Сөләймәнов Ғәбделвәхит

Ғәбделвәхит Сөләймәнов — (1786 йыл, Ырбишче ауылы (Новгород губернаһы Оло Рыбушкино)[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе, Әбсәләм ауылы — 4 август 1862, Өфө) — ислам дине әһеле, Ырымбур момсолман диниә назараты мөфтөйө (1840—1862). Ахун (1822). Тархан (1832).

Ғәбделвәхит Сөләймәнов
3-сө Мөфтөй, Ырымбур мосолман диниә йыйылышы рәйесе
10 июнь 1840 йыл — 4 август 1862 йыл
Алда килеүсе: Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм
Һуңынан килеүсе: Тәвкилев Сәлимгәрәй
 
Тыуыуы: 1786({{padleft:1786|4|0}})
Рәсәй империяһы), Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Әбсәләм ауылы
Вафаты: 4 август 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Өфө (Рәсәй империяһы)
Ерләнгән: Өфө мосолман зыяраты
 
Наградалары:

Сәйет биҫтәһендә мәҙрәсә тамамлаған. Санкт-Петербургта сауҙа эштәре менән шөғөлләнә. 1822 йылдан — Санкт-Петербургта граждандар имам-хатибы. 1828 йылдан император конвойы Кавказ ярым эскадроны, 1835 йылдан —Царское Село кадет корпусы тәрбиәнеүселәренә мосолман дини ғилемдәрен уҡыта. 1826 йылда батша хөкүмәте тарафынан Оло һәм Урта Йөҙ хандары менән һөйләшеүҙәргә йәлеп ителә.

1840 йылдың 10 июнендәге Николай I указына ярашлы мөфтөй һәм Дини йыйылыштың рәйесе вазифаһында раҫлана. 1841 йылда граждандар ҡануниәте һәм шәриғәт нормалары нигеҙендә "Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре ҡағиҙәләре"н әҙерләп баҫтырып сығара. Ырымбур мосолман диниә назаратын реформалау буйынса проект әҙерләй, мосолман уҡыу йорттарында донъяуи предметтарҙы уҡытыу яҡлы була.

1856 йылдан алып төрмәләр буйынса Ырымбур попечителлек комитеты директоры.

Сөләймәнов һәм уның өс улы тырыш хеҙмәттәре өсөн тархан дәрәжәһенә лайыҡ булалар.

Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сенюткина О. Н. Габдулвахид б. Сулейман б. Салюк (Габдулвахид Сулейманов к 220-летию со дня рождения). — Нижний Новгород: Изд-во Нижегородского исламского медресе «Махинур», 2006. — 48 с.
Алдан килеүсе:
Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм
Ырымбур мөфтөйө
( Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе)

18401862
Һуңынан килеүсе:
Сәлимгәрәй Тәвкилев