Сөн торалары

Археологик ҡомартҡы

Сөн торалары (рус. Сюньские стоянки) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Холодный Ключ ауылынан һәм шул уҡ райондың Яңы Троицкий ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. X мең йыллыҡ уртаһы — VII мең йыллыҡ аҙағына ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Сөн торалары
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Баҡалы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Сөн торамалары Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районында ике урында табылған: беренсеһе Холодный Ключ ауылынан көньяҡҡа йүнәлештә 0,5 км алыҫлыҡта Сөн йылғаһының уң ярындағы киртләстә урынлашҡан, икенсеһе — шул уҡ райондың Яңы Троицкий ауылынан көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Сөн йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Сөн тораларының I — беренсеһендә 20 м² майҙанда ер ҡаҙылған. Таш эш ҡоралдары табылған.

Сөн тораларының II — икенсеһендә ситтәре эскә ҡарай бөгөлгән, тышына тотош тешле мөһөр эҙе төшөрөлгән неолит тибындағы балсыҡ һауыт ярсыҡтары табылған. Таш микролиттар, нуклеустар, ярғыстар, һөйәктән яһалған бер яҡлы сәнскеле гарпундар, бысаҡ рәүешле пластиналар килеп сыҡҡан. Ҡомартҡы материалдары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[3]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[4]..

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Торалар Түбәнге Кама археологтары 1970—1971 йылдарҙа алып барған фәнни экспедиция ваҡытында археолог А. В. Коновалов тарафынан асыла. Был хаҡта О. Н. Бадер «Итоги работ Нижнеканской экспедиции» тигән мәҡәләһендә ошоларҙы яҙа:

Особое место занимают рекогносцировочные работы А. П. Шокурова и А. В. Коновалова: древнейшими явились стоянки, существенно дополнившие данные о мезолите Прикамья. Все они принадлежат камской культуре. Особый интерес представляют Деуковская стоянка с двумя- культурными слоями среднего и позднего мезолита и тремя жилищами …и Сюньская II стоянка (раскопки А. В. Коновалова), примечательная стратиграфией и костяным инвентарем.[5]

1965 — 67 йылдарҙа тораларҙы СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Г. Н. Матюшин өйрәнгән[1] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Сөн торалары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  5. О. Н. Бадер Итоги работ Нижнеканской экспедиции

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Матюшин Геральд Николаевич: (1927—2000) // Археологические статьи и материалы. — Тула, 2002. — С. 6.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.