан, мордва халҡы биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре коллекцияһы ла күрһәтелә.
2002 йылда С. Д. Эрьзя исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы Мордва Республикаһы Хөкүмәте тарафынан мордва халҡының айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә индерелгән.
Музейҙың тарихы
үҙгәртергә1960 йылдың 10 ғинуарында Саранскиҙа Ф. В. Сычков исемендәге Мордва республика картина галереяһы Совет урамында, хәҙерге көндә музейҙың күргәҙмә үҙәге урынлашҡан бинала,[3] асылған. 1978 йыл картина галереяһы һынлы сәнғәт музейы тип үҙгәртелгән. 1995 йылда уға С. Д. Эрьзя исеме бирелгән.
Музейҙың төп бинаһы
үҙгәртергәМузей бинаһы (Коммунистик урам, 61) йәнәш торған ике корпустан тора. Көнбайыш, элекке корпус (архитекторы В. И. Сологуб, инженерҙар В. И. Борисов, Е. А. Сухов) 1976 йылда Эрьзяның 100 йәшлек юбилейына төҙөлгән. 1985 йылда уның эргәһендә 2-се ҡат кимәледә беренсе ҡат менән бәйләнгән тағы бер корпус төҙөлгән. 2001 йылдың көҙөндә, Эрьзяның тыуыуына 125 йәш тулыу айҡанлы, бина корпустарын үҙгәртеп ҡороу үткәрелгәнлектән, музейҙың тышҡы ҡиәфәте күпкә яҡшыртылған[4].
Күргәҙмә залы
үҙгәртергәМузейҙың күргәҙмә залы (Совет урамы, 29) 1950-се йылдар уртаһында архитектор С. О. Левков проекты буйынса төҙөлгән. Мордва милли драма театры бинаһы йәнәшендә урынлашҡан һәм уның менән бер ҡатлы өҫтәмә менән тоташтырылған.
Музейҙың филиалдары
үҙгәртергә- Мордва халыҡ мәҙәниәте музейы
- С. Д. Эрьзяның йорт-музейы (Ардатов районындағы Баево ауылында)
- Ф. В. Сычковтың йорт-музейы (Ковылкинский районындағы Кочелаево ауылында)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства Республики Мордовия № 242 от 15.05.2000
- ↑ Информация с официального сайта музея
- ↑ Информация о музее на сайте GIDRRM.ru 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Градостроительные ориентиры российских столиц: Саранск: монография / В. Ф. Вавилин, В. А. Моисеенко, В. В. Вавилин; под общ. ред. В. Ф. Вавилина. — Саранск: Изд-во Мордов. ун-та, 2009. — С. 474—478. — 604 с. — ISBN 978-5-7103-2133-1.